Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 443 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡом
Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡалмаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени калмак.
ҠОЛТО (Р.: настроение; И.: mood; T.: keyif) и. диал.
Күңел торошо; кәйеф. □ Настроение. Ҡолтоһо шәп. Ҡолтоно кутәреу.
ҠОЛТОР (Р.: хвастливый; И.: boastful; Т.: övüngen) с. диал.
Үҙен шәпкә сығарып һөйләгән; маҡтансыҡ. □ Хвастливый, кичливый. Ҡолтор ир. ■ Ҡутыр башлы ҡолтор maş ҡәбере өҫтөнә дегәнәк уҫеп сыҡты, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠОЛҺОУАЛЛА [ғәр. JS] (Р: сура аль-Ихлас; И.: name of a Moslem prayer; T.: külhüallah) и. дини.
Ҡөрьәндәге 112-се сүрә; Ихлас сүрәһе. □ Сура аль-Ихлас (название молитвы). Ҡолһоуалланы яттан һөйләу. ■ Ҡолһоуалланы көнөнә өс тапҡыр уҡыһаң, бәхет-ырыҫ артыр. Башҡортса дини календарҙан.
ҠОЛҺАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени катай.
ҠОЛЪЯ (Р: архар; И.: wild ram; Т.: argali) и. зоол.
Ҡырағай тәкә; арҡар. □ Архар (лат. Ovis аттоп). ■ Бер-бер генә тау şap бейек булыр, арҙа ғына менән ҡолъя тигән кейек булыр. «Тәүеш Мәргән».
ҠОМ I (Р: песок; И.: sand; T.: kum) и.
1. Минерал кристалдарының (башлыса кварцтың) ваҡ ҡына бөртөктәре. □ Песок. / Песчаный, песочный. Ҡом бөртөгө. Ҡом өйөмдәре. Ҡом йәшниге. Урамға ҡом һи-беу. ■ Иртә генә тороп һыуға 6apşbiM,
һыу алманым, әсәй, ҡом алдым. Халыҡ йырынан. • Ҡомға һипкән беленмәҫ, ҡыҙға биргән куренмәҫ. Мәҡәл.
2. Шул бөртөктәр менән ҡапланған ер; ҡомайыл. □ Песчаное место, песок, пески. Ҡомда ҡыҙыныу. ■ Ямғыр алдынан ҡош-ҡорт һәм тауыҡ ҡомда уйнай, һынамыш.
3. диал. Ҡайнағанда иремәй һауыт эсендә ҡатҡан тоҙҙар; юшҡын. □ Накипь, осадок. Сәйнук төбөнә ҡом ултырған.
+ Кәмә ҡомға терәлеү ҡыйын, хәүефле хәлгә ҡалыу. □ Сесть на мель. S Шулай ҙа, кәмәбеҙ ҡомға терәлде тип, малайҙар тик кенә ятманылар. 3. Биишева. [Гәрәй — Са-ҡайға: ]Ә-ә, хәҙер Гәрәй дуҫ кәрәк булдымы ни ? Ҡәмәң ҡомға терәлә торғандыр шул. Б. Бикбай. Ҡомға ултыртыу эште дөрөҫ алып бармай, ауыр хәлгә төшөрөү. □ Посадить на мель. Хужалыҡты ҡомға ултыртыу. Ҡомға һеңгән һыу кеүек 1) бик яҡшы үҙләштерелеү, хәтергә алыныу. □ Легко восприниматься, усваиваться (о знаниях). ■ Гөлйөҙөмдөң хәтеренә барыһы ла, ҡомға һеңгән һыу һымаҡ, тиҙ ук һеңә, уның уҡыуға, яҙыуға һәләтлеге ҡуҙгә куренеп арта бара. Ф. Иҫәнғолов; 2) бәрәкәтһеҙ булған, ҡулдан китеп тик торған мал-мөлкәт тураһында. □ Легко исчезать (об имуществе, наличности). Аҡса тота белмәһәң, ҡомға һеңгән һыу кеуек була. Ҡомдан арҡан ишеү кәрәкмәгән эште эшләп юҡҡа ваҡыт әрәм итеү. □ соотв. Толочь воду в ступе, букв. Из песка верёвку вить. ■ [Сәғит — Вәлигә:] Нишләп бында ятаһың, һаман ҡомдан арҡан ишеп, кулде куккә аҫырға әҙерләнәһеңме? А. Таһиров. Әгәр мәхрум булһаң өмөттән, вәғәҙәләр, янау, өгөттәр — ҡомдан ишкән арҡан кеуектер. М. Кәрим. • Ҡомдан арҡан ишмәйҙәр, һыуҙан май яҙмайҙар. Әйтем. Ҡом елек көсһөҙ, кәрһеҙ. □ Хилый, слабый (о человеке). ■ Ҡеләт яртылай ауышҡан, бурәнәләре ҡом елек кеуек — ҡыуыш, саҡ ҡына ҡағылһаң, һап-һары сереге ҡойола башлай. Б. Бикбай. Ҡом күҙ ҡомһоҙ. □ Жадный, алчный. ■ Һөҙөмтәлә, мулланың
443