ҠОРМАЛАУ
ҠОРМАЛАУ (ҡормала-) (Р.: занавешивать; И.: curtain; T.: perdelemek) ҡ.
Ҡорма ҡороу, ҡорма менән ҡаплау. □ Занавешивать, зашторивать. // Занавешивание. Тәҙрәне ҡормалау. Ҡормалап алыу. Ҡормалап тороу. Ҡормалап ҡуйыу.
ҠОРМАН I (Р.: колчан; И.: quiver; Т.: okluk) и.
1. Уҡ-Һаҙаҡ һауыты. □ Колчан. Билдәге ҡорман. ■ [Аҡмал — Етембайҙан] һыҙмаһын кире индертеп, йәйәһе менән уҡ ҡорманын сығарттырҙы. Б. Рафиҡов. Арыҫлан, ҡарт көнөмдә бер елкенеп алайым тигән төҫлө, биленә ҡорманын һалып, ҡаптырғаһын ҡаптырҙы. Ғ. Ибраһимов. [Иҙеукәй:] Торҡа кейеп башыма, ҡорман тағып билемә, ку-сәм булып барына, урҙаға мин барырмын. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Булат ҡылыстарым, ай, ялтырай, ҡорман һаҙаҡтарым ҡалтырай. Халыҡ йырынан.
2. Шул һауытҡа беркетелгән ҡайыш бау, биллек. □ Пояс для привязывания колчана. Билгә быуылған ҡорман. Ҡорман быуыу. ■ Атанан алтау тыуһа ине, ата юлын ҡыуһа ине, биленә ҡорман быуһа ине. М. Буранғолов.
ҠОРМАН II и. зоол. диал. ҡар. ҡорбан II. Ҡорман балығы. Ҡорман ҡаптырыу. ■ Селбәрә тугел, эре суртан, опто, ҡорман булһын, ти капитан. Ә. Хәкимов. Ҡөрәк киңлеге өс ҡорман, терһәк буйы дурт һыла эләктерҙек. М. Кәрим. Августа балыҡсыларға ла иркенлек тыуа. Бигерәк тә ҡорман балығы, сабаҡ, һаҙан, табан балығы һәйбәт ҡаба. Картотека фондынан. [Уҙаҡ] гөлйемеш сәскәһе шырантай менән ҡорман ҡаптырырға шәпләндергән, ти. Ҡобайырҙан.
ҠОРМАН III (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Байлар ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени байлар. Ҡормандар араһында йәшәй башлау. Ҡормандар өсөн ҡулайлы.
ҠОРМАНАЙ I (Р.: название родового подразделения башкир; И.: a Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһенең ҡунҡас-ил-күл-мең, ҡунҡас-мең ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени мин. Ҡорманайҙар ере. Ҡорманайҙар араһынан сыҡҡан.
ҠОРМАНАЙ II и. бот. диал. ҡар. ҡаҡы. Ҡорманай йыйыу. Ҡорманайҙан аш бешереу. Урман буйындағы ҡорманай.
ҠОРМАННЫҠ (ҡорманнығы) и. диал. ҡар. ҡорбанлыҡ. Ҡорманнык һарыҡ. Ҡор-манныҡ мал һатып алыу.
ҠОРМАШ с. диал. ҡар. меҫкен. Ҡормаш бәндә. Ҡормаш ҡиәфәт. Ҡормаш тауыш.
ҠОРМОШ I (Р: скупой; И.: miserly; Т.: cimri) с.
1. һөйл. һаран, һыҡмыр. □ Скупой, скряга. Ҡормош ҡатын. Ҡормош булып китеу. ■ Тормош, тормош! Ҡемгә — мул ҡул, кемгә — ҡормош, кемдәргәлер — кейәу егет, кемгә — һармыш. М. Ямалетдинов. Улар ҡулына ҡарап торһаң («улар» тигәне Низам бай ҙа, уның оло ҡатыны, курәһең), ас ултырырһың, ҡормоштар. 3. Ураҡсин. Эй, ҡыҙыҡ был тормош: йә йомарт, йә ҡормош, һул ҡулға — боҙ һона, уң ҡулға — ҡуҙ һона. Т. Йосопов.
2. диал. Бик ябыҡ, ҡаҡса. □ Худощавый. Ҡормош ҡына малай. Ҡормош бейә.
ҠОРМОШ II и.
1. зоол. диал. ҡар. иңкеш I. Ҡормош ҡорто. Ҡара ҡормош. Һары ҡормош. Ҡормош ояһы. М Бара торғас, егетте ҡормош ҡорто һырып ала. Башына, йөҙөнә ҡуналар. Егет һауытынан ҡалған балды ала ла уҙенең битенә яға. Ҡормоштар битенә яғылған балды ашап туя ла, һис бер зыян итмәй осоп китәләр. Әкиәттән.
2. зоол. диал. ҡар. бал ҡорто. Ҡормош һырыу. Ҡормош балы. Инә ҡормош. Ҡормош умартаһы.
472