Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 449 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОМҒАН
♦ Үтмәҫ ҡомас бер кемгә лә ярамаған йәки бер ҡайҙа ла һыймаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Неуживчивый человек. Үтмәҫ ҡомас булдың инде.
ҠОМАС II (Р.: кумачовый; И.: red calico; T.: kırmızı) с.
Асыҡ ҡыҙыл. □ Кумачовый, цвет кумача. М Сәскә, гөлдәр тынған, ҡомас нурҙа ғына мансылып. К. Кинйәбулатова.
ҠОМ АС АУ (Р.: рожа; И.: erysipelas; Т.: yılancık) и. диал.
1. мед. Йоғошло тире ауырыуы; сырхыуат. □ Рожа. / Рожистый. Ҡомасау ҡағылыу. Ҡомасауҙан ауырыу. Ҡомасауҙы дауалау.
2. миф. Ен-шайтандар ҡағылыуынан барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Рожа (дух болезни, возникшей от воздействия нечистой силы). ■ Ҡомасау булһа, ошо әпсенде әйтеп өшкөрәләр: иҙән аҫтында тимер бүкән, уның өҫтөндә ҡарсыҡ, энәһе ҡоңғор, ебе ҡыҙыл, име-томо шул булһын. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОМАС МАЛ (Р: метровая ткань; И.: fabric by the metre; T.: bir metrelik kumaş) и.
Метрлы тауар. □ Метровая ткань. Ҡомас мал һатып алыу.
ҠОМАЯҠ I (ҡомаяғы) (Р: посудина с песком; И.: vessel with sand; T.: tırpanı bilemek için kumlu kap) u.
Салғы яныу өсөн еүеш ҡом һалып йөрөтөлгән һауыт. □ Посудина с песком (для точки косы). Ҡомаякҡа ҡом тултырыу.
ҠОМАЯҠ II (ҡомаяғы) и. диал. ҡар. ҡомайыл 1. ■ Танһыҡ ҡанғансы һыуҙа йөҙҙөк, ҡомаяҡта аунаныҡ. М. Кәрим.
ҠОМБАҒЫШ I и. бот. һөйл. ҡар. көнбағыш. Ҡомбағыш үҫтереү. Ҡомбағыш йыйыу.
ҠОМБАҒЫШ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из
родовых подразделений башкир племени усерган.
ҠОМ БАЛЫҒЫ и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. Ҡомай бешереү.
ҠОМ БӨРСӘҺЕ (Р: блоха песочная; И.: sand flea; T.: kum piresi) и. зоол.
Африкала һәм тропик Америкала таралған, ҡомда йәшәй һәм кешегә, һөтимәр хайуандарға ябырыла торған бөрсә. □ Блоха песочная (лат. Tunga penetrans) Ҡом бөрсәһенә ҡаршы көрәш. Ҡом бөрсәһен бөтөрөү.
ҠОМ БУРАНЫ (Р.: песчаная буря; И.: sandstorm; T.: kum fırtınası) и.
Сүлдәрҙә көслө ел өйрөлткән ҡом, туҙан өйкөмөнән торған атмосфера күренеше. □ Песчаная буря. Ҡом бураны ҡубыу. Ҡом буранын туҡтатыу. Ҡом буранына эләгеү.
ҠОМ БӘРҘЕҺЕ и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. Ҡом бәрҙеһе тотоу.
ҠОМҒАЙРАҠ (ҡомғайрағы) и . диал. ҡар. ҡомҡалаҡ. Ҡомғайрак эшләү. Ҡомғайрак менән яныу.
ҠОМҒАН (Р: кумган; И.: Moslem pitcher; T.: güğüm) и.
1. Йыуыныу, сайыныу өсөн тотонолған оҙон муйынлы, текә моронло һауыт. □ Кумган (кувшин с крышкой для умывания). Ҡомғандан һыу алыу. Ҡомғанға һыу ҡойоу. ■ Этҡол бай ҡулына ҡомған тотоп сығып киткән арала ике көндәш араһында талаш ҡупты. Т. Хәйбуллин. Ҡомғанда бар йылы һыу, тиҙерәк, балам, битең йыу! М. Ғафури. Мәғфүрә Диләне һыу буйына Асатайҙы ҡайтарырға йүгертте лә, үҙе ҡомғандарға һыу тултыра башланы. һ. Дәүләтшина. Мейес соҡалтаһында һыуы эҫеп ултырған ҡомғанды алып, ашығып ҡул йыуҙы [Таиба]. 3. Биишева. Йөрәге болоҡһоп, ҡулдары ҡалтыранған хәлдә Фәүзиә ҡомғанына үрелде. Т. Ғарипова.
2. диал. ҡар. сәйгүн. Ҡомғандағы сәй. Ҡомғандан сәй һалыу. Ҡомғандың сәйен ағыҙыу.
449