ҠОНТҺОҘ
ҠОНТҺОҘ (Р.: ленивый; И.: lazy; Т.: tembel) с. диал.
Тырыш булмаған, ялҡау. □ Ленивый, нерадивый. Уҡыуға ҡонтһоҙ кеше.
ҠОҢҒОР I (Р.: подражание глухому невнятному звуку; И.: imitation of a dull sound; T.: belli belirsiz ses) оҡш.
Тоноҡ ҡына яңғырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому невнятному звуку. Ҡоңғор тигән тауыш ишетелде.
ҠОҢҒОР II (Р: тёмно-бурый; И.: dark brown; T.: bozca) с. диал.
Ҡыҙғылт ҡара; ҡуңыр. □ Тёмно-бурый, бурый. Ҡоңғор быҙау. Ҡоңғор йөҙ. ■ Уның [ҡыҙҙың] алһыу битен, ҡоңғор сәстәрен .. уйынсаҡ елдәр шаярталар. Ғ. Хәйри. Гөлбикә еңгә хат уҡыусыны йотлоғоп-йотлоғоп тыңлай. Уның куҙ алдына һоро шинель, башына йондоҙло шлем кейгән .. ҡоңғор мыйыҡлы Йомабай килеп баҫа. С. Ҡудаш.
ҠОҢҒОР ИТЕҮ (ҡоңғор ит-) ҡ. ҡар. ҡоңғорлау. Ҡоңғор итеп ҡалыу.
ҠОҢҒОР-ҠАҢҒЫР оҡш. ҡар. көңгөр-көңгөр. ■ Иген келәттәре эргәһендә бәләкәй генә өйҙән ҡоңғор-ҡаңғыр һөйләшкән тауыштар ишетелде. Картотека фондынан.
ҠОҢҒОР-ҠОҢҒОР (Р.: подражание глухому невнятному звуку; И.: imitation of а dull indistinct sound; T.: belli belirsiz ses) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡоңғор иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому невнятному звуку. Ҡоңғор-ҡоңғор иткән тауыш. Ҡоңғор-коңғор килеу.
ҠОҢҒОРЛАНЫУ (ҡоңғорлай-) (Р: темнеть; И.: grow dark; T.: loşlaşmak) ҡ.
Ҡоңғор төҫкә инеү. □ Темнеть, становиться тёмным или темнее. ■ Ҡаршы яҡта, ҡылған сәсен Ирәндек өҫтөнән килгән төнгө һалҡын һауаға тирбәтеп, ҡоңғорла-нып офоҡҡа тоташып ултырған тау һырты, әкрен генә буҙара башлай. С. Ҡудаш.
ҠОҢҒОРЛАУ (ҡоңғорла-) (Р: издавать глухой звук; И.: emit a dull sound; T.: boğuk ses çıkarmak) ҡ.
Ҡоңғор-коңғор иткән тауыш сығарыу; ҡоңғор-ҡоңғор килеү. □ Издавать глухой звук. Ҡоңғорлап төшөп китте. Ҡоңғорлап һөйләшәләр.
ҠОҢҒОРТ (Р: тёмный; И.: (light)brown; T.: açık kahverengi) с.
1. Ҡыҙғылт ҡара; ҡуңыр. □ Тёмный; карий (о цвете волос, шерсти; о цвете глаз). Ҡоңғорт сәс. ■ Сикә сәсем бер аҙ ағарһа ла, ҡоңғорт сәсем ҡалған улымда. Гумеремдең оҙонлоғо булып, улым йәшәр килер быуында. Я. Ҡолмой. Сәхнәгә, баянын кутәреп, оҙон буйлы, ҡоңғорт бөҙрә сәсле, зәңгәр куҙле сибәр егет сығып, «Уйыл»ды башҡарҙы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2,
2010. Әсәһенән етем ҡалғандан һуң уның [Мифтахетдиндең] көләс йөҙө бик ныҡ һурығып, яңаҡ һөйәктәре ҡалҡып сыҡты, сөм-ҡара ҡашы аҫтындағы нур сәсеп ялтлаған ҡоңғорт куҙҙәре тоноҡланды. Я. Хамматов. Сибәрлекте лә Хоҙай унан [Рәйестән] ҡыҙғанмаған. Дуғалай бөгөлөп торған ҡуйы ҡара ҡаштар. Оҙон керпектәр. Сая ҡарай торған ҡоңғорт куҙҙәр. С. Пова-рисов.
2. Ҡара һөрөңкө, ҡараңғы сырайлы; томһа. □ Смугловатый. Ҡоңғорт тән. 91 һол-танбайҙың былай ҙа ҡоңғорт, юнып та шымартылмаған кеуек тойолған ҡаҡса йөҙө ҡараңғыланды, ҡуйы һаҡал төгө баҫа башлаған эйәген ышҡыны. Н. Мусин. Нәҙек буйлы, ҡоңғорт йөҙлө, киң маңлайлы, ҡара ҙур куҙле, ҡалын иренле бер егет делегаттар алдына сығып баҫты. А. Таһиров.
3. Салт аҡ түгел; ҡараһыу. □ Черноватый, темноватый. М Һаҡмар аға. Уның ҡоңғорт һыуы уҙе тигеҙ, уҙе упҡынлы. X. Ҡунаҡбай. Яр аҫтында ҡоңғорт һыуҙа, йоҡомһорап ҡына ойоп, йөҙөп йөрөй, аҡҡош һымаҡ, ап-аҡ ҡына бер томбойоҡ. К. Кинйәбулатова.
ҠОҢҒОРТЛАНЫУ (ҡоңғортлан-) (Р: становиться тёмно-коричневым; И.: be darkbrown; T: açık kahverengi olmak) ҡ.
Ҡоңғорт төҫкә инеү, ҡоңғорт төҫ алыу. □ Становиться тёмно-коричневым, тёмно
458