Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 444 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡом
йыртҡыслығы, ҡом күҙлеге асыҡланғас, бер арба ла ғөшөр бирмәҫкә, ауылдан ҡыуырға булдылар. Т. Йәнәби. Олораҡ ҡом күҙҙәр бындағы байлыҡты үҙ ҡулдарына алырға ашыҡтылар. И. Ғиззәтуллин. Ҡом ҡанлы ҡаты бәғерле, үтә лә шәфҡәтһеҙ. □ Безжалостный, бессердечный, немилосердный, бесчеловечный, жестокий. ■ [Көнһылыу:] Түрә, аҙ ғына ҡыҙғанһаңсы беҙҙе! Юҡ, был таш йөрәкле, ҡом ҡанлы кеше ишетергә лә теләмәй. Б. Бикбай. Ҡомо ҡойолоу (йәки ҡойола башлаған) мыҫҡ. кешенең ҡартая башлауы, көсө бөтәүе тураһында әйтелә. □ соотв. Песок сыплется (о дряхлом, старом человеке). Ҡом түләүле булыу түләүле, ҙур бурыслы булыу. □ Оказаться в долгах, влезть в долги. Ҡом түләүле булып ҡалдыҡ.
ҠОМ II (Р.: зло; И.: evil; T.: kötülük) и. диал.
Яуыз ҡылыҡ; уҫаллыҡ. □ Зло, злость. • Шымда ни була, урты тулы ҡом була. Мәҡәл.
ҠОМА (Р.: рабыня; И.: bondwoman; Т.: kadın köle) и. иҫк.
Ҡол ҡыҙ. □ Рабыня. ■ [Алпамыша — Барсынһылыуға:] Ҡаҙ төшкән ер ҡама булыр, тирә-яғы уба булыр. Үҙ эйәһен танымаһа ла, Ҡолтүбәгә ҡома булыр. «Алпамыша».
ҠОМАҒАЙ I (Р: ненасытный; И.: insatiable; T.: doymaz) с.
1. Самаһыҙ күп ашап та туя белмәгән; мәсекәй. □ Ненасытный, прожорливый.
■ [Мәғфүрә — Диләгә:] Етер, ҡомағай, өсөнсө телемгә тотондоң, оятһыҙ! Һ. Дәүләтшина. • Ҡомағай ҡорһағы өсөн бәләгә төшөр. Әйтем. Ҡомағай — түр башында, күҙе — ҡаҙан аҫтында. Әйтем. Ҡомағайға ҡара боламыҡ та аш. Әйтем. Ҡомағай ҡылтамаҡҡа ҡалыр. Әйтем.
2. күсм. Бик, үтә ныҡ ҡомһоҙ. □ Алчный, жадный. Аҡсаға ҡомағай кеше.
■ [Әбүбәкер — Барыйға:] Әйҙә, мин һиңә байлығыңды күрһәтәм. Тәүге көндән үк ҡомағай булырға ярамай. Р. Ғабдрахманов.
Әхмәтша ҡараҡтың уҫал, ҡомағай ҡыҙы Заһира менән Ғаббас мулланың маҡтансыҡ ҡыҙы Гөлйыһан да береһе перәник, икенсеһе керәндил күрһәтеп, бүрәнә өҫтөндә һикеренделәр. 3. Биишева.
3. күсм. Берәй эште мауығып башҡарған; әүәҫ. □ Страстный, увлекающийся. ■ [Сабур бабай] алтмыш йәшлек ҡарт эшкә лә, уйын-көлкөгә лә ҡомағай һәм бик дәртле кеше. Ғ. Ғүмәр.
ҠОМАҒАЙ II и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. Ҡомағай тотоу. Ҡомағай ҡармаҡлау.
ҠОМАҒАЙ III (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир. Ҡомағай араһы егете.
ҠОМАҒАЙЛАНЫУ (ҡомағайлан-) (Р: становиться ненасытным; И.: become insatiable; T: doyumsuz olmak) ҡ.
1. Ҡомағай (I, 1) булыу, ҡомағайға әйләнеү. □ Становиться, быть ненасытным, прожорливым. Ашаған һайын ҡомағайлана барыу. Аҙыҡты күреп, ҡомағайланып китеү. М [Егеттәр] ҡомағайланмаҫҡа ныҡ тырышһалар ҙа, эҫе бәрәңге менән ҡалын итле балыҡ үҙҙәре үк яңаҡтарҙы тиҙерәк эшләтергә, ҡулдарҙы йылдамыраҡ йөрөтөргә дәртләндерә ине. Б. Рафиҡов.
2. күсм. Ҡомағайға (1,2) әйләнеү. □ Становиться жадным. Кешеләр йылдан-йыл ҡомағайлана бара. Байлыҡҡа ҡомағайланып китеү.
ҠОМАҒАЙЛЫҠ (ҡомағайлығы) (Р: прожорливость; И.: voracity; T.: oburluk) и.
1. Асҡаҡ булыу хәле. □ Прожорливость. Ҡомағайлыҡ менән ашарға тотоноу.
2. күсм. Бик, үтә ҡомһоҙ булыу сифаты. □ Алчность, жадность, рвачество. Ҡомағайлыҡ күрһәтеү. ■ Был донъяла бар шул әле, һаман барҙар: ҡомағайлыҡ ҡосағына атылғандар, ҡайырғандар атаһының ал
444