ҠОРАЙТ
ҠОРАЙТ I (Р.: сакральное восклицание; И.: word of magical address; T.: büyü sözü) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, имләгәндә тотемдан ярҙам һорап, магик өндәшеү һүҙе (ҡот ҡайтарыуға, беренсе йәшенде туҡтатыуға, йорт именлеген һаҡлауға һ. б. йунәтелгән). □ Сакральное восклицание (магическое слово-обращение к тотему с просьбой о помощи). ■ Ҡорайт, котом, ҡорайт, котом, илдән осһаң, илдән кил, малдан осһаң, малдан кил. Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом. Башҡорт халыҡ ижадынан. Ҡапыл көслө тауыш менән һөрәнләгән башҡорт ораны ишетелде. Был оран башҡа бөтә тауыштарҙы ла кумеп, тотош тирә-яҡҡа таралды: «Ҡорайт, Тәңрем!» Картотека фондынан.
ҠОРАЙТ II (Р.: возглас, которым подгоняют лошадей; И.: gee upp!; T.: hayda, atları kovma ünlemi) саҡ.
Һөрәнләп мал (аттарҙы) ҡыуғанда әйтелә. □ Возглас, которым по(д)гоняют лошадей. ■ Һыбай егет аръяҡ ярҙан «Һайт-һайт! Ҡорайт-корайт!» — тип ҡамсыһын һелтәй, әммә бер генә мал да уның яғына сыҡмай. Әкиәттән.
ҠОРАЙЫШ I (Р: мужская шапка; И.: male fur сар; T.: erkek şapkası) и. диал.
Дүрттән ҡорап эшләнгән ҡырпыулы бүрек. □ Мужская шапка без ушей, отороченная мехом. Ҡорайыш кейеу. Ҡорайыш һатып алыу. Иҫке ҡорайыш.
ҠОРАЙЫШ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган.
ҠОРАҠ I (ҡорағы) (Р.: сверстник; И.: contemporary; T: akran) и.
Аралашып, серләшеп йәшәгән бер йәштәге бер быуын кешеләр төркөмө. □ Сверст
ник, ровесник. Ҡораҡ менән осрашыу. Ҡорак-ҡа ҡунаҡҡа барыу.
ҠОРАҠ II (ҡорағы) и. диал. ҡар. ҡорама 1,1, 2. Ҡораҡлы юрған эшләу.
ҠОРАҠЛАШ и. диал. ҡар. ҡораҡташ. Ҡораклаш менән аралашыу.
ҠОРАҠЛЫ с. ҡар. ҡорама II. ■ Шәрифә әбей мейес эргәһендәге ҡораҡлы юрғанды ипләп кенә асты. Һ. Дәүләтшина.
ҠОРАҠТАШ (Р: сверстник; И.: peer; Т.: yaşıt) и.
Бер ҡораҡ (I) кешеләре (бер-береһенә ҡарата); замандаш, йәштәш. □ Сверстник, ровесник. Ҡораҡташ булыу. ■ Иленә монар яһаған — иленә мәрҙәс була алмаҫ; яу килтәһе ҡашҡаға йәштә ҡорҙаш булһа ла, эштә ҡораҡташ була алмаҫ. Ҡобайырҙан.
ҠОРАҠҺЫУ (ҡораҡһы-) ҡ. диал. ҡар. ҡорғаҡһыу. Ағас мискә ҡораҡһыған.
ҠОРАЛ (Р: оружие; И.: weapon; T.: silâh) и.
1. һөжүм итеү, һуғышыу, һөжүмдән һаҡланыу өсөн махсус эшләнгән йәки шул маҡсатта ҡулланылған нәмә. □ Оружие. / Оружейный. Һалҡын ҡорал. Ҡорал менән ҡаршы тороу. ■ Салауат батыр ҡоралы — еҙ башаҡлы ғына уҡ икән. Халыҡ йырынан. [Закир:] Минең команданы тыңлағыҙ! Ҡоралдарҙы аттарға йөкмәтергә. 3. Биишева. Фронттарға барып еткәс, ҡорал һалдыҡ беләккә, инде хәҙер ҡурҡмайбыҙ, ғәйрәт керҙе йөрәккә. Бәйеттән. Әжәл көтөп ятыу — хурлыҡтыр, ҡорал тотоп улеу — ҙурлыҡтыр. М. Кәрим. Мә, улым, әләйһәң, минең ҡоралдарымды ал, — тип әйткән, ти, шунда бабай, малайына янында ятҡан уҡ-һаҙағын алып, билендәге балтаһын һалып биргән, ти. Әкиәттән. Гәрәй ҡарт мейес аҫтына йәшереп ҡуйған наганын, теге ваҡытта Ҡорбанов буләк итеп киткән дан ҡоралды, тартып сығарҙы. Б. Бикбай. һайлап-һайлап [Бабсаҡ] һигеҙ бәһлеуән алды, яу ҡоралын барын да тағып алды. «Бабсаҡ менән Күсәк». • Ҡорал кемдеке — заман шуныҡы. Әйтем. Ҡоралда ҡырҡ кешенең көсө
460