Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 442 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡолос
Ниндәйҙер сәбәптән ваҡыты етмәйенсә ҡолонлап, етлекмәгән ҡолон килтереү. □ Преждевременно ожеребиться. Бейә ҡолон һалған.
♦ Ҡолон һалған ҡола бейәләй булыу (йәки йөрөү) яурындары төшөп, хәлһеҙләнеп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Едва ноги волочить. Ҡолон һалған ҡола бейәләй йөрөйһөң шунда саҡ һөйрәлеп.
ҠОЛОС и. диал. ҡар. ҡолон 1. Ҡолос бейәнән ҡалмай утлап йөрөй. Яланда ҡо-лостар сабып уйнай.
ҠОЛОШ I (Р.: оборванец; И.: ragamuffin; T.: hırpani) и. иҫк.
1. Алама кейемле кешене кәмһеткәндә әйтелә; йолҡош. □ Оборванец. ■ Алама ҡолош, ни йомош, әйтә һал да ҡайта һал. Таҡмаҡтан.
2. Әллә кем булып, маҡтанып маташҡан кешене кәмһеткәндә әйтелә. □ Хвастун. Маһайыуы оҙаҡҡа бармаҫ ҡолоштоң.
ҠОЛОШ II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Көҙәй, түңгәүер ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтары исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён кудей, тангаур. Ҡолош аймағы вәкиле.
ҠОЛПА (Р: авторитет; И.: authority; Т.: itibar) и. иҫк.
Дәрәжә, абруй. □ Авторитет, уважение. Ҡолпа яулау. ■ Искәндәрҙең .. халыҡ араһында ҡолпаһы күтәренке булған. Т. Морат.
ҠОЛПАЛЫ (Р: авторитетный; И.: authoritative; T.: itibar sahibi) с. иҫк.
Дәрәжәһе ҙур булған; абруйлы, хөрмәтле. □ Авторитетный; уважаемый. Ҡолпалы аҡһаҡал. ■ Бындай хәлдәр хаҡында [халыҡтың, ил-көндөң ҡыҫылыуы] дәү ҡолпалы ил ағалары араһында байтаҡ ҡына һөйләшкәне, уларға үҙ фекерен аңлатҡаны бар Арыҫландың. Ғ. Ибраһимов.
ҠОЛПА ТАШ (Р.: могильный камень; И.: tomb stone; T.: mezar taşı) и.
Ҙур, ҡалын, өҫтө көрән, ҡарағусҡыл күк таш (ғәҙәттә, ҡәбергә ҡуялар). □ Могильный камень. ■ Боронғо төркиҙәрҙең ҡолпа таш ҡуйыу традицияһы башҡорттарҙа ла дауам итә. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ҡолпа таш һымаҡ йәки ҡолпа таштай ҙур кәүҙәле, мөһабәт кешегә ҡарата әйтелә. □ Величественный; величавый (о человеке). Ҡолпа таштай баһадир егет.
ҠОЛПО и. диал. ҡар. ҡолпа. Иптәштәре алдында ҡолпоһон күтәреү.
ҠОЛСО и.
1. иҫк. ҡар. ҡол биләүсе. Ш Ҡомар өмөт, татлы хыял күҙе һуҡырайҙы бер көн ҡолсоноң. Т. Йәнәби.
2. диал. Хеҙмәтсе, ялсы. □ Наёмный работник, батрак. ■ Ҡолсо булып йөрөмәм инде. Экспедиция материалдарынан. • Ҡолсоноң да бар ялсыһы. Әйтем.
ҠОЛСОҠАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени дуван. Ҡолсокай аймағы шәжәрәһе.
ҠО Л СЫҠ АЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени айле. Ҡолсыкай аймағына ҡараған ауыл.
ҠОЛТАЙ (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы, үҫәргән ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён юрматы, усерган. Ҡолтай аймағынан булам.
ҠОЛТАМИ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
442