Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 448 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОМАРЛЫҠ
ҠОМАРЛЫҠ (ҡомарлығы) (Р.: азартность; И.: fervour, riskiness; T.: tutku) и.
1. Нимә менәндер бик ныҡ мауығыу сифаты. □ Азартность, пристрастие к чему-л. Эшкә ҡомарлыҡ менән тотоноу. М Ерән аттарҙы айырым бер ҡомарлыҡ менән тәрбиәләй ине ул [Мөхәмәтулла]. Ә. Вахитов. Йәштән килгән ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, белергә тырышыу, ғилемгә ҡомарлыҡ Аҡмуллаға ныҡ ярҙам иткән. Р. Шәкүр.
2. ҡар. ҡомһоҙлоҡ 1. Милек ҡомарлығы.
ҠОМАРЛЫ УЙЫН (Р.: азартная игра; И.: games of chance; gambling games; T.: kumar oyunu) и.
Аҡсаға ҡоролған отошло уйын. □ Азартная игра. Ҡомарлы уйындар уйнау. Ҡомарлы уйындар менән мауығыу. Ҡомарлы уйындарҙы тыйыу. Я Ҡомарлы уйындар ойоштороусы эшҡыуарҙар административ, хатта енәйәти язаға тарттырыла. «Йәшлек», 5 март 2011.
ҠОМАРТҠЫ (Р: наследие; И.: heritage; legacy; T.: miras) и.
1. Борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә; мираҫ. □ Наследие. / Наследственный. Халыҡтың йыр ҡомартҡыһы. Әҙәби ҡомартҡыны һаҡлау. Тарихи ҡомартҡы. ■ һуҙ оҫталары бер сиселеп алһа, хазинаны бөртөкләп кенә тугел, услап, хатта көрәкләп килтереп алдыңа өйәләр. Ҡарттарҙан куберәк боронғо ҡомартҡылар яҙыла. К. Мәргән. Халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡыларынан куренеуенсә, Рәсәй власы аҫтында ҡалғанса, аҫаба йәки кусмә башҡөрттар бейҙәр тарафынан идара ителгәндәр, һәм был бейҙәр йыш ҡына вассал рәуешендәрәк ханға буйһонғандар. М. Өмөтбаев.
2. Кемдеңдер төҫө итеп һаҡланған иҫтәлекле нәмә. □ Реликвия, оставшаяся от кого-л. Атай ҡомартҡыһы. ■ Мә, ҡустым, ал ҡамсыңды. Ләкин бел: ҡомартҡы ул. Атайым уны граждандар һуғышынан алып ҡайтҡайны, — тине бригадир. Ә. Вахитов. Йырсыларға ҡалыр йырым, ҡомартҡыға
ҡалыр ҡылысым. Ҡобайырҙан. Хасбулат олатай баяғыса бик йәтешләп, ашыҡмай, ҡабаланмай ҡомартҡыларын һандыҡҡа кире һала башланы. 3. Биишева. [Атаһы — Фазылйәнгә:] Улым, уҙең белеп тораһың, беҙ ярлы кеше, һиңә берҙән-бер ҡомартҡым булып ҡын эсендә ҡурайым ҡала. Картотека фондынан.
ҠОМАРТЫУ (ҡомарт-) (Р.: делать мутным; И.: render, make turbid; T.: bulandırmak) ҡ.
1. Болғандырыу, буръяҡлау. □ Делать мутным, мутить, замутить, һыуҙы ҡомартыу. Балыҡтар йылғаны ҡомартып боткән.
2. кусм. Асыуҙан ҡайнау (ҡанға ҡарата). □ Бурлить, бушевать, клокотать, кипеть от злости. Ҡанды ҡомартыу.
ҠОМАРХАНА (Р: игорный дом; И.: gambling house; T.: kumarhane) и.
Аҡсаға ҡоролған отошло уйындар урыны. □ Игорный дом. Ҡомарханаларҙы ябыу. Ҡомарханаға йөрөуҙе тыйыу. Ҡомархана тоҙағына эләгеу.
ҠОМАРЫУ (ҡомар-) (Р: мутнеть; И.: grow turbid; T.: bulanmak) ҡ.
1. Болғансыҡланыу, буръяҡланыу. □ Мутнеть (о воде и т. п.). Кулдәр һайығып, ҡомарып бөткән. Йылғалар ҡомара башлаған. Ямғырҙан һуң һыу ҡомара төшкән.
2. кусм. Асыуҙан ҡайнау, болғаныу (ҡанға ҡарата). □ Бурлить, бушевать. Ҡан ҡомарып ҡысҡырыу.
ҠОМАС I [фарс. (Р.: кумач; И.: red calico; T.: kırmızı (pamuklu) bez) u.
Асыҡ ҡыҙыл төҫтәге йоҡа тауар. □ Кумач. / Кумачовый, кумачный. Ҡомас яулыҡ. Ҡомас ҡыҙыл. М Әсәм ҡарғышы итте бит харап. Ҡомас кулдәгем бер ҙә кеймәнем, осоп киткәндә: «Һау бул!» — тимәнем. Бәйеттән. Уның [Ҡыуыҡбаш турәнең] зирәк етәкселегендә пароходтың мачтаһынан алып ҡойроҡтағы флагштоккаса ҡомас туҡыма тарттырылды. Й. Солтанов. • Өҫтө ҡомас, тамағы ас. Мәҡәл.
448