Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 452 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОМ САХРА(ҺЫ)
□ Бересклет (лат. Euonymus). Ҡомроҡ ҡыуағы. Ҡара ҡомроҡ. Ҡыҙыл ҡомроҡ.
ҠОМ САХРА(ҺЫ) и. ҡар. ҡом сүле.
■ Дөйә утә алмаған ҡом сахрала паровоздар бөгөн юл яра. Д. Юлтый.
ҠОМ СҮЛЕ (Р.: песчаная пустыня; И.: sand desert; T.: çöl) и.
Йәйрәп ятҡан ҡомло киң дала. □ Песчаная пустыня. ■ Африкала бар ҡом суле, сулдә — бархандар. Гумер итә, дөйә көтөп, ғәрәп туғандар. Й. Солтанов.
ҠОМ СӘҒӘТЕ (Р.: песочные часы; И.: hour-glass; T.: kum saati) и.
Үҙ-ара көпшә менән тоташтырылған ике быяла һауыттың береһенән икенсеһенә билгеле бер ваҡыт араһында ҡом ҡойолоп тора торған яйланма. □ Песочные часы. ■ Тарих ул бит тере, ҡом сәғәте кеуек бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә һәм уны бер нисек тә туҡтатып булмай. «Йәшлек», 12 май 2011.
ҠОМ СӘХРӘҺЕ и. ҡар. ҡом сүле.
■ Әхмәтзәки Вәлиди бер нисә юлдашы менән генә Ноҡос, Хужайлы, Ургенч ҡалалары, Ҡыҙыл ҡом сәхрәләре буйлап Хиваға юл тота. Ғ. Хөсәйенов.
ҠОМТАБАҠ (ҡомтабағы) (Р: большая глиняная чашка; И.: clay bowl; T.: kil tabak) и. диал.
Балсыҡтан яһалған ҙур һауыт. □ Большая глиняная чашка. Ҡомтабак яһау.
ҠОМТАШ (Р.: песчаник; И.: sandstone; Т.: kumtaşı) и.
Ҡомдан барлыҡҡа килгән таш. □ Песчаник. / Песчаниковый. ■ Район уҙәге төҙөк һәм куркәм. Урамына тигеҙ итеп ҡомташ тушәлгән. Яр. Вәлиев. Башҡортостандың көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш тигеҙлектәрендә ваҡ таптар рәуешендә сәселеп ятҡан баҡырлы ҡомташтар куп. Картотека материалдарынан. Ҡомташтарға һеңгән һыуҙай, һеңер инем ҡосағыңа. М. Кәримов.
ҠОМ ТАУЫ и. ҡар. ҡом өйөмө. Ҡом тауҙарында улән уҫмәй. Ҡом тауҙары бер урындан икенсе урынға кусеп йөрөй.
ҠОМТОЙ I и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. Ҡомтой тотоу.
ҠОМТОЙ II (Р: глиняная тарелка; И.: clay plate; T.: çanak tabak) и. диал.
Балсыҡтан яһалған тәрилкә. □ Глиняная тарелка. Ҡомтой яһау.
ҠОМТОҠ (ҡомтоғо) (Р: глиняный кумган; И.: clay pitcher; T.: çanak güğüm) и. диал.
Балсыҡтан яһалған ҡомған. □ Глиняный кумган. Я Ҡоҙағыйҙың ҡомтоғо, ҡом тығылып торғаны. Сеңләүҙән.
ҠОМТӨРТКӨ (Р.: щиповка обыкновенная; И.: spined loach; T.: taşısıran balığı) и. зоол.
Йылғаларҙың һәм ағар күлдәрҙең ҡомло урындарында йәшәгән, ҙурлығы 10—11 сантиметрҙан артмаған ваҡ балыҡ. □ Щиповка обыкновенная (лат. Cobitis taenia).
ҠОМТӨРТКӨС и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. ■ Эй балыҡ һөҙә малайҙар, көмөштәй һыу болғана. Еҙ мыйыҡ та, ҡомтөрткөс тә, шамбы ла килеп сыға. С. Кулибай.
ҠОМ ҺАҒЫҘАҠТАРЫ (Р: песочные осы; И.: sand wasps; T.: Crabronidae familyasına ait bir yaban arısı) и. зоол.
Ергә ҡаҙып күкәй һала торған берәмек һағыҙаҡтар. □ Песочные осы (лат. Crabronidae). ■ Яҙғы ташҡын ҡалдырған ҡом өймәләстәрен ишеп, ҡом һағыҙаҡтары, иңкештәр, бал ҡорттары тыжылданы. Й. Солтанов.
ҠОМ ҺАЙЫҪҠАНЫ (Р: кулик-сорока; И.: catcher; T.: bayağı poyraz kuşu) и. зоол.
Һыу буйында ҡомда, ҡырсында йәшәгән көслө тауыш менән ҡысҡыра торған, ҡыҙыл суҡышлы, ҡара ала ҡош. □ Кулик-сорока (лат. Haematopus ostralegus). ■ Ҡом һайыҫҡаны ҡусҡарҙар, бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Интернет селтәренән.
ҠОМҺАРА ОСОУ (ҡомһара ос-) ҡ. диал. ҡар. ҡобара осоу. ■ Ҡомһараһы осҡас даланың, аңланым мин Амударъяны. К. Кинйәбулатова.
ҠОМҺАРЫЛЫУ (ҡомһарыл-) ҡ. ҡар. ҡомһарыу. ■ Ҡөсһөҙлөгөн тойопмо, әлегәсә
452