ҠОРЖОУ
ҠОРЖОУ (ҡоржо-) (Р.: закисать; И.: turn sour (much); T.: ekşimek) ҡ. диал.
Ныҡ әсеү (һөт аҙығына ҡарата). □ Закисать (о молочных продуктах). Ҡатыҡ ҡоржоп киткән.
ҠОРЖЫЙ с. диал. арык III. Ҡоржый мал. Ҡоржый булыу. Ҡоржый ат.
ҠОР ҠАҘАНЫм. этн. ҡар. ҡурғаҙан.
ҠОР ҠАРСЫҒАҺЫ (Р.: ястреб-тетеревятник; И.: goshawk; T.: bayağı çakır kuşu) и. зоол.
Оҙон ҡойроҡло, һорғолт көрән төҫтәге йыртҡыс ҡош. □ Ястреб-тетеревятник (лат. Accipiter gentilis). Ҡор ҡарсығаһы ояһы. ■ Ҡор ҡарсығаһы көҙ һәм ҡыш бер урындан икенсе урынға кусеп йәшәй, яҙғыһын ояһына кире ҡайта. Э. Ишбирҙин.
ҠОРҠ-ҠОРҠ (Р: подражание прерывистому звуку, издаваемому птицами; И.: squawk; T.: gurk gurk) оҡш.
Ҡоштоң тамаҡ төбөнән сыҡҡан ҡалын тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание прерывистому звуку, издаваемому птицами (например, клёкоту глухарки, клохтанью, квохтанью курицы). Ҡорҡ-ҡорҡ итеп ҡоҙғон ҡорҡолдай.
ҠОРҠОЛДАЙ и. анат. диал. ҡар. күмәгәй. Ҡаҙҙың ҡорҡолдайы. Йоҙроҡ хәтле ҡорҡолдай. ■ Ҡорҡолдайы йоҙроҡ хәтле булып сығып торған .. бер ҡарт, һәнәк йәптәре шикелле бармаҡтарын хәтәр тырпайтып, бәке янып ултыра. 3. Биишева.
ҠОРҠОЛДАТЫУ (ҡорҡолдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡорҡолдау, понуд. от ҡорҡолдау. Һуйырҙы ҡорҡолдашыу. Ҡоҙғондарҙы ҡорҡолдашыу.
ҠОРҠОЛДАУ I (ҡорҡолда-) (Р: издавать прерывистые горловые звуки; И.: cluck; T.: gurk gurk etmek) ҡ.
Ҡорҡ-ҡорҡ иткән тауыш сығарыу. □ Издавать прерывистые горловые звуки (о птицах или животных,'йанример, клекотать, клохтать, квохтать). Бер туҡтауһыҙ ҡорҡолдау. Ҡорҡолдай башлау. Ҡорҡолдап ҡуйыу. Ҡорҡолдап тороу. ■ Уйын ваҡытын
да ата ҡоштар [һуйырҙар] шартылдау һәм салғы яныуына оҡшаған тауыштар сығара, инә ҡош ҡорҡолдай. Э. Ишбирҙин. Сәмиғулла урманға ҡайырылып кергән дә, айыу булып ҡорҡолдап, Мәғәфурҙе ҡурҡытып ҡайтарып ебәргән икән. Ж. Кейекбаев. Ҡиске һунарға сығырға ятҡан урындарынан торғас, ололар, ата менән инә буре, ҡоҙғондарҙың ҡорҡолдап осоу йунәлешенә иғтибар иттеләр. С. Ильясов. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың әйткән һамағы иҫтә ҡалған: «Беҙгә ырыҫ теләгән ҡарғаларға аш булһын, ҡорҡолдаған ҡоҙғондоң тамағына таш булһын». М. Ямалетдинов. [Сабир — малайҙарға:] Айыу уҙе кешенән ҡурҡа ул, былтыр беҙ бесәндә саҡта.. төндә йыраҡтан ғына ҡорҡолдап йөрөнө. Д. Шәрәфетдинов. Ҡырҙа ятҡан ерҙә ҡоҙғон ҡорҡолдаһа, ул ерҙә йәшәргә ярамай. Ырым. • һауалағы торна торҡолдағанда, ерҙәге ҡаҙ ҡорҡолдай. Әйтем.
ҠОРҠОЛДАУ II (ҡорҡолда-) (Р: ёкать (о лошади)', И.: go pit-а pat; T.: atın kalbi çarpması) ҡ.
Йөрәк ҡағыу (атҡа ҡарата). □ Ёкать (о лошади). Ат сапҡанда ҡорҡолдап бара.
ҠОРҠОЛДАШЫУ (ҡорҡолдаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡорҡолдау, взаимн. от ҡорҡолдау. Ҡорҡолдашып утеп китеу. Ҡорҡолдашып тауыш биреу. М Өй алдындағы ҡоштар донъяһы, йә ҡорҡолдашып, йә ҡаңғылдашып, уҙҙәре өсөн ятыраҡ малай килеп инеуе тураһында хәбәр бирҙеләр. К. Мәргән. Кук-тән ҡоҙғондар ҡорҡолдашып утеп бара. Әкиәттән.
ҠОРҠОЛТОҠ (ҡорҡолтоғо) (Р: хронический кашель; И.: chronic cough; T.: öksürüğü müzmin olan (hasta) и. мед. диал.
1. Туҡтауһыҙ, һәр ваҡыт йүткереп ауырыу. □ Хронический кашель. Ҡорколток менән яфаланыу. Ҡорҡолтоҡто дауалау.
2. Быума йүтәл. □ Коклюш. Ҡорколток ике йәшкә тиклемге балалар өсөн ҡурҡыныс ауырыу.
ҠОР-ҠОР I (Р: подражание прерывистому звуку, издаваемому птицами; И.: onomatopoeic sound; T: gurk gurk) оҡш.
470