ҠОРОҠЛАУ
Яҙмышты саҡырыуға нигеҙләнгән мифлаштырылған эшмәкәрлек. □ Трясти лассо (мифологизированное действие, направленное на получение судьбы). М «Йугәнеңде шалтырат, ҡороғоңдо ҡолторат, Туры am! Туры ат! Туры ат! Киткән кук, яҙға ҡотоң менән кире ҡайт, кире ҡайт», — тип, өй тирәләй, ҡыңғырау шылтыратып, йу-гәнен ҡолторатып йөрөй ине [Вәлетдин]. М. Ҡунафин. Короҡ ҡолторатһаң, яныңа һиңә яҙған бәләкәй генә ҡорсаңғы ат килер, шул Толпар булыр. Әкиәттән.
ҠОРОҠЛАУ (ҡороҡла-) (Р.: набрасывать лассо на кого, что', И.: throw a lasso; T: kementlemek) ҡ.
Ҡорок менән һөжүм итеү, малды тотоу. □ Набрасывать лассо на кого, что. Ҡолондарҙы ҡороҡлау. Аҫау айғырҙы ҡороҡлау. М Өҫтөнә тау ауһа ла, һыҡтамаҫ ир-егет кенә ҡороҡлай алыр, ти, ул затты [Аҡбуҙатты]. М. Кәрим. [Арыҫлан] бер ат өҫтөнән икенсеһе өҫтөнә ырғып ултыра, көтөуселәр тота алмай аҙапланған аҫау айғырҙарҙы ҡороҡлай. Ғ. Ибраһимов. Калмык батыры менән Айстан өйөрҙән берәр йугерек ҡороҡлап алалар ҙа, нуҡталап-эйәрләп, аттарына һикерешеп менәләр. Легенданан.
ҠОРОҠЛАШЫУ (ҡороҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡороҡлау, взаимн. от ҡороҡлау. Бейәләрҙе ҡороҡлашыу. Ҡолондарҙы ҡороҡлашыу. Ҡиске һауында ҡороҡлашыу.
ҠОРОҠСО (Р.: набрасыватель, намёт-чик (лассо); И.: thrower of a lasso; T.: kement atan kimse) u.
Ҡорок менән эш итеүсе. □ Набрасыватель, намётчик (лассо). Ҡороҡсоноң мәргәнлеге. Ҡороҡсоноң һөжуме. М Биктимергә, .. бер ук ваҡытта ҡороҡсолар һөжуменән дә башын һаҡлап ҡалырға тура килде. К. Мәргән.
ҠОРОҠ ТАШЛАУ (ҡороҡ ташла-) ҡ. ҡар. ҡороҡлау. Ҡорок ташлаған егет.
î Тиҙерәк ҡороҡ ташлағыҙ, ҡороҡ! — тип ҡысҡырҙы тәуләп ҡысҡырған бәндә. К. Мәр
гән. һуғышсылар, көрәш майҙанына йыйылып, уҡ атыу, һөңгө ырғытыу, ҡороҡ ташлау оҫталыҡтарын уҫтерҙе. 3. Ураҡсин. Юрғаға ҡороҡ ташлайҙар. Саптар барыбер эләкмәй, сығып ҡаса, тағы ғәйеп була. Легенданан.
ҠОРОҠ ТОТОУ (Р: выбор коня во время свадьбы; И.: choice of a horse during a wedding; T.: düğün vaktinde güvey için at seçmek) и. этн.
Туйҙа ҡороҡ менән ат һайлау (егет кул-дәклек йәки таҫтамал бәйләгән ҡороҡто ҡайны өйөрөнән һайлаған малдың һыртына һала; ҡайны ризалығын әйтә; ҡыҙҙың ағаһы йә еҙнәһе ул малды инселәп тә ҡуя). □ Выбор коня во время свадьбы (конец лассо с прикреплённым полотенцем жених набрасывает на спину коня, выбранного из табуна свёкра, на что свёкор даёт согласие; брат или зять невесты метят этого коня для жениха). Ҡорок тотоу йолаһы.
ҠОРОҠ ҺАЛЫУ (ҡороҡ һал-) ҡ. ҡар. ҡороҡлау. Ҡорок һалып өлгөрөу. Ҡорок һалған малай. Ш Тимер кук бейәгә лә ҡороҡ һалып өлгөрҙөләр. М. Кәрим. Ҡайһы бер бейәләр, ҡороҡ һалғанды ла көтмәй, .. уҙе ук ҡолоно янына килә. 3. Биишева. Йоҡламағыҙ шул саҡ: [хыял толпарҙарының] оҡшағанын һайлап алып, ҡороҡ һалығыҙ. М. Ямалетдинов.
ҠОРОЛАЙ (Р: всухомятку; И.: with по drink, eating cold food; T: kuruca) р.
1. Ҡоро көйө. □ Всухомятку. Ҡоролай ашау. ■ [Ҡолсобай менән Ғәйзулла] ҡоролай ғына булһа ла төшкө ашты ашағандан һуң, алға атланылар. Я. Хамматов.
2. Бер нәмә лә ҡушмайынса. □ Без добавления чего-л. Ҡоролай эсеу. Ҡоролай дегет ҡыуыу. ■ Гөлнара икенсе сынаяҡ сәйен ҡоролай эсеп бөттө, ләкин ауыҙының бер тәме юҡ, һис ниндәй ризыҡ ҡапҡыһы килмәй, маңлайына тир бәреп сыҡты. Н. Мусин.
ҠОРОЛАНЫУ (ҡоролан-) (Р: сушиться; И.: dry oneself; T: kurumak) ҡ.
Ҡоро (Г) булыу, ҡороға әйләнеү. □ Сушиться, сохнуть. Ҡоролана барыу. Ҡоролана
478