ҠОТОРСОҠ
йунләп шаярмай, уҙҙәрен тыйнағыраҡ тота, д Сәяр менән Салауат ҡуй-сеуҙе белмәй ҡотороша икән. М. Ямалетдинов.
ҠОТОРСОҠ (ҡоторсоғо) (Р.: небольшая деревянная посуда; И.: small wooden plate; T.: bir ahşap kap) и.
1. Ағастан соҡоп яһалған бәләкәй йомро һауыт. □ Небольшая деревянная посуда. Бер ҡоторсоҡ тоҙ. ■ Ҡоторсоҡто асып ебәреуе булды, бөтә өйгә тәмле бал еҫе бөркөлдө. Й. Солтанов.
2. Мылтыҡ яһағанда дары үлсәп һала торған бәләкәй генә һауыт. □ Маленькая коробочка, коробок. Бер ҡоторсоҡ дары.
3. диал. Сәй һауыты. □ Посуда для рассыпного чая. Ҡоторсоҡ буләк итеу.
ҠОТОРТОУ (ҡоторт-) (Р.: подстрекать, подговаривать; И.: incite; instigate; T.: kışkırtmak) ҡ.
1. Берәй нәмәгә өндәп, ҡорсотоу; ҡуҙғытыу; ҡотҡо һалыу. □ Подстрекать, подговаривать. // Подстрекательство. Йәштәрҙе ҡотортоу. ■ Алама ҡылығы, нәфсеһеме әллә ҡоторта бәндәне? Ғ. Хөсәйенов. Инструкция ҡушмай, һин нимә, бунтҡа ҡотортаһыңмы? — тип Ҡәнзәфәргә табан ынтылды ла [ҡарауыл башлығы], иҫенә килгәндәй, туҡтап ҡалды. Б. Рафиҡов. Ҡоторта бит был [мулла] яуыз мине, — тип уйланы шул саҡ Шаҡман. — Барымтаға отҡота был мине. К. Мәргән. Һәм ул [Тәфкилев] Татищев тарафынан ҡыйырһытылғандарҙы уҙ тирәһенә туплап ҡотортто, .. шуларҙан яңы начальник өҫтөнә ялыу ҡағыҙҙары яҙҙыртты. Ғ. Ибраһимов. Аҡылға бер кө-йөрәк Талхаға ҡотортоу етә ҡалды. Ул, бер нисә тапҡыр йығылып көлкөгә ҡалыу ына ҡарамаҫтан, йәнә көрәшергә сыҡты. Ж. Кейекбаев.
2. Маҡтап, буйлатып, шаштырыу. □ Баловать. Үтә ныҡ ҡотортоу. Баланы ҡотортоу. Ҡотортоп ебәреу.
ҠОТОРТОШОУ (ҡотортош-) ҡ. урт. ҡар. ҡотортоу, взаимн. от ҡотортоу. Бер-береһен ҡотортошоу.
ҠОТОС с. диал.
1. ҡар. ҡурҡаҡ I. Ҡотос кеше. Ҡотос та тугел. Ҡотос йәнле. Ҡотос малай.
2. ҡар. оңҡот. Ҡотос бесәй. Ҡотос булып сыҡты.
ҠОТОСЛАНЫУ (ҡотослан-) ҡ. диал. ҡар. ҡурҡаҡланыу. Ҡотосланып, ошаҡлау. Йәштәрҙең ҡотосланыуы.
ҠОТ ОСОУ (ҡот ос-) (Р.: заболеть от сильного испуга; И.: fall sick from fright; T.: korkudan hastalanmak) ҡ. миф.
Ныҡ ҡурҡыуҙан ауырыуға әйләнеү; ауырыуға һабышыу. □ Заболеть от сильного испуга. П Ҡуҙ теймәгән. Ә ҡото осҡан. Ҡот ҡойорға кәрәк,— тигән фекергә килде [Сыуаҡай әбей]. 3. Биишева.
ҠОТ САБЫУ (Р: погоня за счастьем (часть свадебного обряда)', И.: chase after one’s luck; T.: bir düğün âdeti) и. этн.
Ҡыҙҙы оҙатҡанда башҡарыла торған боронғо туй йолаһы (ҡыҙҙы оҙатҡанда, арбаға ултырып сыҡҡас, ҡыҙҙың яҡын ағаһы туйыҙға йәки көршәккә ҡаймаҡ һалып алып, һыбай ҡаса; ҡыҙ яғы менән егет яғы кешеләр уның артынан сабып, көршәкте алырға тырыша; егет яғы көршәкте алһа, ҡоҙағый арбаһына килтереп һуға — ҡот кейәу менән китә; ҡыҙ яғы алһа, ҡыҙ арбаһына килтереп һуға — ҡот ҡыҙҙа була). □ Погоня за счастьем (часть свадебного обряда). Ҡот сабыу йолаһы. ■ Туй йолаһында ҡотҡа булашыу, ҡотҡа сабышыу бар. Арба ҡуҙғалғас, ҡыҙҙың ағаһы һауытҡа ҡаймаҡ алып һыбай саба. Ҡейәу яғы һыбайлылары «ҡотҡа» бо-лашып, ҡыуа төшәләр. Шуны «ҡот сабыу» тиҙәр. Халыҡ ижадынан.
ҠОТ САҠЫРЫУ (Р: обряд вызывания души, жизненной силы; И.: ceremony of one’s soul’s induction; T.: kurşun dökmek) и. этн.
Ҡот саҡырыу йолаһы. □ Обряд вызывания души, жизненной силы (кут 'образ души’ отливают три раза, при этом машут платком и зовут: «Душа, вернись, душа, вернись!»). Ҡот саҡырыу йолаһы. ■ Ҡот саҡырыу йолаһы тубәндәгесә башҡарыла:
514