Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 468 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРБАН ӘЙТЕҮ
ки һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, һәр көн почта кемгә лә булһа яҡынының яраланыуы йәки һәләк булыуы тураһында хәбәр килтерә.
3. Биишева, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай ул, балалар, — тип ҡуйҙы Тимерғәле бабай. Һ. Дәүләтшина. • Көрәш ҡорбанһыҙ булмаҫ. Мәҡәл.
ҠОРБАН ӘЙТЕҮ (ҡорбан әйт-) (Р.: дать обет жертвоприношения; И.: give a vow to make a sacrifice; T.: kurban kesmeye niyet etmek) ҡ. дини.
Ҡорбан салырға нәҙер әйтеү. □ Дать обет жертвоприношения. Ҡорбан әйтеу йолаһы. Балаһына ҡорбан әйтте.
ҠОРБАШ (Р.: предводитель войска; И.: leader of troops; T.: sergerde) и.
1. Ҙур тәжрибәле хәрби етәксе. □ Предводитель войска, полководец. ■ Уйлағанда, таш йотор, йөрәктәре ҡуш булған; ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай, илдә ҡорбаш булырҙай ирҙәр илдә булғанда, инде тағы ни тием? Ҡобайырҙан. [Кадирбирҙе менән Янбай] береһе Урҙа башында ҙур хан булыр, икенсеһе ҡорбаш булып, беҙгә юл бирмәй, уҙҙәренә ҡол ҡылыр, тип һөйләшеп, нисек тә Иҙеукәй менән Мораҙымдың араларын боҙорға .. кәңәш ҡорған, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. Ойошҡан халыҡ төркөмөнөң, йыйындың башында тороусы. □ Предводитель, путеводитель (группы, собрания).
ҠОР БАШЫ и. ҡар. ҡорбаш. Ғәскәрҙең ҡор башы булыу. Ҡор башы килде.
ҠОРБО и. диал. ҡар. ҡорҙаш. • Ҡорбоң бөтһә, туйға барма. Әйтем.
ҠОРДТАР (Р: курды; И.: Kurds; T.: Kürt-ler) и. этн.
Бик күп ырыу төркөмөнән торған иран халҡы. □ Курды. ■ Кәмәлек буйында ултырған Кусембәт ауылындағы мәсетте асырға ошо тирәнең бик куп ауылы халҡы йыйылды, улар араһында башҡа мосолман халҡы диаспораһы ла — ҡаҙаҡтар, ҡордтар ҙа бар ине. «Йәшлек», 15 май 2011.
ҠОРҒА и. диал. ҡар. ҡарасҡы I. Ҡорға эшләу. Баҡсаға ҡорға ҡуйыу.
ҠОРҒАҠ I (Р: сухой; И.: dry; T.: kurak) с.
Бик ҡоро, үтә ҡыуан. □ Сухой, засушливый. Ҡорғаҡ һауа. Ҡорғаҡ көн.
ҠОРҒАҠ II (ҡорғағы) и. диал. ҡар. ҡорған. Тәҙрәгә ҡорғаҡ элеу.
ҠОРҒАҠ III (ҡорғағы) и. диал. ҡар. ҡоролоҡ I. Быйылғы ҡорғаҡта бесән юҡ.
ҠОРҒАҠЛАНЫУ (ҡорғаҡлан-) (Р: становиться сухим; И.: become dry; T.: kurak olmak) ҡ.
Дымһыҙ эҫелә ҡыуанға әйләнеү; ҡорғаҡ булыу. □ Становиться сухим, засушливым. ■ Туҡай менән Ғафури урамға сыҡҡан саҡта ҡояш куптән байыған, һауа бер ни тиклем ҡорғаҡланып һалҡыная төшкән ине. С. Ҡудаш.
ҠОРҒАҠҺЫУ (ҡорғаҡһы-) (Р: рассыхаться; И.: crack (with heat); T.: fazla kuruluktan çatlamak) ҡ.
1. Ныҡ кибеп ҡаҡшау, ярыҡланыу. □ Рассыхаться. ■ Ағас мискәләрҙәге һыуҙар бөткәс, улар кибеп, ҡорғаҡһыр. 3. Ураҡсин. Ҡорғаҡһып ҡыйралырға торған ҡырҡ сөйлө ағас һуҡа, тештәре ҡойолоп бөткән ағас тырма .. ярлы крәҫтиәндең хәҙерге ҡоралы шул. Ф. Иҫәнғолов. Сей ағастан яһалған өҫтәл ваҡыт утеу менән ҡорғаҡһып, эшкә яраҡһыҙ булып ҡала. Н. Нәжми.
2. Бик ныҡ кибеү, ныҡ кибеп ҡатыу; ҡыуһырау. □ Пересыхать. Бесән ҡорғаҡһыған. ■ Ер ҙә утә ныҡ ҡорғаҡһый башланы. Ә. Хәкимов. Ҡой, ямғыр, һине ҡасандан бирле ҡорғаҡһыған ер көтә. М. Кәримов. Эсер һыуҙар ҡороп, ағастар ҡырҡылып бөтһә, сеймалдары алынып, ер буш көршәк шикелле ҡорғаҡһып ҡалһа, икһеҙ-сикһеҙ сул-леккә әуерелмәҫ тимә ожмахтай планета. «Ағиҙел», № 7, 2010.
3. кусм. һыуһау, зарығыу, тилмереү. □ Изголодаться. ■ Нимә генә тиһәң дә, халыҡ шаҡы-шоҡо концерттарҙан, ни моңо, ни һуҙе йөрәккә ятмаған «йырсы»ларҙан йөҙәгән. Рухи ҡорғаҡһыу, әҙип һуҙенә
468