ҡош
батҡан ҡояшты һайрап оҙата ҡоштарың. Халыҡ йырынан. • Буре күләгәһендә ҡош туйыр. Әйтем. Ҡанаты бәйле ҡош осмаҫ. Әйтем. Ҡош һауала, ат тауҙа, егет яуҙа һынала. Әйтем. Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер. Әйтем. Ҡолон тояғына — ҡом терәк, ҡош аяғына — ел терәк, ҡара кешегә — мал терәк, хан кешегә — ил терәк. Әйтем. Ат йәлләгән ергә ҡарар, ҡош йәлләгән күккә ҡарар. Мәҡәл. Атһыҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош. Мәҡәл. Ҡош ҡош менән аулана. Мәҡәл. Ҡошон юғалтҡан күккә ҡарар, ҡуйын юғалтҡан ергә ҡарар. Мәҡәл. Ҡулға өйрәнгән ҡош ҡырҙа аҙашыр. Мәҡәл. Ҡүҙәмәй осҡан ҡош ҡуныр ағас тапмаған. Мәҡәл.
2. күсм. Ҡанатлы матур тойғоно белдергән шартлы билдә. □ Птица как олицетворение чувств, эмоций. Бәхет ҡошо. Ҡош һөтө. Мөхәббәт ҡошо. ■ [Өммөгөлсөм — Закирға:] һуғыш тигәс тә, .. ҡәйнеш!.. Мөхәббәт ҡошо ла йоҡлап ятмай... 3. Биишева. Ҡарсыҡ ейәненә бәхет ҡошо һомай тураһында таң ҡалдырырлыҡ яҡты хыялдар менән һуғарылған тылсымлы әкиәт һөйләй. Р. Шәкүр. Мөхәббәт ҡошо үҙе генә беләлер ҡайһы күктә ҡанат ҡағырын, моғайын. Г. Яҡупова. [Искәндәрҙең] ауылда саҡта ҡыйыуһыҙ ғына ҡанат ҡаҡҡан күңел ҡошо икһеҙ-сикһеҙ асманға сыҡҡайны. Ә. Хәкимов. Башым әйләнеп китте. Бәхет ҡошом ҡулыма килеп ҡунған кеүек булды. 3. Ураҡсин.
3. шиғр. Иркәләү һүҙе. □ Птичка моя. Таң ҡошом. ■ «Таң ҡошом, шағирым минең! — Гөлнара, .. уның [Айнурҙың] яурынына ҡулын һалды. Н. Мусин.
4. этн. Боронғо башҡорт ырыуҙарын белдергән билдәләрҙең, атрибуттың береһе. □ Родовая тотемная птица. Ырыу ҡошо. ■ Боронғо башҡорт ырыуҙарының һәр береһенең айырым ағасы, ҡошо, ораны, тамғаһы булған. Мәҫәлән, Асылы күл тирәһендәге ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының ҡошо — ҡарағош, ағасы — ҡарағас, ораны — салауат, тамғаһы тәнре булған. М. Сәғитов. Ҡарағош һармыттарға
көс-ҡеүәт биргән, осар ҡанат ҡуйған ырыу ҡошо ине. 3. Ураҡсин. [Ирәкте иле] Ҡайпан иленең йәки шул Танып иленең тамғаһын, оранын, ҡошон, ағасын ҡабул итергә тейеш була. К. Мәргән.
5. миф. Үлгән кешеләрҙең йәне. □ Душа умерших. ■ Йән күбәләк, себен, ҡош булып осоп китә. Башҡорт мифологияһынан.
6. эйл. ф. ҡошом. Ҡәҙерле күргән, яратҡан кешегә иркәләп, яратып әйтелә. □ ласк. Птичка моя (ласково, с любовью). Ҡошом, һине онотмам. Ҡошомдо күрҙем. Минең ҡошом.
♦ Ауыҙ менән ҡош тотоу уңған, булдыҡлы кешегә ҡарата ҡулланыла. □ Быть расторопным, деятельным. Ауыҙы менән ҡош тотор егет. ■ Наратты «ауыҙы менән ҡош тота ул» тиҙәр. Нараттың быға ҡәҙәр ауыҙы менән ҡош тотҡаны булманы булыуын. Әммә малайҙар араһында уға тиң һунарсы юҡ әле. Ф. Әсәнов. [Шахнияз — Ғәндәлипкә:] Ә һин, үлем ярҙамсыһы, ни эшләп бында ауыҙың менән ҡош тотаһың? Ә. Мирзаһитов. • Ауан кеше ауыҙы менән ҡош тотор. Мәҡәл. Ирекле ҡош ни эшләһә лә ирекле, азат кешегә ҡарата әйтелә. □ Вольная птица. Ирекле ҡош һымаҡ ҡыҙҙар. ■ [һабрау:[ Ишетеүемсә, Ынйыташ исемле ҡыҙығыҙҙың һырға туйы уҙмаған икән. Тимәк, ул ирекле ҡош... Ә. Хәкимов. Һолтанбай иреклекте, кемдеңдер алдында баш эймәй йәшәүҙе артыҡ күрә. Урмандарына сығып киттеме, — ирекле ҡош бит ул!.. Н. Мусин. Ҡара ташҡа ҡош ҡундырмаҫ кеше сос, ҡыйыу кеше тураһында әйтелә. □ Бойкий, смелый человек. Ҡош кеүек етеҙ тиҙ хәрәкәтсән, етеҙ. □ Ловкий, как птица. Ҡош кеүек осоу бик тиҙ хәрәкәт итеү. □ Летать, как птица. Ҡош осмаҫлыҡ һыуыҡ үтә лә һыуыҡ. □ Очень холодно. Ҡош осмаҫлыҡ һыуыҡтар башланды. Ҡош осмаҫлыҡ һыуыҡтар ҡышҡы селләлә була. Ҡоштар осоп етмәҫ ер бик алыҫ ара. □ Далёкое место, даль дальняя. ■ Бер ҡараһаң,
518