ҠОРАЛЛАНДЫРЫЛЫУ
ҠОРАЛЛАНДЫРЫЛЫУ (ҡоралландырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡоралландырыу, страд, от. ҡоралландырыу.
ҠОРАЛЛАНДЫРЫУ (ҡоралландыр-) (Р.: вооружать; И.: arm; T.: silahlandırmak) ҡ.
1. Хәрби ҡорал менән тәьмин итеү, ҡораллы итеү. □ Вооружать. // Вооружение. Армияны ҡоралландырыу, һуғыш башланыуға ғәскәрҙе ҡоралландырып бөттөләр. Армияны яңы ҡоралдар менән ҡоралландырып ҡуйырға кәрәк. Рәсәй һалдаттарын әленән-әле ҡоралландырып торалар. ■ Хәҙер хәрби дружиналарҙы ныҡлы ҡоралландырыу куҙҙә тотола. Я. Хамматов.
2. Эш ҡоралы менән тәьмин итеү. □ Оснащать, вооружать кого-л., что-л., чем-л. Заводты яңы станоктар менән ҡоралландырып яталар.
ҠОРАЛЛАНЫУ (ҡораллан-) (Р.: вооружаться; И.: become armed; T.: silahlanmak) ҡ.
1. һуғыш кәрәк-яраҡтары булдырыу, ҡорал етештереү; ҡорал алыу. □ Вооружаться. // Вооружение. Ҡылыс менән ҡоралланып алыу. Дошман һөжум иткәнгә тиклем ҡоралланып ҡуйыу. Йылдан-йыл армия яҡшы ҡораллана бара. һәр көн, һөжумгә кутәрелгәндәй, ҡоралланып торорға кәрәк.
■ Илебеҙ һәм Совет армияһы бик ҡеуәтле, бик көслө ине. Кейендереу һәм туҡландырыу, ҡоралланыу — барыһы ла юғары кимәлдә булды, — тине ҡарт һалдат ғорурлыҡ менән. «Йүрүҙән», 25 февраль 2011.
2. Эш ҡоралы менән тәьмин ителеү, эш ҡоралын, эш кәрәк-яраҡтарын булдырыу. □ Вооружаться, оснащаться. // Вооружение. Ҡеуәтле техника менән ҡоралланыу.
■ Заманса техника менән ҡоралланыу эҙәрмәндәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген дә бермә-бер арттырасаҡ. «Йәшлек», 12 июнь
2011.
3. кусм. Ниндәйҙер эшмәкәрлек өсөн кәрәкле мәғлүмәт алыу, тейешле белемгә эйә булыу. □ Вооружаться (знаниями, теорией и т. д.). // Вооружение. Алдынғы теория менән ҡоралланыу. В Үҙеңдә ныҡлы ышаныс бул
дырыу, мәғлумәт менән етерлек ҡоралланыу кешене уңышҡа әйҙәй. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 4, 2012.
ҠОРАЛЛЫ (Р.: вооружённый; И.: armed; T: silahlı) с.
1. Ҡорал тотҡан, ҡоралы булған. □ Вооружённый, при оружии, имеющий оружие. Ҡораллы армия. В Урал барған ер буйлап, һыҙылып ятҡан тау буйлап яҡшы толпар атланған, яу батырҙай ҡораллы дурт йәш батыр килгән, ти. «Урал батыр». Ҡораллы атлы казак һәм урядниктар ауылдарға таралдылар, өй һайын йөрөп ҡаралдыларын урамға ырғыталар, һыҙыралар, ваталар, емерәләр. Т. Хәйбуллин. Ҡораллы азаматтар дейеу батшалығына ер һелкетеп, донъя шаулатып килеп еткән, ти, бер заман. Әкиәттән. Арестанттарҙы надзирателдәр ҡарай, уларына свейҙар куҙ-ҡолаҡ, һәр кәмәне ике-өс ҡораллы матрос һаҡлап йөрөтә. Б. Рафиҡов. Ҡораллы ғәскәрҙең таратылыу ы, .. төрлө шайкаларҙың ишәйеуе хәлде тағы ла нығыраҡ ҡатмарландырҙы. Я. Хамматов. • Һәнәрле кеше — ҡораллы кеше. Әйтем.
2. Һуғыш ҡоралдары ҡулланылған, төрлө бәрелештәр менән үткән. □ Вооружённый, с применением оружия (конфликт, налёт и т. п.). Ҡораллы һөжум. Ҡораллы бәрелеш. ■ Башҡорт батыры ҡораллы яуға кутәрелгәндә лә, ихтилалдың утлы уҙәгендә хәрәкәт итеп, егерменән ашыу алышта шәхси ҡатнашып, иң яуаплы хәрби операцияларҙы уткәргәндә лә, уҙе ҡылған эштәрҙең ғәҙеллегенә ышанып, уңышҡа талпынған бит. Н. Асанбаев.
ҠОРАЛЛЫ КӨСТӘР (Р: вооружённые силы; И.: armed forces; T.: silahlı kuvvetler) и.
Хәрби берәмек; ғәскәр. □ Вооружённые силы, армия. В Молов тимер юл эшселәренән купме ҡораллы көс йыйыу мөмкинлеге тураһында бер нисә һуҙ әйтеп утте. А. Таһиров.
462