Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 456 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОНАН
тыуып ҡалған ҡонан була инде был бөгөн уҙған Турыҡай! К. Мәргән. Буҙ ҡонанды ғына бирсе, атаҡайым, менеп тә генә китәйем, атаҡайым, кук дунәнде генә бирсе, атаҡайым, елеп тә генә утәйем, атаҡайым. Сеңләүҙән.
ҠОНАН II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тамьян.
ҠОНАНСА и. диал. ҡар. ҡонажын 1.
Ҡонансаны кәртәгә бикләп ҡуйҙылар.
ҠОНАНСЫҒАР и. диал. ҡар. ҡонажын 1.
Ҡонансығар утлап йөрөй.
ҠОНАН ҮГЕҘ (Р.: двух-, трёхгодовалый бычок; И.: two, three-year-old steer; T.: iki-üç yaşlık öküz) и.
Ике йәштән өскә тиклемге үгеҙ. □ Двух-, трёхгодовалый бычок. Ҡонан угеҙҙе һуғымға һимертеу.
ҠОНАР (Р.: деловой; И.: businesslike; Т.: becerikli) с.
Эшкә уңған; эшлекле, булдыҡлы. □ Деловой, дельный. Ҡонар ир. ■ [Альберт:] Ә, Хәҙисә ҡоҙаса, утә ҡонар ҡыҙ булып киттең бит әле. Ҡасан курһәм дә яурыныңда кәрзинкә була. Ғ. Ибраһимов.
ҠОНАРЛАНЫУ (ҡонарлан-) (Р: становиться расторопным; И.: get prompt; T.: becerikli olmak) к.
Эшкә дәртләнеү, уңғанланыу, егәрлегә әйләнеү. □ Становиться (быть) расторопным, трудолюбивым, деятельным. Ҡонарланып алыу. Ҡонарлана төшөу. Ҡонарланып китеу. Иртәнән эшкә ҡонарланып тороу.
ҠОНАРЛЫ с. ҡар. ҡонар. Ҡонарлы кеше.
ҠОНАРЛЫҠ (ҡонарлығы) (Р: деловитость; И.: business-like character; T: kabiliyet) и.
Эшкә уңғанлыҡ; эшлеклелек, булдыҡлылыҡ. □ Деловитость. ■ Тормоштоң әсе-һен-сөсөһөн татып уҫеу, уҡыуға һәм эшкә
ҡонарлыҡ уларҙың [әле ир уртаһы йәшенә инер быуындың] характерын тиҙерәк формалаштырҙы, купкә егәрле һәм эшмәкәр итеште. Ғ. Хөсәйенов.
ҠОНАРҺЫҘ I (Р: неспособный к работе; И.: incapable to work; T: kabiliyetsizlik) c.
Ҡулынан эш килмәгән; булдыҡһыҙ, эшлекһеҙ. □ Неспособный к работе, ленивый. Ҡонарһыҙ егет. Ҡонарһыҙ up.
ҠОНАРҺЫҘ II (Р.: растяпа; И.: bungler; T.: beceriksiz kimse) и. диал.
Ҡулынан йүнле эш килмәгән, йыйнаҡ булмаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Растяпа. ■ Уй, ҡонарһыҙ, атты кеше шулай егәме? Картотека фондынан.
ҠОНАРҺЫҘ III с. диал. ҡар. йәмһеҙ I. Ҡонарһыҙ ғына булыу. Ҡонарһыҙ егет.
ҠОНДОҘ I (Р: бобр; И.: beaver; T.: kunduz) и.
1. зоол. Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған, көрән йөнлө, яҫы яланғас ҡойроҡло һыу буйы йәнлеге. □ Бобр. / Бобровый (лат. Castor). Ҡондоҙ ите. Һаҙ ҡондоҙо.
■ Беҙҙең Башҡортостанда элек ҡамсат, йофар, ҡондоҙ кеуек кейектәр куп булған. Картотека фондынан. Һауаларҙа йондоҙ, һыуҙарҙа ҡондоҙ, Тәзизәкәй балдыҙ, илама, ҡалмаҫһың яңғыҙ. Йырҙан. Ҡапҡан һалдым ҡаҡ боҙға, ҡама менән ҡондоҙға. Халыҡ йырынан. • Дуңғыҙ - дуңғыҙ булып ҡала, ҡондоҙ була алмай. Әйтем.
2. Шул йәнлектең тиреһе һәм шунан тегелгән. □ Бобровый мех. / Бобровый. Ҡондоҙҙан бурек тегеу.
3. миф. Һаҡлаусы, ҡурсалаусы тотем йәнлек. □ Бобр (мифологизированное животное, тотем, прародитель, покровитель).
■ Ҡондоҙ — башҡорт ырыуҙарының тотемы. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОНДОҘ II и. зоол. диал.
1. ҡар. ҡуңыҙ. Иген ҡондоҙо. Тиреҫ ҡондоҙо.
2. ҡар. ҡамҡа II. Ике төрткөлө ҡондоҙ.
456