ҠОШ ҠАРАУСЫ
утыҙ етелә ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә, .. аҫыл ирҙәр алып кителә... Р. Ғарипов. Һин Ҙур Ерҙә, ә мин Себерҙә. Сәләм кундерергә элемтә юҡ ҡоштар осоп етмәҫ был ерҙә. С. Рахманғолов. Ҡоштар осоп етмәҫ ергә китә һалдат баштары. Халыҡ йырынан. Ҡош телендәй генә (хат, хәбәр) бер-ике ауыҙ һүҙҙән торған бәләкәй генә (хат, хәбәр). □ Коротенькое письмо, послание. Тыуған яҡтарҙан килгән ҡош телендәй генә хәбәр. Ҡош телендәй генә хат яҙыу. Ҡош телендәй яҙыу ебәреу. ■ [Атайым менән йәш әсәйҙәремдән] ҡош телендәй генә яуап хаты алһам да куңелем булыр ине. Я. Хамматов. [Сәхи ағайымдың] иҫәнлеген белдереп ҡош телендәй генә хәбәре килһә лә, риза инек. Уныһы ла булманы. Т. Ғирфанов. Рафиҡ, бойоғоп, һаман Линараһынан ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр көттө, һөйгәненең эҙһеҙ юғалыу сәбәбен ан^ай алмай көнө-төнө баш ватты. Л. Якшыбаева. Ҡош һөтө мөмкин булмаған, табып булмай торған нәмә. □ Птичье молоко. Ҡош һөтө генә юҡ йәнеңә ни кәрәк, барыһы ла бар (муллыҡ хаҡында). □ доел. Всё есть, кроме птичьего молока. Өҫтәлдә ҡош һөтө генә юҡ.
ҠОШ АУЛАУСЫ (Р: птицелов; И.: birdcatcher; T.: kuş tutan) и.
Ҡош аулау кәсебе менән һөнәрселек иткән кеше. □ Птицелов. Оҫта ҡош аулаусы. Ҡош аулаусының ауы.
ҠОШ БАЛАҺЫ (Р: птенец; И.: nestling; chick; T.: kuş yavrusu) и.
Орнитологияла бөтә төр ҡоштарҙың да балаһы. □ Птенец. Ҡош балаларына оҡшатыу. Ҡош балаларын ашатыу. ■ Улар куҙҙән юғалғансы тәҙрәнән ҡарап ҡалған Мәликә малайҙарын ҡош балаларына оҡшатты. Я. Хамматов. Ғәбит ҡош балаһының саҡ ҡына тынысланыуын, беҙ кеуек осло тырнаҡлы тәпәйҙәрен аҫҡа төшөрөуен көттө лә, яй ғына яҡынайып, куртканы ике ҡулы менән йәйеп тотоп тегенең өҫтөнә ырғытты. Ә. Әминев.
ҠОШБАШ (Р: мясо, сваренное большими кусками; И.: meat cooked in large pieces; T.: büyük bir et parçası) и. этн. диал.
Ҙур-ҙур киҫәктәр менән бешерелгән ит. □ Мясо, сваренное большими кусками. Өмәселәргә бешерелгән ҡошбаш. Ҡошбаш өләшеу.
ҠОШ БОЛҒАНСЫҒЫ (Р: осенняя пасмурная пора; И.: cloudy spell in autumn; T.: yağmurlu sonbahar günleri) и.
Көҙгө йонсоу ваҡыт. □ Осенняя пасмурная пора. Ҡуңелһеҙ ҡош болғансығы. Ҡуңелгә шом һалыусы ҡош болғансығы.
ҠОШ ИКМӘГЕ (Р: прибрежница; И.: perennial grass species; T.: sahil ayrığı) и. бот.
Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, күберәк татырлы ерҙә, тоҙло һыу ятҡылығының яр буйҙарында, ҡоролоҡло ерҙәрҙә үҫкән күп йыллыҡ үлән; ярут. □ Прибрежница, аж-рек (лат. Aeluropus). Йылҡы малы яратып ашаған ҡош икмәге. Бесән араһындағы ҡош икмәге.
ҠОШ-КЕЙЕКТӘР (Р: дичь; И.: beasts; T.: yabani kuşlar ve hayvanlar) и. йыйн.
Ҡырағай йәнлектәр һәм йыртҡыс ҡоштар. □ Дичь. Башҡортостан урмандарында йәшәгән ҡош-кейектәр. Ҡош-кейектәргә һунарға йөрөу. ■ һуңынан Исхаҡ шәкерте менән кунекмәләрҙе дауам итте [Батырша]: уҡ-һаҙаҡ менән тейен, ҡош-кейеккә һунар сығыр булырҙар аҙаҡ. Ғ. Хөсәйенов. Унан [Торатауҙан] ейәненең сафланып, кәйеф алмаштырып ҡайтыуына, мылтыҡ аҫып китһә лә, ҡош-кейектең йәнен ҡыймауына ышана [өләсәһе]. Ә. Әминев.
ҠОШ КҮМӘСЕ и. бот. диал. ҡар. ҡош икмәге. Яр буйында уҫкән ҡош кумәсе.
ҠОШ ҠАРАУСЫ (Р: птичница; И.: poultry woman/maid; T.: kümes hayvanı yetiştiricisi, tavukçu) u.
Ҡош ҡарау, тәрбиәләү буйынса белгес. □ Птичница. Ҡош ҡараусылар форумы. Ҡош ҡараусы булып эшләу.
519