ҠОРҘОРОУ
сарсау — ошоға дәлил. «Йәшлек», 21 март 2012.
4. диал. ҡар. бөтөү 1, 3—6.
ҠОРҒАН (Р.: занавеска; И.: curtain; Т.: perde) и.
Ишек, тәҙрәгә ҡоролған нәмә; ҡорма.
□ Занавеска, занавесь, штора. Тәҙрә ҡорғаны. ■ Бесәй балаһы бигерәк шуҡ булып сыҡты: Барыйҙың аяҡ аҫтында уралһынмы, килеп ҡорғанға аҫылынһынмы, балаҫты тырнаһынмы. «Йәшлек», 7 сентябрь 2012.
ҠОРҒАНАҠ (ҡорғанағы) и. диал. ҡар. ҡорған. Тәҙрәгә ҡорғанаҡ элеу.
ҠОРҒАНЛАУ (ҡорғанла-) (Р: занавешивать; И.: curtain; T.: perdelemek) ҡ.
Ҡорған ҡороу, ҡорған менән ҡаплау.
□ Занавешивать, зашторивать. Ишекте ҡорғанлау. ■ Өй тәҙрәләрен ҡорғанлап, урындыҡ ҡуйғандар, һ. Дәүләтшина.
ҠОРҒАУ (ҡорға-) ҡ. ҡар. ҡурғау II. ■ Боҙоҡтар берен-бере ҡолдай икән, хыянатын белә тороп ҡорғай икән. М. Аҡмулла.
ҠОРҒО I (Р: сухое место, тропинка среди болот; И.: dry spot in a bog; T.: çığır) и.
Һаҙлыҡтағы ҡоро урын, ҡоро һуҡмаҡ.
□ Сухое место, тропинка среди болот. Ҡорғонан атлау. Мышылар ҡорғо һалып боткән.
ҠОРҒО II и. диал. ҡар. ҡорған. Тәҙрә ҡорғоһо.
ҠОРҒО III (Р: место расположения летней стоянки; И.: spot for summer dwellings; T.: kamp yeri) и. диал.
Йәйләү ҡороп ултырған ер. □ Место расположения летней стоянки. М Тамъяндарҙың ҡорғоһо Ҡыраҡа тауы эргәһендә. Картотека фондынан.
ҠОРҒОН I (Р: потроха; И.: pluck; T.: içirik) и. диал.
һуйылған ҡош-ҡорттоң ваҡ-төйәге (башы, муйыны, тәпәйе һ. б.). □ Потроха (дичи, птиц). Ҡорғондо эткә биреу.
ҠОРҒОН II и. диал. ҡар. ҡорған. Ҡорғон тегеу.
ҠОРҒОС и. диал. ҡар. ҡорған. Тәҙрә ҡорғос. Яңы ҡорғос. Ҡорғос элеу. Ҡорғос тектереу.
ҠОРҘАШ (Р: сверстник; И.: person of the same age; T.: yaşıt) и.
1. Ҡатнашып йәшәгән, йәш яғынан яҡын булған замандаш кеше. □ Сверстник, ровесник. ■ Әхмәҙиәнең һуцғы ваҡытта ҡорҙашына һуғылғаны юҡ, хәҙер район еренә әллә ни юл да төшмәй, төшкәндә лә, кешелә ҡунып ятырға тырышмай, көнөндә әйләнеп ҡайтыу яғын ҡарай. Р. Солтангәрәев. [Мырҙағәле — Насирға:] Атайың менән ҡорҙаш булмаһаҡ та, дошман тугел инек.
3. Ураҡсин. Алдар, бәйгегә иң алда сабып килеп, ҡорҙашы Ҡуҙыйкурпәс ҡулынан алма сыбар арғымаҡты етәкләп ала. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Торна Ҡарам Мирхәйҙәр ҡорҙашына хат яҙып һалырға булды. Ә. Хәкимов. [Иҙеукәй:] Мораҙым, инде ат мендең, Хоҙай юлың уң ҡылһын, ҡорҙаш булған юлдашың, илен һөйгән ир булһын. Башҡорт халыҡ ижадынан. • Дуҫты айырған — дау, ҡорҙашты айырған — яу. Әйтем. Атаһы ҡорҙаштың балаһы ҡорҙаш. Әйтем. Ҡорҙашыңа — тур башың. Мәҡәл.
2. Бер табында, ҡорҙа булған кеше; табындаш, ултырҙаш. □ Сотрапезник. Ҡорҙаштар тағы ла осрашты.
ҠОРҘАШБИКӘ (Р: слово-обращение женщин-ровесниц друг к другу; И.: word used in addressing women of the same age; T.: yaşıt kadınların bir birine seslenme kelimesi) u. диал.
Йәштәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер-береһенә өндәшеү һүҙе. □ Слово-обращение женщин-ровесниц друг к другу. Ҡорҙашбикә, беҙгә сәйгә кил.
ҠОРҘАШЫУ (ҡорҙаш-) (Р: быть людьми одного круга; И.: be people of the same circle (rank); T.: aynı çevreden olmak) ҡ.
Табындаш, ҡорҙаш булыу. □ Быть людьми одного круга. Ҡорҙашып йәшәу.
ҠОРҘОРОУ (ҡорҙор-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡороу II. понуд. от ҡороу II. Тирмә ҡорҙороу.
469