Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 447 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОМАРЛЫ
ҡомалаҡ һалыу менән булышҡан кеше юҡ тип әйтерлек. Экспедиция материалдарынан.
ҠОМАЛАҠ ҺЫМАҠ ЛЮЦЕРНА (Р.: люцерна хмелевидная; И.: lucerne species; T.: şerbetçi otu yoncası) и. бот.
Ваҡ һары сәскәле, бер йәки ике йыллыҡ үлән. □ Люцерна хмелевидная (лат. Medica-go sativa). Я Халыҡ медицинаһында ҡомалаҡ һымаҡ люцернаны дарыу үләне булараҡ ҡулланалар. Интернет селтәренән.
ҠОМАЛАҠ ӘСЕТКЕҺЕ (Р.: хмелевые дрожжи; И.: hop yeast; T.: hamir) и. кул.
Ҡомалаҡ сәскәһе ҡайнатмаһына он ҡушып яһалған әсетке; сүпрә. □ Хмелевые дрожжи. Ҡомалаҡ әсеткеһе яһау. Ҡамырға ҡомалаҡ әсеткеһе һалыу. ■ Икмәк — ул иц ҡәҙерле ризыҡ. Шуға уны юғары сифатлы итеп ҡомалаҡ әсеткеһе менән әсетеп бешерәбеҙ. «Йәшлек», 2 июль 2011.
ҠОМАН (Р: половец; И.: Cuman; Т.: Kıyaklar) и. этн.
Төрки телдәрҙең береһендә һөйләшкән боронғо халыҡ (XI—XIII быуаттарҙа коньяк Дон-Волга далаларында йәшәгән) һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Половец./ Половецкий. M VIII быуатта Торки ҡағанаты тарҡалғас, алшын ҡәбиләһе, хәҙерге Волга йылғаһының көнбайышындағы далаларға күсеп, ҡоман йәки урыҫса «половцы» тигән исем аҫтында йөрөүе билдәле. Ә. Бейешев.
ҠОМАР I (Р: азарт; И.: fervour, ardour; T.: coşkunluk) и.
Нимәгәлер ҡарата булған ярһыу теләк; дәрт, мауыҡ. □ Азарт, азартность, страсть. Ижади ҡомар. Уйынға ҡомар асылыу. М Ҡадир, юлдаш булыу йөҙөнән, атаһы менән бергә һунарға йөрөштөрҙө, әммә һунар ҡомары үҙенә тәки йоҡманы. Ә. Чаныш. [Иҫәкәй] айыуға барырға атлығып торған улының ҡомарын һындырғыһы, теләгенә ҡаршы төшкөһө килмәне. Н. Мусин. Быйылғы уҡыу йылы башында ла шәжәрәләрҙе өйрәнеү, генеалогик ағастарҙы төҙөү буйынса конкурс иғлан ителгәс тә, уҡыусылар араһында
ҡомар уянып, кемуҙарҙан эшкә тотондолар. «Юшатыр», 7 сентябрь 2012. • Ҡомарын асҡан теләген ҡандырған. Мәҡәл.
ҠОМАР II (Р: азартный; И.: venturesome; T.: coşkun) с.
1. Нимә менәндер ныҡ мауыҡҡан, нимәгәлер әүәҫ булған. □ Азартный, страстный. Ҡомар балыҡсы. Ҡомар һунарсы.
2. Мал, байлыҡ өсөн бөтә көсөн һалған; ҡомһоҙ. □ Алчный, жадный. Ҡомар кеше. Ҡомар бай.
ҠОМАРЛАНЫУ (ҡомарлан-) (Р: пристраститься; И.: take (to); T.: dadanmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер теләк, мауыҡ менән ярһыу; дәртләнеү. □ Пристраститься, разохотиться. Эшкә ҡомарланып китеү. Ҡомарлы уйындарға ҡомарлана төшөү. Балыҡ тоторға ҡомарлана барыу. Аҡса йыйыуға ҡомарланып китеү. М Элекке һымаҡ ҡомарланып, ярһып төнгө һунарға сығыуҙар бөттө. Ә. Хәкимов. Һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ике яҡ та ҡомарланып, бер-береһенә һөжүм иткән мәл ине. В. Исхаҡов.
2. Ашап туя алмау, асҡаҡланыу. □ Становиться ненасытным, прожорливым. Ҡомарланып ашау. Аҙыҡҡа ҡомарланып тотоноу. Ҡомарланып ашарға йәбешеү.
3. Туймаҫтай булып ярһыныу; ҡомһоҙланыу. □ Проявлять алчность, жадность. Ҡомарланып аҡса йыйыу. • Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, ҡомарланған тиҙ үлә. Мәҡәл.
ҠОМАРЛЫ (Р: азартный; И.: heated; reckless; T: coşkun) с.
Ярһыу теләк уятҡан, ҡомар биргән; дәртле. □ Азартный, страстный, увлекательный. Ҡомарлы бәхәс. М Йәнде ҡыйып һунарлау ҡомарлы эш булмаһа, һыуһағанда ҡан эсеү тәмле нәмә булмаһа, атомдар йоҡо ҡалдырып, көн дә икәү ҡаңғырып, аяҡ-ҡулын талдырып, беҙҙе өйҙә ҡалдырып, йөрөмәҫ ине һунар тип. «Урал батыр». Нисәмә йыл, бер уңып, бер туңып тигәндәй, Хәйрүш ошо ҡомарлы кәсеп менән шөғөлләнде. Ә. Хәкимов.
447