ҠОТОРҒАН ҠЫҘЫЛ
Ер шарының фарази күсәре менән ер өҫтөнөң киҫешкән нөктәһе. □ Полюс. Көньяҡ ҡотоп. Төньяҡ ҡотоп. Ҡотоп еле. ■ Миңә, бер ҡарағанда, бер-береһенән ике ҡотоп кеуек айырылып, икенсе ҡарағанда, бер-береһе осон йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер торған .. был ике кешенең .. дуҫтарса тел сарлашыуҙарын һуҙһеҙ генә тыңлап ултырыуы бик куңелле ине. Ш. Бикҡол. Тәулектең был мәлендә ҡараңғы төшөргә тейеш булһа ла, ҡотоп ҡояшы, мәңге туң ерҙе иретергә тырышып, донъяны яғымлы нурҙары менән ҡойондора ине. Н. Мусин.
ҠОТОРҒАН ҠЫҘЫЛ (Р: тёмно сиреневый; И.: of dark lilac colour; T.: koyu lacivert) с. һөйл.
Ҡуйы күксин төҫө. □ Тёмно-сиреневый. Ҡоторған ҡыҙылға буялған. Ҡоторған ҡыҙыл буяу.
ҠОТОРҒОС и. бот. диал. ҡар. тилебәрән. Ҡоторғос ашау. Ҡоторғос орлоғо. Ҡара ҡо-торғос. Ҡоторғос уләне.
ҠОТОР-ҠОТОР (Р.: подражание урчанию (например, в желудке)’, И.: rumbling sound imitation; T.: gur gur) оҡш.
Эсәк буйлап haya йөрөгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание урчанию (например, в желудке). Ҡотор-ҡотор итеу. Ҡотор-ҡотор тигән тауыш сығарыу.
ҠОТОРЛАУ (ҡоторла-) (Р.: урчать (в желудке)’, И.: rumble; T.: gur gur etmek) ҡ.
1. Ҡотор-ҡотор иткән тауыш сығарыу. □ Урчать (в желудке). Эс ҡоторлай. Йыш ҡына ҡоторлау.
2. Гөлдөрләү (ҡорҙар тураһында). □ Квохтать (о тетереве). Ҡорҙар уйнағанда ҡоторлайҙар.
ҠОТОРОҠ I (ҡотороғо) (Р: бешенство; И.: rabies; T.: kuduz hastalığı) и.
1. Аҡылды зәғифләп, ҡоторта торған йоғошло ауырыу. □ Бешенство. Айыу ҡотороғо. Ҡотороҡ йоғоу. Ҡотороҡ менән ауырыу. Ҡотороҡ сиренә ҡаршы көрәш.
2. Аҡылһыҙлыҡтан, шашҡанлыҡтан килгән ҡылыҡ. □ Необузданность. Йәштәрҙең
ҡотороғо. ■ Иң шомлоһо: ҡара уйҙан тыуған ҡотороҡтоң ғәмәлгә ашыу ихтималы ине. Ғ. Хөсәйенов.
3. диал. ҡар. ҡотҡо. Ҡотороҡҡа бире-леу. М Ғилаждың тел төбөнә ҡарағанда, Сөнәғәт йәнә лә минең ҡотороғом менән ҡайтҡан була, тип уйланы Сәмиғулла бажаһының упкәләуенән. Ж. Кейекбаев.
ҠОТОРОҠ II (ҡотороғо) (Р: неистовый, бурный; И.: violent; frantic; T.: dizginsiz) c.
1. Ярһыулы, шашҡын; ҡоторонҡо. □ Неистовый, бурный. Ҡотороҡ дәрт. Ҡотороҡ тау йылғаһы. Ҡотороҡ ташҡын.
2. диал. ҡар. дыуамал. Ҡотороҡ холоҡло. Ҡотороҡ кеше. Ҡотороҡ ҡылыҡ.
ҠОТОРОҠ СИРЕ и. диал. ҡар. ҡотороҡ I. Төлкөнән йоҡҡан ҡотороҡ сире. Ҡотороҡ сиренә дусар булыу. Ҡыр йәнлектәренең ҡотороҡ сире.
ҠОТОРОНҠО (Р: неистовый, бурный; И.: violent; frantic; furious; T.: dizginsiz) c.
Ярһыулы, шашҡын; ҡотороҡ. □ Неистовый, бурный. Ҡоторонҡо кеше. Ҡоторонҡо ҡыланыш. Ҡоторонҡо ағым. ■ Унан — йөҙөнә ҡоторонҡо уҫаллыҡ ҡиәфәте биреп, аҙ ғына эйелә төшөп, Сарим ағайға ҡараны [офицер]. А. Карнай. [Йәш һунарсы:] Алыҫҡараҡ барһам, ваҡ-төйәге тугел, һуҫарҙар эҙенә лә төшөрмөн әле тип, сасҡау һалҡынға, ҡоторонҡо буранға ла ҡарамайынса, урманға китте. Ғ. Ибраһимов. Йөрәк өҙгөс әсе һыҙғырған ҡоторонҡо буран Емештең уйына тағы ла ҡатыраҡ шом өҫтәне. 3. Биишева.
ҠОТОРОНОУ (ҡоторон-) (Р: беситься, бесноваться; И.: rage; T.: kudurmak) ҡ.
1. Саманан тыш ярһыу; шашыу. □ Беситься, бесноваться, неистовствовать. Шашып ҡотороноу. ■ [Алдар ишеткән бәлә-ҡазалар] .. яман, ҡомһоҙ турәләрҙең башбаштаҡлығы. Турәлектән урә һикереп ҡото-роноуҙары. Ғ. Хөсәйенов. Кешеләр шашып ҡоторонған ергә афәт килеуен иҫбатлай бит улар [уйҙар]. Л. Якшыбаева. Йәнәйҙәр
512