Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 440 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛОМБӘТ
Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫергән башҡорттары аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-усерганцев.
ҠОЛОМБӘТ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени катай. Ҡоломбәт аймағы егете.
ҠОЛОН (Р.: жеребёнок; И.: colt, fillet; T.: kulun) и.
1. Йылҡы малының балаһы (бер йәшкә тиклем). □ Жеребёнок. / Жеребячий. Аҫау ҡолон. Ҡолон ите. Ҡолон бәйләү. Ҡолон имеҙеү. ■ Маянһылыу ашығып-ашығып ҡолондарға бауырлыҡ бәйләп йөрөй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бүреләр, айыу шикелле, бер атты йығыу менән ҡәнәғәтләнмәй, бигерәк тә ҡолондар артынан ҡыуалар. Н. Мусин. Ҡолондарҙың ялдары алтын, ҡойроҡтары көмөш, ти. Әкиәттән. • Алтмыш ҡолон ат булмаҫ. Әйтем. Имә белгән ҡолон ике бейәнең һөтөн бөтөргән. Мәҡәл. Байтал менһәң — ҡолон юҡ, һауым мал екһәң — ҡымыҙ юҡ. Әйтем. Йылҡы ҡолондан үҫер. Мәҡәл. Өлкәр ҡалҡһа, ҡолон һөткә, ҡол йоҡоға туя. Әйтем. Бейә ҡайҙан юртһа, ҡолон да шунда. Әйтем. Айғырың ала булһа, ҡолоноң ҡола булыр. Әйтем. Ат кешнәшеп ҡолонон табыр. Әйтем. Бейә ҡолонон типһә лә, биртә типмәҫ. Әйтем. Мал — ҡолондан, аҡса — тиндән. Мәҡәл. Ҡолон аҫраһаң, ат менерһең. Мәҡәл. Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй. Әйтем.
2. эйл. ф. ҡолоном. Балаға яратып, иркә-ләп әйтелә. □ ласк. Жеребёночек мой (по отношению к ребёнку). Кил эле, колоном, бер һөйәйем.
3. миф. Мифологияла ыңғай семантикаға эйә булған йылҡы малы. □ Жеребёнок
(в мифологии имеет положительную семантику). ■ Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ борон ҡолон күрһәң, ҡолон кеүек уйнаҡлап йөрөйһөң. Башҡорт мифологияһынан. Бала тыуғас, кендек инәһенә ҡолон йә ҡолонло бейә биреү бар. Р. һаҙыева.
♦ Ҡолон майы өҫтөндә {йәки төшмәгән) тормош ауырлығын күрмәгән йәштәргә ҡарата әйтелә. □ Неокрепший, незакалённый, не испытавший невзгод (о молодёжи). ■ [Әбей:] Бына, йәштәр, һеҙгә донъяла рәхәт әле. һеҙҙең ҡолон майҙарығыҙ ҙа өҫ-төгөҙҙә. Донъя хәсрәтен күрмәгәнһегеҙ әле. Һ. Дәүләтшина.
ҠОЛОНҠОЙРОҠ (ҡолонҡойроғо) (Р: вейник наземный; И.: bluejoint; T.: kandıra otu) и. бот.
Ҙур ялбыр башлы ҡыяҡ үлән. □ Вейник наземный (лат. Calamagrostis epigeios). ■ Алтынбай, ҡом араһынан ҡалҡып сыҡҡан эре ҡолонҡойроҡ үләндәр араһына инеп, бер аҙ серем итеп алырға булды. 3. Ураҡсин.
ҠОЛОНҠОРБАНЛЫҠ (ҡолонҡорбан-лығы) (Р: обычай жертвоприношения; И.: sacrifice ceremony; T.: kurban sunma) и. этн. диал.
Мал-тыуар имен үрсеһен өсөн аҙбар төҙөгәндә салынған ҡорбан. □ Обычай жертвоприношения при строительстве хлева и других помещений для домашней живности. ■ Малға аҙбар һалғанда, бағана төбөнә тауыҡ салып, ҡанын йә тауыҡтың үҙен күмеүҙе ҡолонҡорбанлыҡ тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЛОНЛАТЫУ (ҡолонлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡолонлау, понуд от ҡолонлау. ■ [Бай — Ҡыҙрасҡа:] Бейәм йыл да ҡасып ҡолонлай. .. Әгәр шуны һаҡлап ҡолонлатып, ҡолонон миңә .. күрһәтһәң, .. ҡолонон үҙеңә бирер инем. Әкиәттән.
♦ Ат ҡолонлатып һөйләү арттырып һөйләү; шыттырыу. □ Рассказывать слишком преувеличивая реальное положение вещей. ■ Бигерәк тә күп мығырлаусы Шакир бул
440