ҡотоҡ
ҠОТОҠ (ҡотоғо) и. диал. ҡар. ҡоҙоҡ. Ҡотоҡ биҙрәһе. Ҡотоҡ һыуы. М [Өлкән йәштәге ҡаҙаҡ — Алдарға:] Далалағы һәр уба, һәр саҡсауыл, һәр ҡотоҡ таныш миңә. N.. Мусин. [Мәҙинә — Хашимға:] Менәуәрә ҡотоғона барып киләйем әле, был ҡотоҡҡа һары һыу төшкәндәй... Т. Ғарипова. Сул ҡото — ҡотоҡ булыр, солоҡ ҡото — ҡорт булыр. Р. Бикбаев. Хатта ишек алдындағы ҡотоҡ һыуы ла кәмене, урамдағы һыу колонкаларынан һыу килмәй башланы. «Йәшлек», 1 февраль 2011. • Эсмәм тигән ҡотоғоңдан өс әйләнеп һыу эсерһең. Әйтем.
ҠОТОҠА с. диал.
1. ҡар. ҡупым. Ҡотоҡа ҡыҙыҡай. Ҡотоҡа булыу. Иҫ киткес ҡотоҡа.
2. ҡар. ҡурҡаҡ. Ҡотоҡа малай. Ҡотоҡа ҡуян.
ҠОТОҠАЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кутукай (название родового подразделения башкир). Иле менән йәшәгән ҡотоҡайҙар. Икенсе ырыуға буйһонған ҡотоҡайҙар.
ҠОТОҠАЛАНЫУ (ҡотоҡалан-) ҡ. диал. ҡар. ҡурҡаҡланыу. Уйламағанда ҡотоҡала-ныу. Ҡотокаланып китеу.
ҠОТОҠСА (Р.: пороховница; И.: powder flask; T.: barutluk) и.
1. Дары һауыты. □ Пороховница. Ҡо-тоҡсаны тәртипкә килтереу. Ҡотоҡсалағы дары. * Иң мөһиме, ҡорал-яраҡ яраҡлау — уҡ-һаҙағын йунәшергә, һөңгөләрен осларға, һынғандарын һапларға, ҡылыстарын ҡайрарға, һуйыл, киҫтәндәрен барларға, ҡалҡан, көйәктәрен табырға, йәҙрәһен әҙерләу, саҡса, ҡотоҡсаларын рәтләу бер бурыс. Ғ. Хөсәйенов.
2. диал. Мөйөшкә уйылған таҡта шкаф. □ Треугольный угловой дощатый шкаф. Ҡотоҡсалағы кейемдәр. Ҡотоҡсаға элеу. Ғәжәйеп матур эшләнгән ҡотоҡса.
ҠОТОҠҺОН (Р.: роговая пороховница; И.: sort of powder flask; T.: barutluk) и. иҫк.
Мөгөҙҙән эшләнгән дары һауыты. □ Роговая пороховница. Ҡотокһондағы дары. Һыйыр мөгөҙөнән эшләнгән ҡотоҡһон.
ҠОТОҠ ЭЙӘҺЕ и. миф. диал. ҡар. ҡоҙоҡ эйәһе. Ҡотоҡ эйәһен ризалаштырыу. Ҡотоҡ эйәһенә хәйер биреу.
ҠОТОЛҒОҺОҘ (Р: неизбежный; И.: unavoidable; T: kaçınılmaz) с.
Ҡотолоп ҡалыу мөмкин булмаған. □ Неизбежный, неминуемый. Ҡотолғоһоҙ булыу. Ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ. ■ Батырша, һис әҙәм ҡотолғоһоҙ утрау-төрмәнән ҡаҫмаҡ булып, бығаулы көйө бер уҙе баш кутәреп, тиңһеҙ алышта аяҡ өҫтө батырҙарса йән бирә шулай. Ғ. Хөсәйенов. Алтынбайҙы ауыр уйҙар, хәленең ҡотолғоһоҙ булыуы йәнен яфаланы. 3. Ураҡсин. Ҡотолғоһоҙ хәл ҡаршыһында сараһыҙҙан баш эйеу тугел инеме һуң?.. А. Абдуллин. Сәйф Сарай ҡотолғоһоҙ һығымта яһаны: Алтын Урҙаның хәле мөшкөл. Ә. Хәкимов. Дейеу пәрейҙәренең ҡотортоуы буйынса атай-олатайҙарының ғәҙәтен ташлап, аҙғынлыҡҡа биреләсәктәр. Шунлыҡтан уҙбелдеклек, тәртипһеҙлек, унан ҡала ҡотолғоһоҙ рәуештә ыҙғыш менән татыуһыҙлыҡ килеп сығыр. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ҠОТОЛҒОҺОҘЛОҠ (ҡотолғоһоҙлоғо) (Р: неизбежность, неотвратимость; И.: inevitability; T.: kaçınılmazlık) и.
Ҡотолғоһоҙ хәл. □ Неизбежность, неотвратимость. Хәлдең ҡотолғоһоҙлоғо аңлашыла. Ваҡиғаның ҡотолғоһоҙлоғо. Ҡотолғоһоҙлоҡ ҡараштары. ■ Һәр кутәрелештең утә фажиғәле тамамланыуы — былар бөтәһе лә халыҡ куңелендә ауыр тойғоларҙы, ҡотолғоһоҙлоҡ ҡараштарын тыуҙырған. Н. Зарипов.
ҠОТОЛДОРОУ (ҡотолдор-) (Р: избавлять, выручать; И.: save; deliver (from); T.: kurtarmak) ҡ.
Ауыр хәлдән арындырыу, йырындырыу; ҡотҡарыу. □ Избавлять, выручать. // Избавление, выручение. Ауыр уйҙарҙан ҡо
510