Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 474 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРО
.. Марат. Ә. Хәкимов. Ҡапыл ғына һулда, аяҡ аҫтында, ҡоро япраҡ ҡыштырланы, нимәгәлер бәләкәй сыбыҡ тейеп һыҙғырҙы. Я. Хамматов. Ағас .. яҙын япраҡ яра, йәйен инде күләгәһенә кешеләрҙе йыя, көҙөн, кейеҙ кеүек итеп, ергә ҡоро япраҡтарын йәйә, ҡыш әсе бурандарҙан һыҙғыра. Р. Солтангәрәев. Ҡоро ағас япраҡтары араһына йәшеренеп һайраған ҡоштар тауышы .. Нюраның көмөш тауышын хәтерләттеләр. Ғ. Хәйри. • Ҡоро ағастың емеше юҡ. Әйтем. Ҡоро ботаҡ тиҙ һына. Әйтем.
5. Дымһыҙ, дымлы түгел, һыу парҙары булмаған. □ Сухой. Ҡоро шәкәр. Ҡоро ҡом. Я Төнгө патрулдәр генә, көндөҙ ҡыҙыу ҡояшҡа кибеп ҡалған ҡоро ҡомдо ҡыштырлатып, утеп китәләр. Б. Хәсән. Тирә-яҡтары һәйбәтләп таҙартылған, ҡоро тупраҡ, ҡом һибелгән, мерник һәм траптары ап-аҡ итеп ағартылған скважиналар тып-тын ғына ултыралар. 3. Биишева. Ҡозловкалағы мунсаһының ыҫлы һауаһын һулап, ҡоро парында сабынып, яралы аяғын ыуҙырып ята торғайны ул [баяр]. 3. Ураҡсин. • Ҡоро ҡомдан бау ишмә. Мәҡәл.
6. Сатнама һалҡында була торған, епшек булмаған. □ Сухой. Ҡоро ҡар. Ҡоро ҡарҙағы эҙҙәр. ■ Декабрь иртәһенең ҡуйы һалҡын томаны... Аяҡ аҫтында ҡоро ҡарҙың бер көйгә шығырлауы миңә [Булатҡа] музыка кеуек ишетелә. Ә. Вәли. Йуруҙән буйының йондоҙҙарҙы шаҡырайтырлыҡ аяҙ һыуыҡтары, сәнскеле ҡоро ҡар менән ҡойондороусы бурандары уҙҙәре ук шифа һымаҡ тойола башлай уға [Юлай ҡартҡа]. Б. Рафиҡов. Тиҫтәләрсә сана табандары ҡоро ҡарҙа шағыр-шоғор килде. 3. Ураҡсин. Яңғырап китә алыҫҡа ҡоро ҡар сыңы. Ҡышҡы кистә һуң был ниндәй һандуғас моңо? Р. Назаров.
7. Яуым-төшөмһөҙ йәки яуым-төшөм аҙ булған. □ Сухой, засушливый. Ҡоро йыл. Ҡоро көн. ■ Бындай ямғырһыҙ ҡоро йылда борон илгә бик яман йотлоҡ килә торғайны, — тип һөйләй өләсәһе. 3. Би
ишева. Ҡоро йылдың йәйе — аслыҡлы көҙҙө килтерҙе. Ғ. Хәйри. Ниндәй генә ҡоро йылы ла, ана шул ер аҫтындағы тамырҙар булғанға курә, бында [Аҡтүбә яланында] умырылып бесән үҫә. Д. Бүләков. Ете йыл туҡлыҡтан һуң ысынлап та ете йыл рәттән ҡоро йылдар китә. Иген упмай. Халыҡ ижадынан. Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро булыр, һынамыш. • Ҡоро йылда ҡуй һимерә. Әйтем.
8. Артыҡ ныҡ кипкән, майһыҙ. □ Сухой. Ҡоро тире. Ҡоро сәс. Ҡоро тире өсөн битлектәр. Ҡоро тире ҡатламы.
9. Эсенә әйбер һалынмаған, әйбере булмаған, буш. □ Пустой. Ҡоро кеҫә. М Ағассы-лар .. ҡоро кеҫәләре менән йорттарына тарала башлағанда, Ғариф туғын заводынан ҡайтты. Ғ. Хәйри. Атаң тирләп мал табыр, тере иткәнен ҡоро итмәҫ. Халыҡ ижадынан. һыу башлауҙа тәүбашлап, ҡоро күнәк күтәрмә. Тыйыу. • Ҡоро ҡармаҡҡа балыҡ ҡапмай. Мәҡәл. Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта. Мәҡәл. Ҡоро ашъяулыҡҡа доға булмаҫ. Әйтем. Өйгә ингән ҡоро сыҡмаҫ. Әйтем.
10. Бер нәмә лә ҡушылмаған, бер төрлө генә булған. □ Пустой (о пище)', однообразный, не содержащий ничего другого. Ҡоро аш. Ҡоро сәй. ■ Һауытты ҡуш услап һөҙөп сыҡһаң да бер ҡабым ҡалъя эләкмәҫ, ҡоро һыу ҙа кәбеҫтә. Б. Бикбай. • Ҡоро һыуҙан һурпа булмаҫ. Мәҡәл.
11. кусм. Йылы тойғоға һаран, ҡаты күңелле, ҡырыҫ. □ Сухой, бездушный. Ҡоро кеше. Ҡоро холоҡло. Ҡоро ҡараш. ■ Һағауыл .. йәнә Алдарға ҡоро ҡарашын төбәне. Н. Мусин. Бик ҡоро холоҡло ул Карабанов. С. Пова-рисов. • Ҡоро сәләм ҡолаҡҡа ятмай. Мәҡәл.
12. Хис-тойғоһоҙ, һалҡын, рәсми. □ Сухой, категорический, резкий; бездушный. Ҡоро яуап. Ҡороһөйләшеу. ■ Аҡмалдыңҡыҫҡа ҡоро яуабы Янаралды ҡәнәғәтләндермәне. Б. Рафиҡов. Берәуҙәренә [һорау] бөтөнләй барып етмәне, икенселәре ҡоро яуап менән генә сикләнде. «Башҡортостан», 19 август 2011.
474