Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 476 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРО
тел менән генә тугел, эше менән өҙөп әйткән кеше бит ул. Ш. Бикҡол.
2. Ниҙелер йөкмәткеһенән айырып сик-ләп, мәғәнәһеҙ, файҙаһыҙ булғанын күрһәтә. □ Лишь; одно. Ҡоро исем.
♦ Ҡоро кәүҙә ҙур буй йөрөткән эшлекһеҙ кеше хаҡында асыу менән әйтелә. □ Бездельник, халтурщик. ■ [Егет:] Ҡоро кәуҙә көрәшеу өсөн тугел, курһәтеу өсөн генә яҡшы, һылыу. И. Ғиззәтуллин. [Ауылдаштары:] Ай, Ҡәлимулла ғумер баҡый шул, ҡоро кәуҙә! Р. Солтангәрәев. Иц тәуҙә кешенең рухы һына, ихтыяры емерелә, инде ҡоро кәуҙәң дә, ҡоростай таҙалығың да суп кенә. Р. Камал. Ҡоро ҡул бер нәмәһеҙ, буш. □ Пустой, без ничего. Ҡоро ҡул ҡайтыу. ■ Айбулат улай һин уйлағанса ҡоро ҡул ҡайтмаған. Ул донъясыл бөтмөр егет. Һ. Дәүләтшина. Семсерҙең аяғына һуғылған ҡыҫманы ҡоро ҡул асырлыҡ тугел ине. Ә. Хәкимов. Был юлы ла буш итмәҫ, ҡоро ҡул менән ҡайтармаҫ уны [Юламан ҡартты] рәхимле диңгеҙе. 3. Биишева. [Законовтың] ҡоро ҡул ҡайтып китеуҙән башҡа сараһы ҡалманы. Н. Мусин. • Ҡоро ҡулға ҡорал яу-. Әйтем. Ҡоро ҡулға ҡош ҡунмаҫ. Әйтем. Ҡоро ҡыуыҡ буш, маҡтансыҡ. □ Пустышка, хвастун; фразёр. ■ Ҡайһы бер ҡоро ҡыуыҡ, маҡтансыҡ егеттәрҙең баҙары бермә-бер осһоҙланды. Р. Өмөтбаев. Уның [Ғимайҙың] барлыҡ һөйләгән ялҡынлы һуҙҙәре лә ҡоро ҡыуыҡ булып куккә осасаҡ. И. Насыри. Ҡоро тарамыш ябыҡ. □ Худой, одни жилки. Ҡоро тарамыш ит. ■ Шундай шартта Ҡорбан ағайығыҙҙың тәненә ниндәй ит ҡунһын да, ул ниңә ҡоро тарамышҡа әйләнмәһен, ти. С. Кулибай. Ҡоро тел матур һөйләп эшен эшләй алмаған кешегә ҡарата мыҫҡыл менән әйтелә. □ Пустослов, пустомеля. Ҡоро (ҡаҡ) һөйәк (һөлдә) бик ныҡ ябыҡ. □ Одни кости; кожа да кости; настоящий скелет; одна тень осталась. Ҡоро һөйәк әҙәм. ■ Уның [Фатима еңгәнең] битендә нур ҡалмаған, ҡоро һөйәк кенә. А. Карнай. Нәҙек оҙон буйлы, уҡлау йыуанлығы ғына муйын
лы, бәләкәс башлы был ҡоро һөйәк әҙәмдең әкәмәтле ҡушаматы бар. М. Кәрим. Ҡоро һөйәккә ҡалыу бик ныҡ ябығыу. □ Сильно исхудать. ■ Унһыҙ ҙа ҡаҡса ғына кеше, ҡоро һөйәккә генә тороп ҡалды, яңаҡтары эскә инде, куҙҙәре төпкә төштө. Ж. Кейекбаев. [Тәнзилә әбей — Сәғиҙәгә:] Ҡон буйына ашамай йөрөгәнгә хәлең бөткәндер. Былай йөрөһәң, ҡоро һөйәккә ҡалырһың да әле. М. Тажи. Ҡоро һүҙ буш вәғәҙә, эш булмау хаҡында. □ Одни слова; одни разговоры. Ҡоро һуҙ һөйләу. ■ Әйтерһең, һәр береһе уҙенең уға мөнәсәбәтен уртаға һалыуҙан, ҡоро һуҙгә әйләндереуҙән ҡурҡа. Ә. Хәкимов. Айҙар буйы ултырыуҙарҙан, мәғәнәһе куренмәгән ҡоро һуҙҙәрҙән депутаттар уҙҙәре лә тамам ялҡты. Ғ. Хөсәйенов. Юғиһә беҙ тәбиғәтте һаҡлау тураһында ҡоро һуҙ һөйләуҙән ары китмәйбеҙ. Н. Мусин. • Ҡоро һуҙҙең файҙаһы юҡ. Мәҡәл. Ҡоро һуҙ баш ауырттырыр. Әйтем. Ҡоро һуҙгә ҡорһаҡ туймаҫ. Әйтем. Ҡоро һуҙ — ҡуңалтаҡ итек. Әйтем.
ҠОРО IV (Р.: сухая погода; засуха; И.: dry spell; T: kuraklık) и.
Яуым-төшөмһөҙ, яуым-төшөм аҙ булған көн торошо; ҡоролоҡ. □ Сухая погода; засуха. ■ Быйыл иртә яҙҙан уҡ ҡороға тартты. 3. Ураҡсин.
ҠОРО АШ (Р: постный суп; И.: lenten soup; T: etsiz çorba) и.
Итһеҙ аш. □ Постный суп, суп без мяса. Ҡоро аш әҙерләу. Ҡоро аш менән туҡланыу.
ҠОРОБОҒАҘ и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡоробоғаҙҙың шеше. Ҡоробоғаҙҙы дауалау.
ҠОРО-БУШҠА (Р.: попусту; И.: in vain, to no purpose; T.: boşuna) p.
1. Һис бер файҙаһыҙға, кәрәкһеҙгә, юҡҡа. □ Попусту, зря, впустую, понапрасно. Ҡоро-бушҡа йөрөу. Ҡоро-бушҡа аҡса тугеу. Ҡоро-бушҡа һөйләу. Ҡоро-бушка сарыф итеу. ■ Ҡоро-бушҡа әрәм ятҡырғансы [байлыҡты], тоторға ла тракторға задатка итеп бирергә кәрәк. һ. Дәүләтшина. Ҡараң
476