Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 467 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРБАНҺЫҘ
Кускилде батыр ҡоланы, еңеу хаҡына ул уҙен ҡорбан итте. Ф. Аҡбулатова.
ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (ҡорбан килтер-) ҡ. дини. ҡар. ҡорбан салыу.
ҠОРБАН ҠАНЫ (Р.: кровь жертвенного животного; И.: blood of a sacrificial animal; T.: kurbanlığın kanı) и. дини.
Ҡорбанға салынған малдың ҡаны.
□ Кровь жертвенного животного. К Ҡорбан ҡанын соҡор ҡаҙып кумергә кәрәк. Ул ергә ултырырға, ярау итергә ярамай. Башҡорт мифологияһынан. Ҡорбан салһаң, маңлайыңа ҡанын һөртөргә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
ҠОРБАН ҠЫЛЫУ (ҡорбан ҡыл-) ҡ. ҡар. ҡорбан итеү. ■ [Буҙйегет:] Ҡуҙ-ба-шымды ҡан алды, донъя атама киң ҡалды, хәсрәт алды йөҙөмдө, ҡорбан ҡылдым уҙемде. «Буҙйегет».
ҠОРБАНЛЫҠ (ҡорбанлығы) (Р.: жертвенное животное; И.: sacrificial catlle; T.: kurbanlık) и. дини.
Ҡорбан (I, 1) өсөн тәғәйенләнгән мал.
□ Жертвенное животное (овца, лошадь, корова). / Жертвенный, предназначенный для жертвы. Ҡорбанлыҡ һарыҡ. ■ [Хисбулла — Емешкә:] Ҡорбан салам, йә, балдыҙ, ҡорбанға тотон, — тине. Емеш, сихырланған шикелле шымып, ҡорбанлыҡ янына сугәләне. 3. Биишева. Ҡорбанлыҡ һөйәктәрен йә һыуға, йә ергә кумеп һалаһың. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРБАН МАЛЫ и. дини. ҡар. ҡорбан!, 1. ■ «Һеҙ салған Ҡорбан малдарының ите лә, ҡаны ла Аллаһҡа барып ирешмәй, Аллаһҡа һеҙҙең тәҡуәлек — динле, иманлы булыуығыҙ ғына барып етә», — ти Ҡөрьән. Башҡортса дини календарҙан.
ҠОРБАН САЛДЫРЫУ (ҡорбан салдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡорбан салыу, понуд. от ҡорбан салыу. ■ [Сарыбай] шунда уҡ кисектермәй, мулла саҡыртып, ҡорбан салдыра һәм балаға Маянһылыу тип исем ҡуштыра. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠОРБАН САЛЫУ (ҡорбан сал-) (Р: резать жертвенное животное; И.: slaughter sacrificial catlie; T.: kurban kesmek) ҡ. дини.
Аллаһ исеменә мал салыу. □ Резать, забить жертвенное животное. ■ Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса мөмкинлеге булған һәр ғаилә байрам уңайынан ҡорбан салырға тейеш. Башҡортса дини календарҙан. Ҡорбан салғанда малдың ғырлауығын киҫеп, ҡаны сығып бөткәнсе, ҡибла яҡҡа тотоп торалар. Экспедиция материалдарынан. Байрам көнөндә хәле еткән кешеләргә Аллаһы Тәғәлә ҡорбан салырға бойорған. «Йәншишмә», 12 ноябрь 2010. Тәҡдир булып, сәскә сәс бәйләнһә, аҡ ҡорбандар салыр инем арнап. Ҡ. Даян. Берҙән-бер көн Әхмәтхан, ҡырҡ дөйәһен ҡорбан салып, Алланан уғыл һораған. Әкиәттән. Аҡ ҡуйҙарҙан ҡорбан салыр инем, уҙ илемә ҡайтып әйләнһәм. Халыҡ йырынан. Мәулит байрамы көндө лә оло ҡорбан салалар. Т. Арслан. Ҡешеләр .. ямғыр теләп урамға сыҡты, ҡорбан салды, ошкортоп, Оло Эйеккә суйырташтар ырғытты. 3. Биишева.
ҠОРБАН ТИРЕҺЕ (Р: шкура жертвенного животного; И.: sacrificial animal’s skin; T.: kurbanlığın derisi) и. дини.
Ҡорбанға салынған малдың тиреһе.
□ Шкура жертвенного животного. М Ҡорбан тиреһен хәйергә бирәләр, итен курше, ағай-эне, ярлы-ябағаны саҡырып ашаталар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРБАН ҺӨЙӘГЕ (Р: кости жертвенного животного; И.: sacrificial animal’s bones; T.: kurbanlığın kemikleri) и. дини.
Ҡорбанға салынған малдың һөйәге.
□ Кости жертвенного животного. ■ Ҡорбан һөйәктәрен ағын һыуға һалырға йә тәрән итеп ҡаҙып кумергә кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРБАНҺЫҘ (Р.: без жертв; И.: with no sacrifice; T.: kurbansiz) c.
Ҡорбаны булмаған. □ Без жертв. К Ер өҫтөндә шатлыҡ менән ҡайғы тойғолары бергә ҡушылып урғыла, ажғыра, ҡайнай, сөн
467