ҡотоп
толдороу. ■ Канцелярия эше Лиданы кисәге төшөнкөлөктән ҡотолдорманы. А. Та-һиров. Шамилды хөкөмгә тарттырыуҙан ҡотолдорһалар ҙа, ҡыуып ҡайтарып ебәргәндәр. Н. Мусин. [Сәлих мулла:] Мин анауы аҡтар килгән йылды, ҡыҙымды ирҙәр кейеме кейендереп, егет кеше яһап ҡотолдороп алып ҡалдым. И. Насыри.
ҠОТОЛОУ (ҡотол-) (Р.: спасаться; И.: escape; save oneself; T.: kurtulmak) ҡ.
1. Азатлыҡ алыу, иреккә сығыу; азат булыу. □ Спасаться, освобождаться. // Освобождение. Ҡотолоп ҡалыу. Тотҡондан ҡотолоу. ■ Был тишкәнсе, үтәнән-үтә ҡараусы ҡараштан былай ғына ҡотола алмаҫын ацланы Гөлбаныу. Т. Ғарипова.
2. Ауыр хәлдән арыныу. □ Выпутаться, избавляться. // Избавление. Бәләнән ҡотолоу. Үлемдән ҡотолоу. Хәсрәттәрҙән ҡотолоу. ■ Тевкилев үлемдән ҡотолор өсөн ҡаҙаҡ батырына ниҙәр генә вәғәҙә итмәне, нисек кенә ялынманы, ниҙәр ялбарманы. Ғ. Хөсәйенов. [Ҡарт:] Яҡшы, улай булғас ҡотолдоғоҙ, һеҙ инде бынан китмәгеҙ, тигәс, беҙ [ҡыҙҙар] шатлығыбыҙҙан ни әйтергә белмәнек. А. Таһиров. Дуҫтарымдың яҡты йөҙөн күреп, хәсрәттәрҙән, гүйә, ҡотолдом. X. Назар. «Ярай, ярай, ханбикә, олуғ әмир Аҡъял хажи ҙа Тәминдәр мырҙаны ситкә ебәрмәү яғында», — тип ҡотолдом. Ә. Хәкимов. [Емешкә — Бибисара абыстай:] Изге йән тип, бөтәһе лә ҡәҙер-хөрмәт итеп, һыйлап ҡына йәшәтерҙәр ине үҙеңде... Аслыҡтан, яланғаслыҡтан ҡотолор инең, бәлки... 3. Биишева. • Ҡатыҡ эскән ҡотолған, ҡалаҡ ялаған тотолған. Мәҡәл.
3. Нимәнәндер арыныу; бушаныу. □ Избавляться. Бурыстан ҡотолоу. М Илама ла, атай, илама, мин ямандан инде ҡотолдоң. Сеңләүҙән. • Ат аяғын ҡыҙғанған ылауҙан ҡотолмаҫ. Әйтем. Атың яман булһа, һатып ҡотол; юлдашың яман булһа, ҡасып ҡотол. Әйтем. Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай. Мәҡәл. Күсеп киткән иҫке йортонан ҡотолған. Мәҡәл.
4. һөйл. Баланан бушаныу, бала табыу. □ Рожать. Иҫән-Һау ҡотолоу. М [Кушай:] Бисәләр иҫән-һау ҡотолоп, беребеҙҙең ир, беребеҙҙең ҡыҙ бала булһа, ҡоҙа булышайыҡ. Хикәйәттән.
♦ Шулай тип ҡотол ҡаршылыҡҡа, бәхәскә килгән кешенең ыңғай һүҙенә ҡарата әйтелә. □ То-то же! (при выражении удовлетворения чьими-л. словами, признанием вины и т. п.). Я Зариф Йәнтүрә улы, ҡул һелтәп: «Эй, мин дә инде... Һинеке дөрөҫ тә баһа!» — тип көлөп, эште уйынға борор ҙа ебәрер ине. Быға ҡатыны ла риза. «Шулай тип ҡотол!» — тиер, ҡапыл һыуынып. Ә. Хәкимов.
ҠОТОЛТОУ (ҡотолт-) ҡ. ҡар. ҡотолдороу. Ҡотолтоп алып ҡалыу. Я «Яу булыусы Шүлгәндән бар халыҡты ҡотолтам!» — тип [Урал], күлде уртлаған. «Урал батыр».
ҠОТОЙҺОҘ с. диал. ҡар. ҡотһоҙ I. Ҡотойһоҙ бүлмә. Ҡотойһоҙ күренеш. Ҡотойһоҙ урын.
ҠОТОН АЛЫУ (ҡотон ал-) (Р: сильно испугать; И.: frighten to death; T: ödünü koparmak) ҡ. диал.
Ныҡ ҡурҡытыу. □ Сильно испугать. Баланың ҡотон алыу. Ҡәйнеше ҡапыл килеп сығып, еңгәһенең ҡотон алды. ■ Бурылдың ҡолаҡтарын артҡа ятҡырып ҡапыл ынтылыуҙары уның [ат ҡараусының] ҡотон алды. С. Агиш. Кешеләрҙең ҡотон алған өйөрмә, нисә әйтһәң дә, тәүге ҡаза түгел, йылдың-йылы ҡабатлана. Ә. Хәкимов. Сүп-сар аҫтынан кәзәнең тәүҙә аҡ ҡойроҡло арт һаны килеп сыҡты, унан һырлы һыңар мөгөҙө күренде. Ул хәтәр мөгөҙ заманында күптәрҙең ҡотон ала торғайны. М. Кәрим. Ул [ҡош] януарға йәшен ташындай барып ҡуна ла, ҡанаттарын һыҙғыртып, суҡышы менән өҙгәләп, айыуҙарҙың ҡотон ала: тегеләр, олдын-артын да ҡарап тормай, урманға һыҙалар. Эпостан.
ҠОТОП [ғәр. ‘Ер шарының «күсәр» осо’] (Р.: полюс; И.: pole; T: kutup) и. кит.
511