Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 475 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРО
♦ Дарыны ҡоро тотоу һөжүмгә яуап бирергә әҙер булыу. □ Держать порох сухим. М Ҡоро тотоу кәрәк дарыны ла, бындай киҫкен хәтәр заманда. Ҡ. Аралбай. Ҡоро йылғаға батырыу кемде алдыҡ юл менән, йыумалап һәләкәткә дусар итеү. □ Тщетное стремление подвести кого-н. доел. Утопить в высохшей реке. ■ Бөгөндән тотоп, ҡабып йоторға йөрөуселәр бар. Ҡайһыһылыр уны ҡоро йылғаға батыра, йәнәһе. Ғ. Ибраһимов. Ҡоро күҙ(ҙә) көн аяҙ булған, ямғыр яумаған саҡ(та). □ Сухая погода; вёдро. ■ «Ҡоро куҙҙә ҡайтып ҡалырға кәрәк. Ямғыр яуып ебәрһә, йәйәу кешегә бысраҡта ашлауы ҡыйын була»,— тине Рәхмәт. Ж. Кейекбаев. Ҡоро ҡалыу мәхрүм булып ҡалыу, буш ҡалыу. □ Остаться ни с чем; остаться с носом. ■ Ҡоро ҡалыр ул көнсө дәуләтенән. М. Өмөтбаев. [Байгилде] .. уҙен ҡайғырта, Боғараға эләккән һимеҙ ҡалъянан ҡоро ҡалырмын, тип ҡурҡа. Ә. Хәкимов. Йәшәй кеше айһыҙ, ҡояшһыҙ ҙа, ҡоро ҡалып бәхет, шатлыҡтан, .. мәхрум булмай ләкин Ваҡыттан! Р. Назаров. • Ҡорҙан ҡоро ҡалғансы, яу ҡайтарып, ярлы ҡал. Әйтем. Даулаған ҡоро ҡалмаҫ. Мәҡәл. Имә белгән быҙау ике һыйырҙы имгән, имә белмәгән берҙән дә ҡоро ҡалған. Әйтем. Ҡупте өмөт иткән аҙҙан ҡоро ҡалған. Әйтем.
ҠОРО II (Р: строго; И.: flat(ly); T: sert sert)р.
1. Ҡәтғи рәүештә, ҡаты талап менән, тайпылышһыҙ. □ Строго, твёрдо, категорически. Тәртипте ҡоро ҡуйыу. ■ «Ярар, туҡтат был тамашаны», — тине Харис [Дилбәргә] ҡоро ғына. Г. Ғиззәтуллина.
2. Хис-тойғоһоҙ, һалҡын, рәсми.П Сухо, бездушно. Ҡоро һөйләшеу. Я Ғилмандың тауышы ҡоро сыҡты. Д. Бүләков. [Мараттың] теләр-теләмәҫ тигәндәй утә ҡоро һөйләшеуенә Сергей упкәләне, ахырыһы. Ә. Хәкимов. Имтихан һәм зачёттар тапшырғанда ул [Вил Ваһапович] ҡыҙға ҡоро ғына ҡарап, мотлаҡ бирелә торған бер нисә өҫтәмә һорау бирә лә зачёткаһына һуҙһеҙ
генә «отлично» һуға. Ш. Хажиәхмәтов. Ул [Сәйфелмөлөков] инеусене оҙаҡ тотмай, ҡоро ғына: «Ни кәрәк», — тип һорай. Яр. Вәлиев.
♦ Ҡоро сығыу бәләле, ауыр хәлдән имен ҡотолоу. □ Выйти сухим; выкрутиться, выпутаться. Һыуҙан ҡоро сығыу. Бәләнән ҡоро сығыу. М Туҡтамышҡа һыуҙы болғатыу, әммә унан уҙе ҡоро сығыу хәжәт. Ғ. Хөсәйенов. Аҙнаев уның [Зараевтың] уткер, һыуҙан да ҡоро сыға торған егет булыуын белә ине. Н. Мусин. Үҙе лә шымарған, эшендә ниндәй генә етешһеҙлек булһа ла, барыбер һыуҙан ҡоро сыға [Мотовилов]. Р. Солтангәрәев. Сөнки уның [Айбулат-тың] һыуҙан ҡоро сығасағын һин алдан уҡ белеп тораһың инде. Б. Бикбай. Саҡ ҡына бер ни булһа, бәләне тол ҡатынға ауҙаралар, ә беҙ, ирҙәр, һыуҙан ҡоро сығабыҙ. Я. Хамматов. • Өйгә ингән ҡоро сыҡмаҫ, гургә ингән кире сыҡмаҫ. Мәҡәл. Ҡоро тотоу эштә, мөнәсәбәттә рәсмилек күрһәтеү. □ Держаться сухо с кем; разговаривать сухо с кем, делать конкретно. Эште ҡоро тотоу. Ҡәңәште ҡоро тотоу. Үҙен ҡоро тота. ■ Эште ҡоро тотто Иҙеукәй. Ике көн утеугә, ҡунаҡтар хан һарайы алдында ҡоролған бейек баҫмаға саҡырылды. Ә. Хәкимов. Ҡара Табын тигән кесе ырыуҙың башлығы Иҫәнғол эште ҡоро тотто. И. На-сыри. Ике һөйләргә, икеләнергә юл ҡуйырға теләмәгәндәй, хан ҡор-кәңәште ҡоро тотто. Ғ. Хөсәйенов.
ҠОРО III (Р.: лишь, только; И.: just; specifically; T.: sadece) киҫ.
1. Кем йәки нимәнеңдер булмышын бер үҙенсәлек менән сикләп, тейешле сифатта булмағанды күрһәтә; тик. □ Лишь, только. ■ Айыу һунары — ғәйрәтле һәнәр, бының өсөн ҡоро беләк көсө генә етмәй, йөрәк кәрәк. Н. Мусин. [Шәрифә инәй — Тимер-булатҡа:] Ҡоро һөт менән генә тамаҡ туйҙыра алмаҫһығыҙ, илама, ҡуй,— тине. Һ. Дәүләтшина. Кемгә-кемгә, ә Шәкур ағайға ышанмай әмәл юҡ инде: был һуҙҙәрен ҡоро
475