ҠОНАН
Яр буйҙарында ҡом әремдәре өйкөм-өйкөм булып үҫеп ултыралар.
ҠОН I (Р.: месть; И.: revenge; T.: intikam) и.
1. тар. Үлтерелгән кеше өсөн яуап итеп түгелгән ҡан йәки түләтелгән хаҡ. □ Месть, плата за убийство. ■ Егетемдең ҡоно бына шул булыр, тип ҡыҙ егетте үлтергән кешене сәнсә. Әкиәттән.
2. Бер төрлө насарлыҡҡа йәки яманлыҡҡа ҡайтарылған яуап; үс. □ Месть. • Яҡшы әҙәмдә ҡон булмаҫ, яман әҙәмдә моң булмаҫ. Әйтем.
3. Кеше иҫәбенә, кеше көсөнән үҙләштерелгән хаҡ. □ Цена, стоимость. М [Гөлйөҙөм:] Кеше ҡоно беҙгә кәрәкмәй. Һ. Дәүләтшина.
ҠОН II (Р.: вид; И.: look(s); T.: görünüş) и. диал.
Килбәт, ҡиәфәт, төҫ-баш. □ Вид, облик, физиономия. • Аттың ҡоно тауҙа һынала, егеттең ҡоно яуҙа һынала. Әйтем. Әҙәм тиһәң ҡоно юҡ, хайуан тиһәң йөнө юҡ. Мәҡәл.
ҠОНАЖЫЛ и. диал. ҡар. ҡонажын 1, 2. Ҡонажыл ите. Урмандан ҡонажылды эҙләү.
ҠОНАЖЫМ и. диал. ҡар. ҡонажын 1, 2.
Ҡонажым һатып алыу.
ҠОНАЖЫН (Р: кобыла-трёхлетка; И.: three-year-old шаге; T.: üç yaşlık kısrak) u.
1. Ике йәштән өс йәшкә тиклемге бейә. □ Кобыла-трёхлетка. М Бейәләр араһында үҙенең һылыулығын, өҫтөнлөгөн ацлай һымаҡ был алма сыбар төҫтәге һылыу ҡонажын. Й. Мостафин. Ҡонан менән Ҡонажын йыйғандар, ти, ҙур табын. Хәбәр биреп һәр яҡҡа, саҡырғандар ҡунаҡҡа... Ф. Туғыҙбаева. Үтте сабып шаян ҡонажын — елберләне елгә күм-күк ял! Й. Солтанов.
2. диал. Ике йәшлек һыйыр малы. □ Корова-двухлетка. Ҡонажын һатыу. Ҡонажын алыу.
ҠОНАЙ (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әй, күбәләк ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён ай-линцев, кубаляков.
ҠОНАЙЫЛ и. диал. ҡар. ҡонажын 1,2. Ҡонайылды ҡолонлатыу.
ҠОНАЙЫН (Р: яловая корова; И.: dry cow; T.: kısır inek) и. диал.
1. Ҡыҫыр, тыу һыйыр. □ Яловая корова. Ҡонайындан башҡа малы юҡ.
2. ҡар. ҡонажын 2.
ҠОН АЛЫУ (ҡон ал-) (Р: отомстить; И.: revenge oneself; T: intikam almak) ҡ.
1. Үлтерелгән кеше өсөн яуап итеп ҡан түгеү; үлтереү. □ Отомстить. // Отмщение. ■ Шулай итеп бөрйәндәрҙе ҡырып, егет уларҙан атаһының [Бабсаҡтың] ҡонон ала. Әкиәттән. [Күсәкбей:] Мин атамдың ниндәй ҡонон алайым, минең атам тере бит, уны һис кем үлтермәгән һәм һис кем язалағаны юҡ. «Күсәкбей». [Һәүбән — Айһылыуға:] Йөрәге етһә атаңдың, оран һалһын йортона: Шүлгәнгә яу асырға, унан ҡонон алырға. «Аҡбуҙат». Ҡара урмандың ҡара ташы күп йәшәгән төйәгем. Ете ҡыҙҙың ҡонон алмай, гүргә инмәҫ һөйәгем. Ҡобайырҙан. Күҙәктең бөтә тырышлығы, батырлығы Ҡыпсаҡ ырыуы һәм уның бейе Бабсаҡтың ҡонон алыу менән тамамлана. Ә. Харисов.
2. Яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ эшләү.
□ Мстить кому, чему. ■ [Мәргән:] Уралымды талаған яуыз хандан ҡономдо ала торған батырмын. «Мәргән менән Маянһылыу». [Самат:] Ну, Ғәлләм, асыуға тейәһең тейеүен. Ахыры мин һинән бының ҡонон алырмын. С. Кулибай.
ҠОНАН I (Р: жеребец-трёхлетка; И.: three-year-old colt; T: üç yaşlık aygır) u.
Ике йәштән өс йәшкә тиклемге айғыр.
□ Жеребец-трёхлетка. ■ Туры бейәнең ҡолоно йүгән кейҙергәндә ҡонан, серге һалғанда дүнән, эйәр һалғанда толпар булды, ти. Әкиәттән. [Тай]ҡонан түгел, дүнәнгә өйләнгәс тә баҫа егерлек ат булмай бит әле ул. 3. Биишева. Ана шул данлыҡлы туры бейәнән
455