Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 515 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОТҺОҘ
ҡотто өс мәртәбә ҡоялар һәм «Ҡотом, кил, ҡотом, кил!» тип яулыҡ болғап ҡот саҡыралар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОТСОҠ (ҡотсоғо) и. диал. ҡар. ҡоторсоҡ 1, 2. Ҡотсок эшләу. Ҡотсокбуләк итеу.
ҠОТ СҮМЕСЕ (Р.: ковш, черпак для отливания образа души; И.: magical ladle; T.: kurşun dökmede kullanılan kepçe) u.
Ҡот ҡойоу өсөн тәғәйенләнгән сүмес, һауыт. □ Ковш, черпак для отливания образа души (в ковш для отливания образа души кладут свинец и расплавляют). Ҡот сумесенә ҡурғаш һалып иретәләр. Ҡот суме-сендәге ҡот.
ҠОТ ТАҒЫУ (Р.: ношение отлитого образа души на шее или под мышками; И.: wear а special charm; T.: kurşun dökmede ortaya çıkan şekilleri takmak) ҡ. этн.
Ҡойолған ҡотто муйында йә ҡултыҡ аҫтында йөрөтөү. □ Ношение отлитого образа души на шее или подмышками. Муйынға ҡот тағыу. М Ҡот төшһә, еп уткәреп, ҡотто муйынға тағып йөрөйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОТТОЙ и. диал. ҡар. өй эйәһе. Ҡот-тойҙоң шаяртыуы. Әкиәттәрҙәге ҡоттой. Ҡоттой бабай, әйҙә беҙҙең менән.
ҠОТ ТОҠСАЙЫ (Р: специальный мешочек для ношения образа души (слиток)’, И.: special sachet for the ptrsonal amulet; T.: kurşun dökmede ortaya çıkan şekiller için bir kese) и. этн.
Ҡойолған ҡотто йөрөтөү өсөн тоҡсай. □ Специальный мешочек для ношения образа души (слиток), пришиваемый на затылок или под мышками. Ҡот тоҡсайын тегеу. ■ Ҡот тоҡсайын елкәгә йә ҡултыҡ аҫтына тегеп ҡуялар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОТТОХАН и. диал. ҡар. ҡоторсоҡ. Ҡоттохан буләк итеу. Ҡоттохан алыу.
ҠОТ ТӨШӨҮ (ҡот төш-) (Р: выпадать (об образе души — кут)’, И.: ancient
magical ceremony for casting a spell; T.: kurşun dökerken kurşunun aldiğı şekil) ҡ. этн.
Ышаныуҙар буйынса, ҡот ҡойғанда ауырыу нимәнән ҡурҡһа, шул нәмәнең һүрәте ҡурғашта һүрәтләнеү (имештер, әгәр һурә-те төшһә, ауырыу төҙәлә). □ Выпадать (об образе души — кут). Эт рәуешендә ҡот төшөу. ■ Ҡай берҙә ҡот төшмәй ҙә ҡуя, сәсрәп тик тора. Шуға ҡото төшкәнсе ҡоя-һың. Халыҡ ижадынан.
ҠОТ ҺАЛМАҺЫ (Р: лапша жизненной силы; И.: particular kind of magic noodles; T.: Çarşamba eriştesi) и. этн.
Ҡот ҡайтарыу көсөнә эйә тип ышанып, шаршамбы көн бешерелгән һалма. □ Лапша, приготовленная в среду, доел. Лапша жизненной силы. Ҡот һалмаһы беше-реу. ■ Баланыңҡото осһа, ахыры шаршамбыла ҡот һалмаһы бешереп ашаталар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОТ ҺАУЫТЫ (Р.: мешочек для отлитой души; И.: special sachet for a charm; T.: kurşun dökmede ortaya çıkan şekiller için bir kese) и. этн.
Төшкән ҡотто һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән тоҡсай. □ Мешок для отлитой души. Ҡот һауытындағы ҡот. ■ Төшкән ҡотто ҡот һауытына һалып, бетеу итеп тағып йөрөйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОТҺОҘ I (Р: неуютный; И.: comfortless; T: rahat olmayan) с.
1. Бәхет, ырыҫ, уңыш килтермәгән, ҡото булмаған. □ Неуютный, неблагодатный. Ҡотһоҙ булыу. Ҡотһоҙ ер. Ҡотһоҙ урын.
■ Ҡотһоҙ ергә Алла баҡмай ул. М. Ҡунафин. Ҡотһоҙ булған шоңҡарҙан торомтай тигән ҡош артыҡ. Ҡобайырҙан. • Тарҡау илгә ҡот ҡунмаҫ, ҡотһоҙ илдә ул тыумаҫ. Әйтем.
2. Күңелгә ятмай торған; йәмһеҙ. □ Неприглядный, непривлекательный, невзрачный. Ҡотһоҙ йорт. Ҡотһоҙ ҡола ялан.
■ [Мария Терезаның] йыһаз яғы самалы булһа ла, төйәге уның ҡотһоҙ тугел. М. Кәрим. Ғәйникамалды ерләгәс, баяр йорто Алтынбайға эт ояһы кеуек ҡотһоҙ бу
515