Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 457 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡонт
ҠОНДОҒА и. зоол. диал. ҡар. күгәүен. Ваҡ ҡондоға. Ҡара ҡондоға. Эре ҡондоға. Ҡондоға тешләу.
ҠОНДОР [рус. < исп. condor] (Р.: кондор; И.: condor; T.: kondor) и. зоол.
Емтек менән туҡлана торған эре йыртҡыс ҡош. □ Кондор (лат. Vultur gryphus). ■ Ҡарағоштар, грифтар һәм кондорҙар алты-ете мең метрғаса юғары кутәрелеп осалар. Картотека фондынан.
ҠОНДОРАҠ I (ҡондорағы) (Р.: полевица; И.: bent; T.: çimen) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ҡыяҡ япраҡлы һаҙ үләне; һаҙ мүге. □ Полевица (лат. Agrostis). Аҡ ҡондораҡ. ■ Бабай байға утын ҡырҡҡан, йукә һуйған, кумер уртә-гән, ҡондораҡ йолҡҡан, бурәнә ҡырҡҡан. Әкиәттән. Ҡондораҡ уҫкән сәсеулекте, ғәҙәттә, иң һәйбәткә иҫәпләйҙәр. Интернет селтәренән.
ҠОНДОРАҠ II (Р.: неполновесный; И.: not full-weight; T.: kuvvetsiz) с.
Ҡуйы, нәҙек, ваҡ һабаҡлы, ваҡ башаҡлы (ашлыҡҡа ҡарата). □ Неполновесный, слабый (о колосе). Ҡондораҡ бойҙай.
ҠОНДОРАУ (ҡондора-) (Р: быть прозрачно-чистым; И.: be crystal-clear; T.: saydam olmak) ҡ.
Тап-таҙа, тоноҡ булыу. □ Быть прозрачно-чистым (о воде). ■ Ҡондорап та ятҡан һалҡын шишмә эсһәң, йөрәгеңә боҫтама. Халыҡ йырынан.
ҠОНДОРАУЫҠ (ҡондорауығы) и. бот. диал. ҡар. ҡондораҡ I. Ҡондорауык ҡыяғы.
ҠОНЖОҒОР w . зоол. диал. ҡар. кеҫәртке. Йәшел ҡонжоғор. Һары ҡонжоғор.
ҠОНЖОРОҠ (ҡонжороғы) и. диал. ҡар. ҡынйыраҡ. Ҡонжорок кейеу.
ҠОНЖОРЫЙҠм. диал. ҡар. ҡынйыраҡ.
Ҡонжорыйк тегеу. Ҡонжорыйк кейеу.
ҠОНЙОР I с. диал. ҡар. ҡондораҡ II. Ҡонйор башаҡ.
ҠОНЙОР II (Р: медлительный; И.: sluggish; T.: ağır) с. диал.
Әкрен ҡуҙғалыусан, яй эшләгән; мыштыр. □ Медлительный, неповоротливый. Ҡонйор ир. Ҡонйор холоҡло.
ҠОНЙОРЛАУ (ҡонйорла-) (Р: возиться долго; И.: potter (about); T.: uğraşmak) ҡ. диал.
Йәһәт-йәһәт кенә эшләмәй, һуҙмаҡайланыу; мыштырлау. □ Возиться, копошиться долго. Ҡонйорлап эшләу. Ҡонйорлап тик йөрөу.
ҠОН ҠАЙТАРЫУ (ҡон ҡайтар-) ҡ. ҡар. ҡон алыу. Я [Буләкән турә:] Йәнәйҙәрҙән Миңлебикәнең ҡонон ҡайтарып, игәт малын алып китергә кәрәк! К. Мәргән.
ҠОНО I (Р: росомаха; И.: wolverine; Т: obur) и. зоол.
1. һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған, оҙон, ҡуйы көрән йөнлө, ялбыр ҡойроҡло, ҡыҫҡа аяҡлы йыртҡыс йәнлек. □ Росомаха. / Росомаший (лат. Gula gula). M Ҡоно тайгала йәшәй, куберәк уләкһә менән туҡлана. Интернет селтәренән.
2. Шул йәнлектең тиреһе һәм шунан тегелгән. □ Росомаший мех. / Росомаший. Ҡоно тиреһе.
ҠОНО II (Р: алчный; И.: avid; T.: açgözlü) с. диал.
Аҡсаға, мал-мөлкәткә туймаған; ҡомһоҙ.
□ Алчный, жадный. Ҡоно ҡатын.
ҠОНО III и. зоол. диал. ҡар. ҡондоҙ I. Ҡоно бурек.
ҠОНСОЛ (Р: мстительный; И.: vindictive; malignant; T.: kinci) с.
Ҡон ҡайтарыусан, үс алыусан. □ Мстительный, зловредный. Ҡонсол ир. Ҡонсол булыу. ■ Ят булған был ҡонсол, тынсыу донъяға алыштырҙы һил наҙ, дуҫтарҙы? Ниңә ҡул бирҙе һуң хаин йәндәргә, ниңә ышанды шул юха телдәргә [шағир]. Р. Ғарипов.
ҠОНТ (Р: прилежный; И.: diligent; Т.: çalışkan) с. диал.
Һәр эште лә бөтә күңелен биреп ихлас эшләй торған; тырыш. □ Прилежный, усердный, старательный. Ҡонт кеше.
457