ҠОРМА
Ҡоштоң (инә һуйырҙың, күркәнең, тауыҡтың һ. б.) тамаҡ төбөнән гөрөлдәберәк сыҡҡан ҡалын тауышын белдергән һүҙ.
□ Подражание прерывистому звуку, издаваемому птицами (например, клёкоту глухарки, клохтанью, квохтанью курицы). Ҡор-ҡор итеу. Кор-ҡор килеү. Баҫырға ултырған тауыҡ ҡор-ҡор килә. Ҡор-ҡор тигән тауыш сығарыу.
ҠОР-ҠОР II (Р.: группами; И.: in groups; T.: grup ile) p.
Төркөм-төркөм, бер берәмеккә ойошоп.
□ Группами. Кор-ҡор булып ултырыу. Ҡор-ҡор йыйылыу. ■ Каруансыларҙың хәбәренә ҡарағанда, халыҡ-саруа, ҡор-ҡор уҙаҡлашып, эреле-ваҡлы ауыл булып, ултыраҡ тормошҡа ыңғайлаған. Ә. Хәкимов.
ҠОРҠОРАЙ и. анат.
1. диал. ҡар. ҡурылдай I. Корҡорай кимерсәге. Корҡорай буйы. Корҡорай аша үтеү. Корҡорай һыҙлауы.
2. диал. ҡар. ҡорҡорай төйөнө. Ирҙәрҙең ҡорҡорайы. Ҙур ҡорҡорай.
ҠОРҠОРАЙ ТӨЙӨНӨ (Р: кадык; И.: Adam’sapple; T: Adem elması) и. анат.
Ирҙәр үңәсенең алғы өлөшөндәге йомро төйөн; күмәгәй. □ Кадык; адамово яблоко. Ирҙәрҙең ҡорҡорай төйөнө. Ныҡ беленеп торған ҡорҡорай төйөнө.
ҠОРҠОРАУ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Оло кешенең ҡорҡорауы 11—13 см-ға етә. Корҡорауҙың өҫкө өлөшө. Күкрәк ҡорҡорауы.
ҠОРҠОРАУЫҠ (ҡорҡорауығы) и. анат. диал. боғарлаҡ. Муйын ҡорҡорауығы. Ҡорҡорауыҡ шеше. Ҡорҡорауыҡ сире.
ҠОРҠОТ (баш хәреф менән) и. миф. ҡар. Ҡорҡот Ата. Корҡот тураһындағы легендалар.
ҠОРҠОТ АТА (Р: святой, покровитель, предсказатель; И.: Saint Qorqut; T.: Korkut Ata) и. миф.
(баш хәреф менән) Осҡан ҡотто ҡайтарыуҙа, төрлө ауырыуҙарҙы һ. б. яман заттарҙы ҡыуғанда ҡатнашҡан зат; изге, әүлиә,
баҡсы □ Святой, покровитель, предсказатель. прародитель тюрков, в том числе и башкир. Я Ҡорҡот Ата ғүмере буйы үлемде еңергә тырыша, көрәшә һәм, аҙаҡ килеп, кеше хисен үлемһеҙ иткән бөйөк көй ҡчналы — ҡыл ҡумыҙҙы уйлап таба. «Йәшлек», 19 июнь 2011. Ҡотом әмере бу-йыш а. Ҡорҡот әмере буйынса, Ҡорҡот Ата, ҡотон бир, Түлкә Ата, ҡотоң бир. Халыҡ ижадынан.
ҠОРЛАУ (ҡорла-) (Р.: собраться на застолье: И.: gather to a feast; T.: toplanmak) ҡ.
Мәжлес булып табын ҡороу, ҡор яһау.
□ Собраться на застолье. Ҡорлап ултырыу. Ҡорлап ултырған ҡарттар.
ҠОРЛАШ и.
1. диал. ҡар. табындаш. Ҡорлаш булыу. Ҡорлаш хәбәре. Күптәнге ҡорлаш.
2. диал. ҡар. ҡорҙаш. Ауылдағы ҡорлаш. Ҡорлаштарҙың осрашыуы.
ҠОРЛО бәйл. һөйл. ҡар. тиклем. Был ҡорло ел булыр тимәгән инек. Шул ҡорло бейек тау. Я [Муллайән:] Теге, беҙгә киләсәк указлы мулланы әйтәм, ни ҡорлораҡ кеше икән, Хәсби ҡарындаш? Б. Бикбай. [Камалов:] Ырҙын мөдире был ағайың. Техникаға ла ул хужа. Һинең эштәр ни ҡорло, Саттаров ағай? Яр. Вәлиев. Был шәһәргә инде ул инмәҫ, диде... Килһә лә эт ҡорло күрмәҫ, диде. «Буҙйегет».
ҠОРМА (Р: штора; И.: curtain; T.: perde) и.
Ишек, тәҙрәгә ҡоролған нәмә; ҡорған.
□ Штора. Тәҙрә ҡормалары. Ҡорма ҡороу. Буҫтау ҡорма. Ҡорма арты. Ҡайтарылған ҡорма. Я Өйгә әйләнеп ингәндә, [Айбулаттың] атаһы тәҙрә ҡормаларын ипләп иөрлй ине. Ғ. Ибраһимов. [Мәҙинә] тәҙрәләрҙе шар аса. Бүлмәгә, тәҙрә ҡормаларын елпетеп, ел иҫә. Ш. Янбаев. Рая .. уяна ла вагон тәҙрәһенең ҡормаһын тарта. Р. Солтангәрәев. Ғилман.. тәҙрәләге ҡорманы күтәреп тышҡа ҡарап торҙо. Д. Бүләков. Тәҙрәгә ҡорма ҡороп ҡуям, ҡабыҙам да күңел шәмемде. Т. Ғәниева.
471