Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 454 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОМҺОҘЛОҠ КҮРҺӘТЕҮ
ҙың барлыҡ даны алдашыуҙан, маһайыуҙан, ҡомһоҙлоҡтан, барымтаға йөрөүҙән тора. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Батшалар үҙҙәренең ҡомһоҙлоҡтары арҡаһында һәр ваҡыт бер-береһе менән һуғышып торғандар, ти. Әкиәттән. • Кешенең байлығы бергә артҡанда, ҡомһоҙлоғо бишкә арта. Әйтем.
2. Асҡаҡ булыу хәле. □ Прожорливость, ненасытность, обжорство (в еде). Ҡомһоҙлоҡ менән ашау. ■ Ҡарт ҡомһоҙлоҡ менән ике стаканды эсеп ҡуйҙы ла, рәхмәт әйтеп, үҙенең ҡоралын ҡулына алды. К. Мәргән.
3. күсм. Нимәгәлер ныҡлап бирелгәнлек.
□ Жадность, страсть, пристрастие к чему-л. Китапты ҡомһоҙлоҡ менән уҡыу.
ҠОМҺОҘЛОҠ КҮРҺӘТЕҮ (ҡомһоҙлоҡ күрһәт-) ҡ. ҡар. ҡомһоҙланыу. Аҡса мәсьәләһендә ҡомһоҙлоҡ күрһәтеү.
ҠОМҺОҠ с. диал. ҡар. ҡомһоҙ 1, 2.
Комһоҡ бай.
ҠОМҺОЛ (Р.: супесчаный; И.: sandy-loam; T.: böbrek kumu olan; kumlu) c.
Ҡом ҡатнаш, әҙ генә ҡомло. □ Супесчаный; песчаный. Ҡомһол балсыҡ.
ҠОМҺОНОУ (ҡомһон-) ҡ. диал. ҡар. ҡомһоҙланыу. Ҡомһоноп үбеү.
ҠОМҺОРАУ (ҡомһора-) ҡ. диал. ҡар. ҡомһарыу 1. ■ [Егеттең] төҫө лә бик асыулы, ҡомһорап тора икән, ти. «Мәргән менән Маянһылыу».
ҠОМҺОУ I с. ҡар. ҡомһол. ■ Бураҙнаға бәрәкәтле орлоҡ төшөрһәң дә, ҡомһоу тупраҡтан еңел генә мул уңыш алырмын, тимә. «Башҡортостан», 5 апрель 2011.
ҠОМҺОУ II (Р.: угрюмый; И.: sullen; Т.: asık suratlı) с.
Ҡараңғы; бошонҡо, бойоҡ. □ Угрюмый, мрачный. Төҫө ҡомһоу. М [Ғәлимйәндең] янында һөйгәне булмағас, өйө лә ҡомһоу төҫ алды. Ә. Ғибәҙәтов.
ҠОМҺОУ III (Р: угрюмо; И.: sullenly; Т.: surat asarak) р.
Кәйефһеҙ, бошонҡо. □ Угрюмо, мрачно, сурово. ■ Шүлгән ҡомһоу йөрөгәнгә, һаман
шиге булғанға, һытыҡ йөҙөн күргәнгә һомай унан һағайған. «Урал батыр».
ҠОМҺӨЙӘР (Р: песколюбка песчаная; И.: beach grass; T.: kum çavdarı) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, диңгеҙ буйында ҡомлоҡта бейек булып үҫкән үлән. □ Песколюбка песчаная (лат. Атто-phila arenana). Ҡомлоҡта ҡомһөйәрҙәр үҫеп ултыра.
ҠОМҺӨРГӨС и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. Беҙҙең йылғаларҙа ҡомһөргөстәр бик күп.
ҠОМШАҠ (ҡомшағы) (Р: песчаная коса; И.: sandbar; spit of sand; T.: kilburun) и. диал.
Йылға буйында нәҙек оҙон булып һуҙылып киткән бейек булмаған ҡом яры.
□ Песчаная коса. Комшаҡта ҡыҙыныу. Комшаҡҡа менеү.
ҠОМШОРОҠ I (ҡомшороғо) и. диал. ҡар. ҡумшырыҡ. Комшороҡҡа төшөп китеү.
ҠОМШОРОҠ II (ҡомшороғо) (Р: ноздря; И.: nostril; T.: burun deliği) и. анат. диал.
Танау тишеге. □ Ноздря. Ҡомшороҡтан ҡан китеү.
ҠОМ ШӘКӘР (Р: сахарный песок; И.: granulated sugar; T.: kristal şeker) и.
Ваҡ шәкәр. □ Сахарный песок. Ҡом шәкәр һатып алыу. Я Аптыраҡ инде, йөҙәр йыл буйына йәшәп килгән ауылдар, йылы һыуға һалған ҡом шәкәр шикелле, күҙ алдында иреп бөтөп бара. Р. Солтангәрәев.
ҠОМЫЙ(Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени айле.
ҠОМЪЯНЫУ и. диал. ҡар. ҡомҡалаҡ.
Ҡомъяныу менән салғы яныйҙар.
ҠОМ ӘРЕМЕ (Р: полынь песчаная; И.: wormwood species; T.: pelin) и. бот.
Итле йәшел япраҡлы ярым ҡыуаҡ.
□ Полынь песчаная (лат. Artemisia arenana).
454