Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 463 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРАМА
ҠОРАЛ ТАШЛАУ (ҡорал ташла-)
(Р.: сложить оружие; И.: lay arms down; T.: silâhını bırakmak) ҡ.
Еңелеп буйһоноу, көрәште туҡтатыу. □ Сложить оружие, сдаваться. Дошман ҡорал ташланы. М Хандың яуы еңелде. Барыһы ҡорал ташланы. Башҡорт халыҡ ижадынан.
ҠОРАЛТОРБА (Р.: ружейный ствол; И.: gun barrel; T.: namlu) и. диал.
Мылтыҡ көбәге. □ Ружейный ствол. Ҡоралторбаны таҙартыу.
ҠОРАЛ ҺАЛЫУ (ҡорал һал-) ҡ. ҡар. ҡорал ташлау. Башҡорт азаматтары ниндәй генә ауыр хәлдә лә ҡорал һалманы. В [Мораҙым — Туҡтамыш ханға:] Йәнең алам, тип килдем! Әсеңдә кер булмаһа, башың эйеп, ҡорал һал. Халыҡ ижадынан.
ҠОРАЛҺЫҘ (Р: безоружный; И.: unarmed; T.: silâhsız) с.
Ҡоралы булмаған. □ Безоружный, невооружённый. Ҡоралһыҙ һаҡсылар. ■ Палач -тар!.. Ҡоралһыҙ эшселәргә атаһығыҙ! — тигән тауыштар тирә-яҡҡа яңғырап таралдылар. М. Ғафури. [Новиков — атлы казактарға:] Һай, шәп кешеләр ни... Бындай ҡоралһыҙ, ярҙамһыҙ ас крәҫтиәндәрҙе туҡмарға килгәндәр. Д. Юлтый. • Бер ҡораллы мең ҡоралһыҙҙы еңгән. Әйтем.
ҠОРАЛҺЫҘЛАНДЫРЫЛЫУ (ҡоралһыҙландырыл-) ҡ. тош. ҡар. ҡоралһыҙландырыу. страд, от ҡоралһыҙландырыу. Ғәскәр ҡоралһыҙландырылды.
ҠОРАЛҺЫҘЛАНДЫРЫУ (ҡоралһыҙландыр-) (Р: обезоруживать; И.: disarm; Т.: silâhını elinden almak) ҡ.
1. Ҡоралһыҙ итеү. □ Обезоруживать, разоружать. // Обезоруживание, разоружение. Һалдаттарҙы ҡоралһыҙландырыу. Енәйәтсене ҡоралһыҙландырыу. М Бөйөк батша .. боласыларҙы ҡоралһыҙландырып, баш һалырға мәжбүр итер һәм уҙ батшалығында тыныслыҡ урынлаштырыр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Шадрин:] Ревкомдың ҡарары буйынса, беҙ
һеҙҙең дружиналарҙы ҡоралһыҙландырҙыҡ. А. Таһиров.
2. күсм. Әсир итеү, еңеү. □ Обезоруживать. // Обезоруживание. Ҡүҙ ҡарашы менән ҡоралһыҙландырыу.
ҠОРАЛҺЫҘЛАНЫУ (ҡоралһыҙлан-) (Р: обезоруживаться; И.: get disarmed; T.: silâhı elinden alınmak) ҡ.
1. Еңелеп, буйһоноу, көрәште туҡтатыу.
□ Обезоруживаться, быть обезоруженным. Ғәскәр ҡоралһыҙланды.
2. Ҡоралды кәметеү, ҡоралды бөтөрөү.
□ Разоружиться. // Разоружение. Ҡоралһыҙланыу сәйәсәте.
ҠОРАЛҺЫҘЛЫҠ (ҡоралһыҙлығы) (Р: безоружность; И.: condition of being armless; T.: silahsızlık) и.
Ҡорал (1) булмағанлыҡ. □ Безоружность. М Хаммат, ҡоралһыҙлыҡҡа кәйефһеҙләнеп, шымып ҡалған иптәштәренә шундай уҡ ҡәтғи етди тауыш менән: «Мылтыҡһыҙҙар, йығылған бер дошмандың ҡоралын, кейемен һалдырып алырға, атына атланырға әҙер тороғоҙ!» — тип бойорҙо. 3. Биишева.
ҠОРАЛ ЫУ (ҡорал-) ҡ. төш. ҡар. ҡорау I. страд, от ҡорау!.
ҠОРАМА I (Р: лоскут; И.: rag patchwork; T.: bez parçası) и.
1. Өскөлләп йәки дүрткелләп ҡырҡылған тауар киҫәге; ҡыйыҡ. □ Лоскут, отрезок. Ҡырҡ ҡорама. Ҡорама ҡороу. М Һандыҡ ҡына тулы, һай, ҡорама, һайлаһам да сыҡмай бөтөнө. Халыҡ йырынан. Инәйем өйҙә юҡтыр, тип, түргә сыҡма, киленсәк; эйәһеҙ ятҡан ҡораманы муҡсаңа тыҡма, киленсәк. К. Мәргән.
2. Ҡырҡындынан ҡоралған ҡаралды.
□ Скатерть, покрывало (сшитые из лоскут -ков). Урындыҡҡа ҡорама йәйеү. Ҡорама тегеү.
3. Төрлө киҫәктән, ҡырҡындынан ҡорап яһалған өй ҡаралтыһы; ҡорамал. □ Сооружение из отходных материалов (избушка, сарайчик, ларёк и т. п.). • Донъя ҡораманан йыйыла. Әйтем.
463