Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 516 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОТҺОҘ
лып күренде, уның бында бер генә көнгә лә ҡалғыһы килмәне. 3. Ураҡсин. Ҡасан шулар буй еткереп, әле ҡотһоҙ ятҡан ҡола ялан тағы нисә йылдан шаулап үҫкән урманға күмелер? Н. Мусин. Тышта ғинуар бураны ҡоторона, һалҡын, ҡотһоҙ өйҙә Емеш яңғыҙы ғына ултыра. 3. Биишева. Кисәге ят, ҡотһоҙ ер-күк, төндә йәшенле ямғырға ҡойоноп, сафланып, хәҙер балҡып тора ине. Ә. Хәкимов.
3. Күңел өшөткәс яман, ҡурҡыныс. □ Страшный. Ҡотһоҙ күренеш. Ҡотһоҙ хәбәр. ■ Ләкин Ғәйникамал баярҙың һүҙҙәрен аңламаны, был ҡотһоҙ хәбәр уның ҡолағына инмәне лә кеүек. 3. Ураҡсин. Элеккесә ҡотһоҙ бәндәнең алдына килеп баҫҡанын күргәс, күптәнге танышын ҡаршылағандай, ул хатта аяғүрә торҙо. К. Мәргән. Мин, ҡурҡып, битемде устарым менән ҡапланым; шунан, был ҡотһоҙ көҙгө янынан нисек етте шулай тәнтерәкләп китә һалып, һылтыҡлай-һылтыҡлай урыныма барып ауҙым. Д. Юлтый.
4. Бәхетһеҙ, уңышһыҙ. □ Несчастный, неудачливый. Ҡотһоҙ яҙмыш. ■ Ырыуҙаштары тарафынан ситләтелгән, үҙенең яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән ҡотһоҙ яҙмышынан, үрсеү теләген баҫыуҙан өмөтө өҙөлөүҙән ярһыған Күкбүренең эсендә ниҙер тулышты. Т. Ғарипова.
5. Бик көслө, зәһәр. □ Очень сильный. Ҡотһоҙ һыуыҡ төн. ■ Уның [тракторҙың] ҡотһоҙ тауышы әллә күпме ишетелеп торҙо ла ауыл осондағы тау артына боролғас ҡына баҫылды. Р. Солтангәрәев.
6. диал. ҡар. тәрбиәһеҙ. Ҡотһоҙ йәштәр. Ҡотһоҙ ҡыланыу.
ҠОТҺОҘ II (Р.: неудачник; И.: failure; misfit; T.: kutsuz) и.
Йәшәү көсө бөткән; бәхетһеҙ кеше. □ Неудачник, несчастный, страшный, доел. Без жизненной силы. Ҡотһоҙ менән аралашмау. • Ҡотһоҙға ҡот ҡунмаҫ. Мәҡәл.
ҠОТҺОҘЛАНЫУ (ҡотһоҙлан-) (Р: становиться неуютным; И.: become comfortless; T.: kutsuz olmak) ҡ.
1. Ҡотһоҙға (1) әйләнеү; ҡото китеү. □ Становиться неуютным, неблагодатным, несчастным. Тормошо ҡотһоҙланды. ■ Ихсанбайҙың күңел донъяһы ишелеп төштө, ҡотһоҙланды. Т. Ғарипова.
2. Йәмһеҙгә әйләнеү, йәме, матурлығы китеү. □ Становиться неприглядным, неуютным. Ағас ҡотһоҙланған. ■ Кейемдәр тәнгә һылашып уҡ бөттө. Шуға ла беҙ нисектер ҡотһоҙланып, бәләкәсләнеп, ябығып киткәндәй булдыҡ. Ш. Бикҡол. Ауыл ҡотһоҙланды, ерҙәрҙе Бирҙеғол тархан улы Йомағужа менән һатлыҡ Йәүкәев бүлешеп алды. Ғ. Ибраһимов. Ҡарағусҡыл һоро төҫтәге ер өҫтө, туңып иреп бөткәнсе, ҡотһоҙланып, ҡобараһы осоп ята. Н. Мусин.
ҠОТ ҺЫУЫ (Р.: вода, куда льют расплавленное олово - кут; И.: water for magical ceremonies; T.: kurşun dökerken kullanılan su) и. миф.
Иретелгән ҡурғашты ҡойған һыу. □ Вода, куда льют расплавленное олово - кут, которая имеет обережную силу. Ҡот һыуы менән йыуыу. ■ Ҡот һыуы менән баланың битен, күҙен йыуалар, өс йотомон эсерәләр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОТ ӘПСЕНЕ (Р: заговор жизненной силы; И.: spell to preserve one’s vitality; T.: büyü) и. миф.
Ҡот һаҡланһын, ҡайтһын өсөн уҡыла торған доға. □ Заговор жизненной силы. Ҡот әпсене уҡыу. Ҡот әпсенен белеү. ■ Ҡот ҡойғанда өләсәһе ошондай ҡот әпсене әйтә ине: «Кил, ҡотом, кил, ҡотом, күгәрсендәй гөрләп кил, ҡыр ҡаҙындай шаулап кил, аҡ йыландай һуҙылып кил». Башҡорт мифологияһынан.
ҠОТ ЯРЫУ (ҡот яр-) (Р.: перепугать; И.: scare much; T.: korkutmak) ҡ. диал.
Ныҡ ҡурҡытыу. □ Перепугать. Ҡысҡырып ҡот ярыу. Шаяртып ҡот ярыу.
ҠОҺАЙ (Р.: сажень; VL:. sazhen', T.: sajen) и. иҫк.
2,1336 метрға (өс аршинға) тиң булған элекке оҙонлоҡ үлсәү берәмеге; сажин. □ Са-
516