Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 509 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡотойсоҡ
үҙем күреп-белмәгән Мөхәммәт Илбаев булды. М. Ямалетдинов. Роман инде донъя күргәс, .. мине [авторҙы] иң тәугеләрҙән уңышым менән ысын күңелдән ҡотлаусы ла Ноғман ағай булды. Р. Байбулатов.
ҠОТЛАШЫУ (ҡотлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡотлау 1—3. взаимн. от ҡотлау 1—3. Байрам менән ҡотлашыу. Үҙ-ара ҡотлашыу. Ҡул ҡыҫышыу, ҡотлашыуҙар булды. Я Аралашыу нигеҙҙә шул телефонға ҡоролған. Дөйөм байрам — тыуған көн менән барып ҡотлашабыҙ ҙа вәссәләм. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010.
ҠОТЛО (Р.: благодатный; И.: godsent; T.: kutlu) с.
1. Бәхет, ырыҫ, муллыҡ килтергән; изге. □ Благодатный; приносящий счастье, удачу. Я [Насип] ҡулдарының ысынлап та ҡотло булыуын ул бер саҡ ғумерлеккә иҫбат итәсәк. М. Кәрим. Ҡайһы тараф ҡотло булһа, шул тарафҡа булырбыҙ. Ғ. Хөсәйенов. Эй игенсе ҡулы! .. һинең һалған ҡотло бураҙналар нурын һибә атлар юлыма. Р. Бикбаев. [Юлъяҡшы староста — Барлыбайға:] «Ҡыҙығыҙ төшәсәк урын бик тә һәйбәт, ҡотло урын». Н. Мусин. [Атаһы — улына:] Өйлән дә шул аттар ҡышлаған йылға буйына кусеп ултыр, һинең бәхетең шул ҡотло йылға буйында булырға тейеш, — ти. Легенданан. Илем тыныс, күгем тыныс, шуға минең йортом ҡотло. Г. Ҡотоева.
2. Бәхетле, ырыҫлы. □ Благодатный, благословенный; счастливый. Ҡотло кеше. Ҡотло ҡунаҡ. • Ҡотло ҡунаҡ төнәһә — ҡуйың игеҙ табыр, ҡотһоҙ ҡунаҡ төнәһә — ҡуйыңды бүре алыр. Мәҡәл. Ҡотло ҡунаҡ өйгә килһә, ҡуйың игеҙ бәрәнләр. Әйтем.
3. Малдың үрсемен, именлеген һаҡлаған; изге. □ Талисман, оберег. Ҡотло мал. Я Имсәге кәмеһә лә, һөтө кәмемәй уның [Бөйрәкәйҙең]! Етмәһә, быҙауы бар. Ул бит ҡотло, йыуаш тоҡом! Т. Ғарипова. Боронғо башҡорттар мал-тыуарҙың именлеген, үрсемен үҙендә тотҡан ҡотло мал булыуына ышанған. Ҡотло малды ҡулдан ыскынды
рыу мал бәхетенән яҙыу менән бер һаналған. Әкиәттән.
♦ Ҡотло аяғың менән йортҡа ингән киленде, ҡунаҡты ҡаршылау һүҙе. □ букв. Чтобы принесли счастье в дом (добрые пожелания гостям или невесте, входящей в дом жениха после свадьбы). Я [Шәһиҙә — Гөлйөҙөмгә:] Әйҙә, әйҙә, килен, ҡотло аяғың менән ин. Һ. Дәүләтшина. Ҡотло булһын! берәй яңы нәмәгә изге теләк белдереү, тәбрикләү һүҙе. □ Поздравляю! Будьте счастливы! Өйөгөҙ ҡотло булһын! Я «Яңы урындар ҡотло булһын, шатлыҡ-уңышта-рың уртаҡ булһын!» — тип, тағы ниҙәрҙер һөйләнеп, шаулап күреште [инеүсе]. Н. Мусин. Ҡыуаныслы йылмайып: «Килен ҡотло булһын!» — тине [Таһира], һ. Дәүләтшина. Байрамҡайың, башҡорт, ҡотло булһын, шатлыҡ менән тулһын йөрәгең. Ш. Бабич. • Байҙа булһа — ҡотло булһын, ярлыла булһа — ҡайҙан алдың. Әйтем.
ҠОТМОШ с. диал. ҡар. һаран. Ҡотмош бай. Я Ҡомһоҙлоғо, һаранлығы өсөн уны ҡотмош тип йөрөтөр булғандар, ти. Әкиәттән.
ҠОТОЙ (Р: мальчик, предпочитающий играть с девочками; И.: one who likes mixing with girls; T.: kızlarla oynamayı tercih eden erkek çocuk) c.
Ҡыҙҙар араһында йөрөүсән, ҡыҙҙар менән бергә уйнаусан малай. □ Мальчик, предпочитающий играть с девочками. Күршенең малайы ҡотой. Йөрөй ҡыҙҙар араһында, ҡотой.
ҠОТОЙ БУТҠАҺЫ (Р: беспорядок; И.: disorder; T.: karışıklık) и. һөйл.
Күплектән барлыҡҡа килгән тәртипһеҙлек; буталсыҡ. □ Беспорядок. Ҡотой бутҡаһы яһап киткәндәр. Ҡотой бутҡаһына өйләндергәндәр.
ҠОТОЙСОҠ (ҡотойсоғо) и.
1. диал. ҡар. ҡоторсоҡ 1. Котойсоҡҡа һалынған бал.
2. диал. ҡар. тоҡсай 1. Ҡотойсоҡ тегеү. Котойсоҡҡа һалыу. Ҡотойсоҡ эсендә.
509