Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 441 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛОН ҺАЛЫУ
ды: ул ҡыҙҙарға беҙҙең төнгө сәйәхәтте ат ҡолонлатып һөйләй ине. Н. Иҙелбай.
ҠОЛОНЛАУ (ҡолонла-) (Р.: жеребиться; И.: foal; T.: kulunlamak) ҡ.
Ҡолон тыуҙырыу. □ Жеребиться, ожеребиться (о кобыле). Бейә таң атыуға ҡолонлап ҡуйған. Ҡола бейәбеҙ йыл да ҡолонлап тора. ■ [Ауыл халҡының] иш янына ҡуш тигәндәй, бейәләре лә ҡолонлап тора, ҡош-ҡорттары ла етерлек. «Йәшлек», 12 июнь 2012. Буҙ бейә уҙе төҫлө матур бер айғыр ҡолон ҡолонлаған. Әкиәттән. Ҡола йылҡың, ҡолонлап, ҡола ялан тултырһын; ала йылҡың, ҡолонлап, ялан арҡа тултырһын. Халыҡ йырынан. Өмөтбай ҡарттың алты ҡолас ала бейәһе булған. Был бейә көн һайын ҡолонлай икән. 3. Биишева, һин дә матур, ҡоҙағый, мин дә матур, ҡоҙағый, һинән алған ҡола бейә ҡолонламай, ҡоҙағый. Таҡмаҡтан.
♦ Елгә еленләп, көнгә ҡолонлап бушҡа ғүмер уҙғарыу. □ Тратить время попусту, жить бесцельно, доел. От ветра набирает вымя, от солнца жеребится.
ҠОЛОНЛО (Р.: имеющий жеребёнка; И.: having a foal; T: kulunlu) с.
Ҡолоно бар, ҡолоно булған. □ Имеющий жеребёнка, с жеребёнком. Я Алтынбай кискә тиклем ағаһына ҡолонло бейәләрҙе көтөшә торғайны. 3. Ураҡсин. Талха, ҡолонло бейәләрҙе ҡулда тотоу өсөн, туғайҙан йәш бесән сабып алып ҡайтып килә ине. Ж. Кейекбаев. Илле өсөнсө йыл һолтанбай һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡанда, кәртәлә буралай ике һыйыр, бер ҡолонло бейә тора ине инде. Н. Мусин. • Ҡолонло бейәнән ҡойо һыуы ла артмай. Әйтем.
ҠОЛОНСАҠ (ҡолонсағы) (Р: жеребёнок-сосунок; И.: suckling colt; T: kulun) и.
1. Яңы тыуған йәш йылҡы малы; ҡолон (өс айға тиклем). □ Жеребёнок-сосунок. ■ Шаян ҡолонсаҡтар ялан киңлегенә һоҡланып, донъя матурлығына шатланып туя алмағандай, туҡтауһыҙ сабышалар, уйнаҡлашып бер-берен ҡыуышалар. Ә. Чаныш. Дөбөр генә дөбөр, ай, дөбөрсәк,
дөбөрләбук уйнай ҡолонсаҡ. Халыҡ йырынан. Ҡолонсаҡ — тайға, тайҙан — ҡонанға, ҡонандан — дунәнгә, дунәндән ажғырып торған туры толпарға әйләнгән. Әкиәттән.
2. эйл. ф. ҡолонсағым. Балаға яратып, иркәләп әйтелә. □ ласк. Жеребёночек мой (по отношению к ребёнку). ■ [Эбей менән бабай] баланы йыуындырып, кейендереп, тамағын туйҙырып, ҡолонсағым тип һөйә-һөйә, уҙҙәренең ҡуйындарына алып ятҡандар. Әкиәттән. [Әсәһе:] Байрас, ҡолонсағым, ниңә былай оҙаҡ йөрөнөң? 3. Биишева. «Ҡайттыңмы, ҡолонсағым, асығып бөткәнһеңдер инде», — тип ҡаршы алды [өләсәһе — Менәуәрәне]. Н. Мусин.
ҠОЛОН ТАҠЫРЫ и. диал. ҡар. елелек. Бейәләрҙе ҡолон таҡырға килтереу. Ҡолон таҡырға бейәләрҙе бәйләу.
ҠОЛОНТАШ и. ҡар. йәйташ. Я Бирҙеғол ауылы эргәһендәге Ҡолонташка һуҡһаң, ямғыр яуа. Ямғырҙы туҡтатыр өсөн ярсығын кире урынына ҡуйып майлайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЛОН ТАШЛАУ (ҡолон ташла-) ҡ. ҡар. ҡолон һалыу. Бейәбеҙ ҡолон ташланы.
ҠОЛОН ТИЛЕТЕҮ (ҡолон тилет ) (Р: приучить жеребёнка сосать другую кобылицу; И.: tame a colt for another mare; T.: kulunu diğer bir kısrağı emmeye alıştırmak) ҡ.
Ҡолондо бүтән бейәне имергә өйрәтеү. □ Приучить жеребёнка сосать другую кобылицу. Бейәбеҙ ҡолонлағас хәлһеҙләнде, шуға ҡолон тилетергә тура киләсәк.
ҠОЛОНТОЯҠ (ҡолонтояғы) (Р: мать-и-мачеха; И.: colt’sfoot; T.: öksürük otu) и. бот. диал.
Үгәй инә үләне, үгәй әсә япрағы. □ Мать-и-мачеха (лат. Tussilago). Ҡолонтояк йыйыу. Ҡолонтояк бик файҙалы улән. Я Ҡо-лонтояҡтың сәскәһен, дарыу өсөн, иртә яҙҙа уҡ йыйырға кәрәк. Интернет селтәренән.
ҠОЛОН ҺАЛЫУ (ҡолон һал ) (Р: преждевременно ожеребиться; И.: miscarry; T.: kulun atmak) ҡ.
441