Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 517 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡош
жень. Егерме ҡоһай. ■ Спекулянттар, уҙармандан сабышып йөрөп, игенде арзан хаҡҡа алалар ҙа, шунда уҡ ун-ун биш ҡоһай ер алып барып, кооперативҡа әллә ни тиклем файҙа алып һатып ебәрәләр. Ғ. Дәүләтшин.
ҠОҺОҠ I (ҡоһоғо) и. диал. ҡар. керәкә. Ҡоһок бесәне. Ҡоһок уләне. Ҡоһоҡтан сығарылған мук.
ҠОҺОҠ II (ҡоһоғо) и. диал. ҡар. бәҫ II,
1. Ҡоһоҡ баҫыу. Ҡоһок ҡаплау. Ағасҡа ҡунған ҡоһоҡ.
ҠОҺОР [ғәр. je5] (Р.: отплата; И.: repayment; T.: karşılık) и.
1. Ниҙеңдер кире һөҙөмтәһе, насар шауҡымы. □ Отплата. Аслыҡ ҡоһоро. Һуғыш ҡоһоро. М һуғыш ҡоһорона зарланған оло йәштәге атаһы Сибәғәтулланың да улеу ҡайғыһын ирҙәрсә кутәрҙе. Я. Хамматов. Дейеуҙәрҙең ҡоһоро барығыҙға тейәсәк, шунан барың уләсәк. «Урал батыр».
2. Насар эш-ҡылыҡтың кире ҡайтҡан язаһы; кейә. □ Последствие, следствие. Яуызлыҡтың ҡоһоро.
3. Яманлыҡҡа ҡаршы булған яуап; ҡон, үс. □ Месть, возмездие. ■ [Перовский:] Утыҙ туғыҙынсы — ҡырҡынсы йылдарҙа уңышһыҙлыҡҡа осраған походымдың ҡоһорон был юлы икеләтә ҡайтарасаҡмын! Я. Хамматов. Ләкин [сабауыл төркөмө] кукрәктәрендәге ҡоһорҙо һундермәйенсә, яндарын киреп, ҡорған эсенә ҡыулы уҡтар сорғота башланылар. Ғ. Ибраһимов. Тартып алынған мөлкәтенең, кургән зыянының ҡоһорон ҡайтарыр өсөн, ул [Исмәғил] ваҡытын да, малын да йәлләмәне. Ғ. Хөсәйенов.
4. диал. Кемдең йәки ңиҙеңдер тышҡы булмышы, тышҡы ҡиәфәте. □ Вид, облик. Егет ҡоһоро. М Ай-Һай, ҡайһылай уҫеп киткәнһең, энем! Бына, исмаһам, ысын егет ҡоһорона еткәнһең! Я. Хамматов.
5. диал. ҡар. асыу I. ■ Был иһә Заһи-товтың ҡоһорона нығыраҡ тейҙе, ул һөйләп бөткәнде ҡалын ирендәрен ҡымтып, куҙен алартып көтөп ултырҙы. Н. Мусин.
♦ Ҡоһор тейеү ҡ. ҡар. ҡоһор төшөү. Яуызлыҡтың ҡоһоро тейеу. Ҡоһор(о) төшөү насар эш-ҡылыҡтың язаһы; кейәһе кире ҡайтыу. □ Возмездие. Н [Кәбән һалыусы ҡарт:] Ни эшләйһең, уйнап туя алмаған сағығыҙ ҙа бит, ҡоһор төшкөрө шул һуғыш. Нимә етмәйҙер был донъяла, ни булешәләрҙер? Картотека фондынан. ■ [Исхаҡ — Шәрипкә:] Үҙем өсөн ҡурҡмайым мин, балаларым өсөн борсолам. Нимә эшләһәм дә, ҡоһоро уларға төшөр кеуек. М. Ҡунафин. Ҡанбабалар ҡоһоро төшә ана рухын һатып эскән маңҡортҡа. X. Назар. Хәләл малыбыҙҙың ҡоһоро төшһөн! Куҙ йәшебеҙ тотһон! — тип ҡарғана-ҡар-ғана иланы [Яуымбайҙың] бисәһе. Н. Мусин. • Төкөрмә ашыңа, ҡоһоро төшөр башыңа. Мәҡәл. Ҡоһорон күреү насар эш-ҡылыҡтың язаһын, кейәһен күреү. □ Испытывать последствия какого-то проклятия, греха. Урлап алынған әйберҙең ҡоһорон куреу.
ҠОҺОР ҠОРТ (Р: трутень; И.: drone; T.: erkek ап) и. умарт.
Инә ҡорттарҙы аталандырыусы ҡорт. □ Трутень. Коһор ҡорт ҡарышлауыҡтары. Коһор ҡорттар урсеме. Коһор ҡорт аулағыс.
ҠОШ (Р: птица; И.: bird; T.: kuş) и.
1. зоол. Умыртҡалылар төркөмөнә ҡараған ҡанатлы, ике аяҡлы, суҡышлы, ҡауырһын йөнлө йән эйәһе. □ Птица. / Птичий (лат. Aves). Йорт ҡоштары. Йөҙәр ҡош. Йыртҡыс ҡош. Коштар һайрауы. Ҡош сырылдауы. Осар ҡош. Урман ҡоштары. Һайрар ҡош. һыу ҡоштары. ■ Ҡоштарҙың нимә хаҡында һөйләшеуҙәрен белгеһе килеп, егет бер ауыл ҡартына кәңәш һорап барған, ти. Я. Хамматов. Таллыҡта, йоҡоһоҙ ҡоштар ғына сутылдаша, тарбаҡ имән ҡыуышында супай ыңғыраша. 3. Биишева. Кус алдынан бер ҡош оса, юл башлайҙыр, курәһең. Т. Йосопов. Туп-туп ҡына булып ҡоштар китә, өсмөйөштәр яһап теҙеләлә... Г. Ҡотоева. Буҙәнәкәй тигән, һай, аҫыл ҡош юрғалайҙыр тура ла юл менән. Халыҡ йырынан. Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты һайрап ҡаршылай ҡоштарың, тонйорап
517