Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 473 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРО
ҠОРМОШ III (Р.: название национальной игры; И.: kind of national game; T: oyun ismi) и. этн.
Уйын исеме (бер ҡолас ара ҡалдырып ике рәт теҙелеп баҫалар; уртанан, ҡур бурек кейеп, «ҡормош» йөрөй; ул ике яҡтағы кешеләрҙе һуғырға тырыша, ә тегеләр бының буркен һуғып төшөрөргә тырыша; кем буректе һуғып төшөрә — уҙе «ҡормош» була). □ Название национальной игры. Ҡормош уйнау. Ҡормошта ҡатнашыу. Ҡормоштоң тәртибе.
ҠОРМОШЛАНЫУ (ҡормошлан-) (Р.: скряжничать; И.: be niggardly, be a miser; T.: pintilik etmek) ҡ. һөйл.
Ҡормошҡа әйләнеү, һаранланыу. □ Скряжничать. Ҡормошланып китеу. Ҡормошланған бай. Ҡормошланған кеше.
ҠОРМОШЛОҠ (кормошлоғо) (Р.: скряжничество; И.: miserliness; T.: pintilik etme) и. һөйл.
Ҡормош (1) кешегә хас сифат; һаранлыҡ. □ Скряжничество. Ҡормошлок һөҙөмтәһе. Ҡормошлок курһәтеу. М Ул да булһа, уҙ ҡормошлоғоноң касафаты: бар кейемен кеймәй, һалҡын тейҙереп, билһеҙ ҡалды [әбей]. В. Әхмәҙиев.
ҠОРНА (Р: ванна; И.: bath; T.: küvet) и.
Йыуыныу өсөн ҡулланылған тәрән һауыт; ванна. □ Ванна. Ҡорна булмәһе. Ҡор-налағы һыу. Ҡорнаға һыу тултырыу. Балалар ҡорнаһы. Ҡорнанан һыуҙы ағыҙып ебәреу. Ҡорнала йыуыныу.
ҠОРНАЙ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡорнайҙың урта өлөшө. Ҡорнай һыҙлауы.
ҠОРО I (Р: сухой; И.: dry; T.: kuru) с.
1. Дымланмаған, һыу теймәгән. □ Сухой. Ҡоро кейем. Ҡоро сепрәк. ■ Шәһурә .. ҡоро кейемен кейеп, тыңсыл балаларса койкаһына барып ятты. Н. Мусин. Салауат ҡоро кейемдәрен кейҙе лә ҡулдарын тегеләй-былай һелтәнгеләп ултыра бирҙе. Р. Солтангәрәев. Былар [гузәл ханымдар] араһында, ҡоро кейем илә матурланып, ғиффәтһеҙлек илә гузәл куренергә йө-
рөуселәре лә барҙыр. М. Ғафури. Сәйҙә .. [уҡлауҙы] ҡоро сепрәк менән ҡоротҡансы һөртөп, он менән һыпырҙы. «Шоңҡар», № 4, 2011.
2. һыу баҫмаған, һыуы булмаған; һыуһыҙ. □ Сухой. Ҡоро ер. Ҡоро урын. Ш Ул [утрау] өҫтө-өҫтөнә өйөлөп ятҡан эре-эре гранит таштарҙан торған кескәй генә ҡоро ер ине. 3. Биишева. [Кешеләр] бер-береһенә ярҙам итешеп, бер-береһенә тотоношоп, имен-аман ҡоро ергә аяҡ баҫа алдылар. Ә. Әминев. [Рәмзил] һыуланған кедаларын, салбарын ҡаҡҡыланы, рюкзагын ҡоро урынға кусерҙе. Д. Бүләков. • Ҡоро ер булһа ла, иген сәс. Әйтем. Ҡоро ерҙә һыу тормаҫ. Мәҡәл. Кәмәне ҡоро ерҙә ҡырҡ кеше кутәрә. Әйтем.
3. Дымы бөтөп кипкән; киреһе — сей. □ Сухой. Ҡоро утын. Ҡоро бесән. ■ Хәйбулла уйламағанда ҡайтып төшһә тип, мунсаһынан ҡоро утынын, йәм-йәшел миндектәрен өҙмәне [Алтынсәс]. Ә. Хәкимов. Бер поляк ҡатыны, беҙ һорамаһаҡ та, беҙгә ҡоро утындар йыйып килтерә, ут яғыша, һыу һалғанда, тоҙ һалғанда, беҙгә кәңәштәр бирә. Д. Юлтый. Хәбибулла ҡарт әрәмәлектән ҡоро утын йыйҙы, ҡыҙҙар картуф әрсене, Зәкиә шишмәнән һыу ташып ҡаҙанға тултырҙы, ҡашығаяҡ сайҡатты, табын әҙерләне. Я. Хамматов. Ат һарайҙары, һыйыр ҡуралары тирәһендә .. көндөҙ тырма тырмалаған аттар бышҡыра, ҡоро бесән ашайҙар. А. Таһиров. Өрә торғас, [Алтынбай ] ҡоро сытырҙы дөрөлдәтеп ебәрҙе, ялҡын өҫтөнә ҡолаҡлы ҡаҙанды, төбө ҡара янған сәй сулмәген элеп ҡуйҙы. 3. Ураҡсин.
4. Тереклек һуты бөтөп кипкән, ҡыуға әйләнгән; ҡыуарған, ҡыу (уҫемлектәргә ҡарата). □ Сухой, высохший. Ҡоро ағас. Ҡоро япраҡ. Ш Ел-дауыл бөтә суп-сарҙы, кибеп өлгөргән ерҙәге саңды, былтырғы ҡоро япраҡтарҙы һауаға кутәрҙе лә уны дейеу пәрейҙәренең орсоғо һымаҡ өйөрөлттө. Ғ. Ибраһимов. Эскәмйәгә кейеҙ кеуек тушәл-гән ҡоро япраҡты ситкә һыпырып ултырҙы
473