Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 453 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОМҺОҘЛОҠ
йылмайып торған, Ҡорманғазы ағайҙың йөҙө ҡомһарылып китте. Р. Солтангәрәев.
ҠОМҺАРЫНЫУ (ҡомһарын-) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡомһарыу 1. возвр. от ҡомһарыу 1.
ҠОМҺАРЫУ (ҡомһар-) (Р: бледнеть; И.: pale; T.: benzi atmak) ҡ.
1. Төҫ боҙолоу, ҡараңғы сырай алыу; ҡобара осоу, буҙарыу. □ Бледнеть, сереть (о лице). Йөҙө ҡомһарып киткән. Төҫө ҡомһарыған. ■ Айбулат, бер көлөп, бер ҡомһарып, үҙенең һорауына уңайһыҙланды. Һ. Дәүләтшина. Этҡолдоң сырайы китеп, төҫө үҙгәрҙе, йөҙө ҡомһарҙы. Ғ. Дәүләтшин. Әхтәм, йөҙө тағы ла ҡомһара төшөп, танау төбөнән генә мығырланды. Ф. Иҫәнғолов.
2. күсм. Асыҡ, салт төҫтө юғалтыу, ҡараңғыланыу; боҙолоу. □ Тускнеть, блёкнуть, сереть (о небе при плохой погоде). ■ Ҡояш .. ҡапыл тау артына ауҙы. Ер ҡомһарып, ҡырыҫланып китте. 3. Биишева.
ҠОМ ҺАУЫТ и. диал. ҡар. көршәк 1. Ҡом һауытҡа һөт һалыу. Оҙон муйынлы ҡом һауыт. Тотҡалы ҡом һауыт.
ҠОМҺОҘ (Р: алчный; И.: avid; Т: açgözlü) с.
1. Аҡсаға, мал-мөлкәткә туймаған; ҡомар. □ Алчный, жадный. // Корыстолюбец, стяжатель; жадина. Я Улар [юғары ҡатламдар] араһында, ҡомһоҙ байҙар, һатлыҡтар ғына түгел, ил мәнфәғәтен күҙәтеүсе бынамын тигән ватансылар ҙа, йүнсел хужалар ҙа, уҡымышлы зыялылар, мәғрифәтселәр ҙә булыуын онотҡанбыҙ. Ә. Хәкимов. Егор Тимашев та бер ҡомһоҙ бәндә булды, һаман ер етмәй уға. 3. Ураҡсин. Суртмаҡ баҫҡаҡ та, ҡомһоҙ күренергә теләмәһә лә, уҫал булды, бер генә баш малды ла, бер генә үлсәм балды ла көтөргә ҡалдырманы. К. Мәргән. • Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр. Мәҡәл. Алтын ҡомһоҙҙоң күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә. Әйтем.
2. Ашауға туймаҫ; мәскәй. □ Прожорливый, ненасытный. Я Ҡомһоҙ ҡуңыҙҙар, ҡамҡалар һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары ағас-үлән кебләләрен бөтөрә. 3. Яфаева.
[Мәхмүт:] Ағай күҙҙәремдең ҡомһоҙ ҡарашын һиҙеп ҡуйҙы булһа кәрәк, һөйәген ашығып кимерә башланы. Ә. Чаныш. • Ҡомһоҙ, үҙе туйһа ла, күҙе туймай. Әйтем. Ҡомһоҙ тыу бейә ашаһа ла туймаҫ. Әйтем. Ҡомһоҙ эт ҡуян алмаҫ, алһа ла, тиреһе ҡалмаҫ. Әйтем.
3. күсм. Мауыға торған, иҫе киткән. □ Жадный, пристрастный. Эшкә ҡомһоҙ. Белемгә ҡомһоҙ. Я Әллә ниндәй, эшкә тиһәң, ҡомһоҙ шундай. Ә. Вәли.
ҠОМҺОҘЛАНЫУ (ҡомһоҙлан-)(Р.: жадничать; И.: be greedy, display avidity; T: açgözlülük göstermek) ҡ.
1. Аҡсаға, малға туймаҫ булыу, ҡомһоҙ булыу. □ Жадничать; проявлять алчность, жадность. Аҡсаһын йәлләп, ҡомһоҙланып тора. Ҡомһоҙланып йөрөй инде шунда. Ҡеше байыған һайын ҡомһоҙлана бара. Я һунарсы ҡомһоҙланып, шул төймәне һалдырып алғанына үкенә. Әкиәттән.
2. Ашап, эсеп туймаҫ булыу; мәскәйлә-неү. □ Становиться ненасытным, прожорливым. Ҡомһоҙланып ашау. Я Ана бер ҙур сәпсек, бәләкәйен ситкә тибә-тибә, ҡомһоҙланып ниҙер сүпләй. Ә. Чаныш. Бисәһе әле генә ҡоҙоҡтан алып ҡайтҡан һалҡын һыуға шыйыҡлап яһалған айранды хужа ҡомһоҙланып эсте. Ә. Вәли. Бесәй ҡомһоҙланып, әле һөткә, әле колбасаға үрелде. М. Күсмәева.
3. күсм. Нимәнелер мауығып, иҫе китеп башҡарыу. □ Делать что-л. с жадностью, пристрастием. Ҡомһоҙланып баланы үбеү. Ҡомһоҙланып тыңлау. Китапты ҡомһоҙланып уҡыу.
ҠОМҺОҘЛОҠ (ҡомһоҙлоғо) (Р.: алчность; И.: cupidity; T.: açgözlülük) и.
1. Ҡомһоҙ (1) кешегә хас сифат. □ Алчность, жадность, корыстолюбие, стяжательство; рвачество. Я Саимә унда йәберҙе, рэн-йетелеүҙе, байҙар ҡомһоҙлоғон етерлек күрә. С. Әлибаев. Нәфсе һәм ҡомһоҙлоҡ кешелек донъяһын һәләкәткә илтәсәк. Л. Якшыбаева. [Мәскәй:] Күптәрҙе батыр тип йөрөтәләр, иллә-мәгәр уларҙың береһе лә был исемгә лайыҡ түгел; ундай батырҙар
453