ҠОМДАҠ
ҠОМДАҠ (ҡомдағы) и. диал. ҡар. ҡомлоҡ 1. Ҡомдаҡтан барыу.
ҠОМЙОУ (ҡомйо-) ҡ. диал. ҡар.
ҡомарыу 1. Йылға ҡомйоно.
ҠОМЙЫЛАН и. зоол. диал. ҡар. йыланбалыҡ. М Беҙҙең яҡ күлдәрҙә ҡомйыландар күп. Экспедиция материалдарынан.
ҠОМ КӨЙӨЛДӨЛӘРЕ (Р.: песочники;
И.: sandpipers; T.: çullukgiller) и. зоол.
Төньяҡта йәшәй торған ваҡ күсмә көйөлдөләр. □ Песочники (лат. Calidris). Ҡом көйөлдөләре тубы.
ҠОМ КУЛЬТУРАЛАРЫ (Р.: культуры песчаные; И.: laboratory plants; T: kumul bitki) и. бот.
Лаборатория шарттарында кварц ҡомонда үҫтерелгән үҫемлектәр. □ Культуры песчаные. Ҡом культураларын тикшереү. Лабораторияларҙа ҡом культураларының туҡланыуын һәм үҫешен күҙәтеү.
ҠОМ КҮРӘНЕ (Р.: осока песчаная; И.: sedge species; T: ayak otu) и. бот.
Сүллектә үҫә торған ҡаты ҡыяҡлы үлән. □ Осока песчаная (лат. Carex arenaria). Ҡом күрәне ҡыяғы.
ҠОМҠАЙРАҠ (ҡомҡайрағы) и. диал. ҡар. ҡомҡалаҡ. Ҡомҡайраҡ менән үткерләү.
ҠОМҠАЛАҠ (ҡомҡалағы) (Р: брусок;
И.: whetstone; T: biley taşı) и.
Еүеш ҡомға манып, салғы яный торған ялпаҡ ағас. □ Брусок (для правки косы). Ҡомҡалаҡ менән салғы яныу.
ҠОМ ҠАРА ЙЫЛАНЫ (Р: гадюка песчаная; И.: sand viper; T: kum engereği) и. зоол.
Европаның көньяғында һәм Кавказ аръяғында йәшәй торған йылан. □ Песчаная или рогатая гадюка (лат. Vipera ammodytes). Ҡом ҡара йыландары үрсегән.
ҠОМҠОРҺАҠ (ҡомҡорһағы) и. диал. ҡар. ҡомай I.
ҠОМЛАНЫУ (ҡомлан-) (Р.: перемешиваться с песком; И.: get mixed with sand; T: kumlanmak) ҡ.
Ҡом ҡатнашыу, ҡомға буялыу. □ Перемешиваться, смешиваться с песком. К Һыуға
барһаң, бар иртәрәк, ҡомланһа, ала алмаҫһың. Халыҡ йырынан.
ҠОМЛАУ (ҡомла-) (Р: перемешивать с песком; И.: mix with sand; T: kumlamak) ҡ.
Ҡом ҡатнаштырыу, ҡомға буяу. □ Перемешивать, смешивать с песком. Балсыҡты ҡомлау, һауыт-һабаны ҡомлап йыуыу.
ҠОМЛАУЫС и. диал. ҡар. ҡомҡалаҡ. Ҡомлауыс менән салғы яныу.
ҠОМЛО (Р: песчаный; И.: sandy; Т: kumlu) с.
Ҡом менән аралаш, ҡом ҡатыш. □ Песчаный. Ҡомло ер. а Лотфулла йылғаны бер нисә урындан йөҙөп сыға. Урындағы кешеләрҙән һораша. Һайыраҡ һәм төбө ҡомлораҡ та булған урынды һайлап ала. И. Ниғмәтуллин. Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән, яр ситтәре бигерәк ҡомло икән. Халыҡ йырынан. Ваҡ сәпсәү ҡомло һәм ҡырсынлы күл, йылға буйҙарында йәшәй. Э. Ишбирҙин. Даль яр аҫтына уҡ төштө, ҡулдарын артына ҡуйып, ишелеп ятҡан ҡомло яр буйлап атланы. 3. Ураҡсин. Рус винтовкаһы — Польшалағы ҡомло окоп өсөн иң уңайһыҙ винтовка. һәр ваҡыт уға ҡом тула. Д. Юлтый.
ҠОМЛОҠ (ҡомлоғо) (Р: песчаное место; И.: sandy place; T.: kumluk) и.
1. Ҡом күп булған, ҡом баҫҡан ер. □ Песчаное место, песок, пески. ■ Һалдаттар һөйләшмәйҙәр, һәр ваҡыт аяҡ аҫтына ғына ҡарап баралар. Тигеҙ ер, ҡомлоҡ, урман... Д. Юлтый. Аяҡ атлап йөрөп булмай — бөтә ере ҡомлоҡтан. Бындай һуғыш булмаҫ ине, был бер генә шомлоҡтан. Йырҙан. Инйәр йылғаһының бер яҡ сите ҡомлоҡ, икенсе яры ҡаялар, бейек тауҙар. «Йәшлек», 5 июнь 2011.
2. Өҫтөн тотош ҡом ҡаплаған сахра; сүл. □ Пустыня. ■ Ҡом дөйәһе утлай ҡомлоҡта, ҡомлоҡ еркәйендә эҫелек. «Иҙел менән Яйыҡ». Хиджаз, Йемен, Хәдрәмәүт, Нәджәт, Амман, Ғәрәбстанда ҡомлоҡ булыу сәбәпле, иген игергә яҡшы түгел. М. Ғафури.
3. диал. ҡар. ҡомҡалаҡ. Ҡомлоҡ менән салғы яныу.
450