ҠОТЛАТЫУ
ливым. Йәшәгән ергә ҡот ҡуныу. Йәштәргә ҡот ҡуныу. М [Тулебай/ булғанда дау бөтөр, ил-йортҡа ҡот ҡуныр. Шундай ҡөҙрәте, алғыр абруйы бар олуғ бейебеҙҙең. Ғ. Хөсәйенов. Бәпес тыуған өйгә ҡот ҡуна ул, малай тыуҙы бөгөн ауылда. Т. Ғәниева. Өйгә ҡот ҡунды. Йәмәғәтле ирҙең абруйы кутәрелде, ирле ҡатындың баһаһы артты. М. Кәрим. Яңы фатирға кускәндә тәуге табынды иҙәнгә әҙерләһәң, йәшәу урынына ҡот ҡуна, ти минең бер дуҫ. Н. Мусин. Белеп әйткән боронғолар: ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ. Ә. Хәкимов. • Берҙәм илгә йот килмәҫ, тарҡау илгә ҡот ҡунмаҫ, ҡотһоҙ илдә ул тыумаҫ. Әйтем.
ҠОТЛАТЫУ (ҡотлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡотлау. понуд. от ҡотлау. Кулдәк ҡотлатыу. Өй ҡотлатыу. М Зоя менән Надя шунда уҡ, яңы кулдәктәрҙе, дебет башлыҡтарҙы кейеп, курше-куләнгә, уларҙан да бигерәк Фаризаға, Нәфисә апаларына курһәтеп, ҡотлатырға сығып йугерҙеләр. Ә. Хәкимов.
ҠОТЛАУ I (ҡотла-) (Р.: поздравлять; И.: congratulate; T.: kutlamak) ҡ.
1. Ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс белдереп хуплау; тәбрикләү. □ Поздравлять. // Поздравление. Яңы көндө ҡотлау. Ҡотлап йөрөу. Ҡотлап сығыу. Ҡотлап ҡалыу. К Ҡураға уҡ килеп терәлә яҙған урманда, ике ғашиҡты ҡотлап, ҡоштар сутылдаша. Ә. Хәкимов. Һандуғастар иҫ киткес серле көйҙәрен көйләйҙәр, яңы көндө ҡотлайҙар. И. Көҫәпҡол. Көндәрҙең матурлыҡтарын ҡотлап, арымай-талмай эш эшләргә килгән мең төрлө ҡоштар бөгөнгө көндөң эше иртәгә ҡалырға ярамағанлығы тураһында сыр-сыу килеп һайраша. Ғ. Дәүләтшин.
2. Ниндәйҙер ваҡиға уңайы менән яҡшы теләктәр, шатлыҡ белдереп хуплау; тәбрикләү. □ Поздравлять. // Поздравление. Яңы йыл менән ҡотлау. Тыуған көн менән ҡотлау. Ш Шыршы тирәһендә уйындар башланыр алдынан, директор ағай беҙҙе Яңы
йыл менән ҡотланы, Яңы йылда барыбыҙға ла уңыштар теләне. Ф. Иҫәнғолов.
3. Ҡыуаныс белдереп, байрам яһау, мәжлес йыйыу; туйлау. □ Справлять, праздновать. Фатир ҡотлау. Бәпес ҡотлау. Ш Бер нисә көн уткәс, улар өй ҡотларға ҡунаҡ саҡырып алдылар. Өй ҡотлап, Гөлйөҙөмдөң әсәһе бер кейеҙ, еңгәһе аҫлы-өҫлө ике сынаяҡ, Мәғфурә бер өлкән ҡоштабаҡ, Тимерғәле менән Сәғиҙә ике туҫтаҡ, Шәһиҙә әбей бер бик матур сәй сәйнуге буләк иттеләр. һ. Дәүләтшина.
4. Хөрмәтләү, ҙурлау. □ Чествовать, поздравлять. // Чествование, поздравление. Юбилярҙы ҡотлау. Алтын туйҙары менән ҡотлау. ■ Куптәнге тәртип буйынса, бындай коронация церемонияһына яңы батшаны ҡотларға илдең төрлө яҡтарынан, бөтә халыҡтар араһынан вәкилдәр бара. Ғ. Ибраһимов.
ҠОТЛАУ II (Р.: подарок; И.: gift; present; T.: hediye) и. диал.
1. Теләктәшлек, шатлыҡ белдереп, тәбрикләп бирелгән бүләк. □ Подарок. Кот-лау биреу. Котлау ебәреу. Котлау тапшырыу. М [Әсәһе:] Эй балам, ундай ергә барғас, уларҙан алда ҡысҡырып йырлайҙар ҙа, бармаҡ шартлатып бейеп алалар уны. Улар уҙеңде яратып, уйынсыға аҡса бирәйек әле, тигән булып, янсығыңа ҡотлау һалыр ине. Әкиәттән.
2. Тәбрикләү һүҙе. □ Поздравление. Котлау яңғыраны. Котлауҙарға ҡушылыу.
ҠОТЛАУСЫ (Р: поздравитель; И.: congratulator; T: kutlayan kimse) и.
Ҡотлаған кеше. □ Поздравитель. Белем көнө менән ҡотлаусылар. Котлаусылар куп булды. М [Ғәйнияр Ғәйнуллович] бу-тән ҡотлаусыларҙың ҡулдарын ашығып ҡына ҡыҫты ла, аһ, бөгөн һуңлап кителде, тигән булып, ашығып ел-ямғырҙан, хәбәр-лығырлауҙарҙан һәр саҡ ҡотҡара торған ике ҡат ишекле кабинетына ашыҡты. Д. Бүләков. Әҙәбиәт донъяһында пәйҙә бу лыу ым менән иң тәуге ҡотлаусы — быға тиклем
508