Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 513 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОТОРОШОУ
ҡысҡырыша-ҡысҡырыша утеп киттеләр ҙә, кире әйләнеп, ҡотороноп тағы килделәр. Я. Хамматов.
2. кусм. Сиктән тыш көсәйеп ярһыу. □ Бушевать, неистовствовать; свирепствовать. Ҡоторонған диңгеҙ. Ҡоторонғон тулҡындар. Я Ел дә юҡ бит, э ул [диңгеҙ] ҡоторона! Ҡоторона шулай елһеҙ ҙә... Р. Ғарипов. Тулҡын һаман ҡотороноп кәмәне алға ҡыуҙы. 3. Биишева. Ҡоторонған тулҡындар уға [Нурия апайыма[ иркенләп йөҙөргә ирек бирмәй ине. Н. Мусин. Көҙгө зәһәр ел нисәмә көндәр буйына ҡоторона, ауыл өйҙәренең ҡыйыҡтарына ташланып, мөрйәләренә инеп ыжғыра, олой. Б. Хәсән.
3. диал. Үгеҙ теләп, үгеҙ һорап ярһыу (һыйырға ҡарата)', үкһәү. Я Находиться в период течки (о животных). Ҡотороноу осоро. Ҡотороноп тороу. Ҡотороноп китеу.
ҠОТОРОУ (ҡотор-) (Р.: беситься, становиться бешеным; И.: become ill with rabies; T.: kudurmak) ҡ.
1. Баш мейеһенә үткән үҙенә бер төрлө вирустан аҡыл зәғифләнеп, шашыу; ҡотороҡ ауырыуы менән ауырыу. □ Беситься, становиться бешеным. Ҡотороп йөрөу. Ҡотора башлау. Эт ҡоторған. Буре ҡоторған. Я Аҡназар ағай умарталыҡтан Буреһуҡҡан олатайҙы саҡыртып алған, буреләрҙе ҡырырға кәрәк, ҡоторғандар, тип әйткән. Г. Яҡупова. «Буреләр ҡоторған булһа?» тигән уй килде башҡа. Йөрәк жыу итеп китте. Ә. Чаныш. • Ҡоторған буре утҡа инер. Әйтем.
2. диал. ҡар. шаярыу. Балалар ҡоторалар. Я Бала-саға кеуек ҡоторалар. Кыҙ-ҡырҡын-дар ҡотороп, уйнап-көлгән Урал тау. Ҡобайырҙан.
3. кусм. Саманан тыш ҡыланыу, ярһыу; шашыу. □ Беситься, бесноваться, неистовствовать. Артыҡ ҡотороу. Я Майына сыҙамай ҡотороп йөрөгән был бисәгә [Ал-тынбайҙың] куңелендә нәфрәт тойғоһо ла яралған кеуек булды. 3. Ураҡсин. [Зәки:] Ыҫлаған саҡта айыу бигерәк тә ҡотора. Ул
өңөндә тыныс ҡына йоҡлап ятҡан еренән, төтөнгә сыҙай алмай, алпан-толпан баҫып, укереп килеп сыға. Ж. Кейекбаев. Ә Яппаров, Ғилманды куреп, ҡапыл ене ҡотороп өндәште. Д. Бүләков. • Ауыҙы ашҡа тейһә, алйот ҡоторор. Әйтем. Буранда буре ҡоторор, урамда тиле ҡоторор. Әйтем. Ҡомһоҙ ҡоторһа — ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр. Әйтем. Тинтәк турә тилерер, ҡонло хан ҡоторор. Әйтем. Эт яманы буранда ҡоторор. Мәҡәл.
4. кусм. Сиктән тыш көсәйеп ярһыу. □ Бушевать, неистовствовать; свирепствовать. Бурандар ҡотора. Я Өйөрмә, көс һынаған төҫлө, тәуҙә ағас баштарын тарап уҙҙы, аламараҡ бер-ике өйҙөң һалам тубәһен һелтәп ырғытты ла тотондо ҡоторорға. Ә. Хәкимов. Ул [Зөһрә] тик хәҙер генә тышта ел олоуын, буран ҡотороуын, ҡар бөртөктәренең шыйылдап тәҙрәгә бәрелеуен ишетте. Н. Мусин. Госпиталдә ята торғас, арҡа эренләй башланы, тәндә температура ҡотороп китте. 3. Ураҡсин.
5. Хәл ҡылымдың -п формаһында ҡушма ҡылымдың беренсе компоненты булып, төп мәғәнәне көсәйтә. □ В форме деепричастия на -п с основным глаголом означает высшую степень выполнения действия. Ҡотороп ҡыланыу. Я Мауығып куҙәтер нәмә — аяҡ атлаған һайын. Өҫтәуенә, тәбиғәттең уянған, даланың ҡотороп йәшәргән, сәскәгә кумелгән сағы. Ә. Хәкимов.
ҠОТОРОШОУ (ҡоторош-) ҡ. урт. ҡар. ҡотороу 2—3. взаимн. от ҡотороу 2—3. Дулап ҡоторошоу. Я [Ныязғол бай]көҙгә тиклем ҡымыҙ эсеп, ҡунаҡ һыйлап, иреккәнендә ҡалаға барып килеп, ситтән килгән ту-рәләр менән донъя емереп, ҡоторошоп йәй уткәрә. һ. Дәүләтшина. Уның [айғырҙың] ажғырып кешнәуенән ҡоторошоп дулаған йәш бейәләрҙе, быуыны шыйыҡ, иҫе юҡ ҡырҡмыштарҙы тотоп шыйырлыҡ тугел. Ә. Хәкимов, һандуғастар ҡотороша инде, .. иртән йоҡлатмайҙар. Айыу-буре лә етерлек, тиҙәр. Р. Солтангәрәев. Заур менән Абрик, әсәләре лә яндарында булмағас, етемһерәп,
513