Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 461 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРАЛ-ҠОРАМАЛ
бар. Әйтем. Ҡорал юҡтан ҡороҡ та ҡорал. Әйтем.
2. йыйн. Берәй эш башҡарғанда ҡулланыла торған төрлө ҡулайлама, инструмент һ. б. □ Орудие, снасть, приспособление, инструмент. Етештереу ҡоралдары. ■ [Сәғиҙә:] Беҙ, уҡытыусылар, балаларҙы мәктәп партаһынан уҡ ауыл хужалығы эштәре, һәр төрлө ауыл хужалығы ҡоралдары менән таныштыра башларға тейешбеҙ. М. Тажи. • Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар. Әйтем. Ҡоралы утмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ. Әйтем. Эштең башы — ҡорал. Әйтем.
3. Көй башҡарыу, музыка уйнатыу өсөн махсус эшләнгән инструмент рәүешендәге нәмә. □ Музыкальный инструмент. Уйын ҡоралы. Музыка ҡоралдары. ■ «Танташ-сем» ансамбле етәксеһе .. сыуаш милли музыка ҡоралы волынкала бик оҫта итеп уйнап курһәтте. «Табын», 14 август 2012.
4. кусм. Нимәнелер тормошҡа ашырыу, нимәгәлер ирешеү сараһы. □ Оружие, орудие, средство, способ. Тел — тотош йәмғиәттең аралашыу ҡоралы.
5. диал. ҡар. мылтыҡ. Ҡуш кәбәкле ҡорал. Һунар ҡоралы, һуғыш ҡоралы.
ҠОРАЛАЙ (Р.: косуля; И.: гое; T: karaca) и. зоол.
1. Боландар ғаиләһенә ҡараған, бәләкәй генә сатаҡ мөгөҙлө, оҙон, нәҙек аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, ерән төҫлө ҡырағай хайуан; илек. □ Косуля, козуля (лат. Сар-reolus capreolus). Ҡоралай мөгөҙө. Ҡоралай тиреһе. ■ Ташлы тауҙың киртләс ҡаяһында баҫып тора һомғол ҡоралай. Ҡ. Даян. Төлкөнөң — ҡорҙо, буренең һарыҡ бәрәсен йә йәш ҡоралайҙы нисек ботарлауын йөҙ тапҡыр кургәнмендер. Тереклек донъяһының заңы шул. Ә. Хәкимов. Тибенгә сыҡҡан мал өйөрө шикелле, яугирҙар бер аҙ иркенләй төшә: ҡоралай атып, ҡош сөйөп, тура килгән малды тибеп, бер аҙ туйынып, елләнеп алалар. К. Мәргән. Ҡоралай балаһы инәһенә табан ынтылды, шунан туҡталды, көлөу
тауышы оҡшанымы, унда хәуеф юҡлығын аңланымы, башын ҡырын һалып ҡатып ҡалды. Ф. Аҡбулатова. Ҡоралай алғы аяҡтарын ике яҡҡа киреп, башын кәксәйтеп ҡатып тик тора. С. Кулибай.
2. миф. Юл күрһәтеүсе тотем йәнлек.
□ Косуля (мифологизированное животное, первопредок, тотем, путеводитель).
3. эйл. ф. ҡоралайым. Яратып, иркәләп әйтелә. □ ласк. Косулёнок мой (по отношению к близкому человеку). Кил эле, ҡоралайым, бер яратайым.
ҠОРАЛАЙ ҺЫУЫҒЫ (Р.: похолодание (накануне лета)', И.: cool spell before summertime; T.: havanın soğuması) и.
Май айының тәүге яртыһында була торған һыуыҡ. □ Похолодание, ненастье (накануне лета). ■ Ҡоралай ҡоралай һыуығы булған арала ылаҡлай. Картотека фондынан.
ҠОРАЛДАШ (Р: соратник по оружию; И.: comrade-in-arms; T: silâh arkadaşı) и.
Ҡорал тотоп бергә һуғышҡан иптәш.
□ Соратник, товарищ по оружию. Ҡоралдаш булыу. ■ [Сиған дуҫым] ҡалын, таулы Клин урманында һине йыҡты дошман пуляһы. Яҡын иптәш, ҡоралдашым булып, һин янымда һаман киләһең! Я. Ҡолмой. Килмәк батыр, уҙенең ҡоралдаштары менән бергә еңелеп, уның [батшаның] алдында теҙ сугер. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠОРАЛ КҮТӘРЕҮ (ҡорал күтәр-) (Р: поднять оружие против кого-л:, И.: raise arms; T: silâha davranmak) ҡ.
Ҡорал тотоп яуға ҡалҡыу. □ Поднять оружие против кого-л. Илен яҡлап бөтә халыҡ дәррәу ҡорал кутәрҙе.
ҠОРАЛ-ҠОРАМАЛ (Р: снаряжение; И.: equipment; T: teçhizat) и. йыйн.
Хеҙмәттә ҡулланылған төрлө ҡорал, инструмент һ. б. □ Снаряжение. Корал-ҡора-малды төҙәтеу. ■ Иген бешеп килгән мәл тугел, ҡорал-ҡорамалды ҡарап, йәтешләп ҡуйыу ҙа кәрәк, ырҙындар ҙа таҙартылмай суп-сар баҫҡан көйө ята. 3. Ураҡсин.
461