ҠОРБАН АШЫ
ла сатрашланып биҙәлгән бер һандыҡ. Быныһының өҫтөнә эсле балаҫ, кейеҙ, ебәк ҡорама юрғандарҙан, күпмәләрҙән урын йыйылған. Т. Хәйбуллин.
2. миф. Һаҡлау көсөнә эйә булған өсмөйөшлө ҡырҡындынан ҡоралған юрған.
□ Одеяло из треугольных лоскутков (в мифологии имеет обережную и отгонную силу). ■ Бала йүткерһә, уға ҡырҡ ҡорама юрған япҡандар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРАМЫШI и. диал. ҡар. ҡорама 1,1,3.
■ Дүрткел дә дүрткел ҡорамышты ҡорағым да килмәй, инәкәй. Сеңләүҙән.
ҠОРАМЫШ II с. диал. ҡар. тиктормаҫ. Ҡорамыш бала.
ҠОРАУ I (ҡора-) (Р.: составлять из кусков (лоскутков); И.: make of patches; T.: kumaş artıklarından dikmek) ҡ.
Ҡорамаларҙы, киҫәктәрҙе бер-береһенә ялғау, ялғап бер бөтөн итеү. □ Составлять, собирать что-л. из кусков (лоскутков). • Ҡорап-ҡорап тун тектем — ҡолонло бейәгә биргеһеҙ. Әйтем.
ҠОРАУ II (Р.: сшитая из кусков ткани вещь; И.: patchwork article; T.: kumaş artıklarından dikilmiş şey) u.
Ҡорап ҡуйылған нәмәнең бер өлөшө.
□ Сшитая из кусков ткани вещь (одеяло и т. п.).
ҠОРАШ (Р: постный суп; И.: lenten soup; T.: etsiz çorba) и. кул. диал.
1. Итһеҙ, ҡыҫыр аш. □ Постный суп. Ҡораш бешереү. Ҡораш әҙерләү.
2. Һөткә бешерелгән аш. □ Молочный суп. Яңы һауылған һөттән ҡораш тәмле була.
ҠОРАШТЫРЫУ (ҡораштыр-) ҡ. ҡар. ҡорау I. Түшәк ҡораштырыу.
ҠОРБАН I [ғәр. jbjs] (Р/ жертва; И.: victim; T.: kurban) и.
1. дини. Аллаһ исеменә салынған мал.
□ Жертва, жертвенное животное. / Жертвенный. Ҡорбан таратыу. Аҡ ҡорбан. Нәҙер ҡорбаны. ■ Түрмән ҡорбан итеп бер һарыҡ тәкәһе һуйҙы. Әкиәттән.
2. Кем йәки нимәлер хаҡына ғазап сигергә, нимәлер өсөн үҙен бирергә дусар иткән йән эйәһе йәки нәмә. □ Жертва. Яу ҡорбаны. Ватан һуғышы ҡорбандары. ■ Бөгөнгө яҡты көн, бәхет мең ғазап менән, ҡорбандар менән яулап алынған. «Башҡортостан», 15 апрель 2010. Миллиондарса ҡорбандарҙы — бер ғәйепһеҙ туғандарҙы мәңге онотмаҫ күңел. С. Ғәбиҙуллин. Һөжүм итеүселәрҙе пулемёттар ямғыры ҡаршы алды, винтовкалар ҙа телгә килде. Тәүге ҡорбандар берәм-берәм ергә ҡоланы. М. Хужин.
3. Төрлө бәлә-ҡаза ваҡытында, яманлыҡ, фажиғә арҡаһында зыян күргән, һәләк булған кеше йәки башҡа йән эйәһе. □ Жертва. Ғәйбәт ҡорбаны. Яла ҡорбаны. ■ Был ваҡытта Талышман башындағы һаҙлыҡ ҡамышында кис булыуын көтөп ятҡан бүреләр шырлыҡ буйлап йығып ҡалдырылған ҡорбандары янына туйғансы һутлы ит ашарға киләләр ине. С. Ильясов. Арыҫлан, ҡорбанын ботарлап, туйғансы ашаған да китеп тә барған. Т. Ғарипова.
4. Төрлө диндәрҙә юғары көстәрҙән яҡшылыҡ, именлек, һ. б. теләп бирелгән әйбер, йән эйәһе (мәҫәлән, утҡа май ташлап, һыуға кеше һалып һорау). □ Жертва (предмет или живое существо, которое приносится в дар божеству).
ҠОРБАН II и. зоол. ҡар. ҡорбан балығы. Ҡорбанға ҡармаҡ һалыу.
ҠОРБАН АЙЫТЫ и. дини. диал. ҡар. ҡорбан ғәйете. Ҡорбан айытына әйтеү.
ҠОРБАН АШЫ (Р.: угощение мясом жертвенного животного; И.: kind of Moslem feast; T: kurban sunma) и. дини.
Ҡорбан байрамы көндө һәм нәҙер ҡорбаны хөрмәтенә үткәрелгән мәжлес. □ Угощение мясом жертвенного животного. Ҡорбан ашына саҡырыу. Ҡорбан ашына барыу. Ҡорбан ашы әҙерләү. ■ Таиба әбей башҡа йылдарҙа ҡорбан ашына иң тәүҙә Ғаббас мулланы, абыстайҙары менән мәзинде саҡырып ала торғайны. 3. Биишева.
465