Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 520 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡош-ҡоҙғон
ҠОШ-ҠОҘҒОН й. йыйн. ҡар. ҡош-ҡорт. Ҡош-ҡоҙғон тауышы. Кош-ҡоҙғонға һунар. Кош-ҡоҙғондоң урсеуе.
ҠОШ-ҠОРТ (Р.: птицы; И.: birds and fowl; T.: kuş) и. йыйн.
1. Бөтә булған ҡоштар, һәр төрлө ҡош. □ Птицы. / Птичий. Ҡош-ҡорттоң һайрау ы. Ҡош-ҡорт ите. Урман ере ҡош-ҡортһоҙ булмай. ■ Яуыз ҡош-ҡорт курен-деме, шунда ҡасып-боҫоп ҡалалармәхлуктәр, себештәрҙе әйтәм... Ш. Янбаев. [Ғәбит] егерь булғас, ҡош-ҡортто, кейек-хайуан-ды ҡарай инде, тип тә ебәрә килененең ҡәнәғәтһеҙлегенә ҡай саҡ [өләсәһе]. Ә. Әминев. Япраҡ ҡыштырланымы, ҡош-ҡорт пырылдап остомо — [аттарҙың] һырттары дерелдәп ҡуя, ҡолаҡтары тырпайып урә тора. Ә. Хәкимов. Илдә бары тик шуны беләләр: ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтар ҙа, хатта кейек-йәнлек, ҡош-ҡорттарға тиклем ниндәй ҙә булһа хан ҡанаты аҫтында йәшәргә тейеш. К. Мәргән. [Кеше менән кейек араһында яҡын дуҫлыҡ булғанда ғына] хайуандарҙың, йәнлектең, ҡош-ҡорттоң нисек урсеуен, уҫеуен, нимә менән туҡланыуын өйрәнергә мөмкин. Н. Мусин. [Шулгәнкулдең хужаһы — Кушлаҡҡа:] Атма ҡош-ҡортто, ҡырма кейек-йәнлекте. Мин һиңә мал бирәм. Легенданан.
2. Йорт ҡоштары. □ Домашние птицы. Ҡош-ҡорт урсетеу. Ҡош-ҡорттоң ишә-йеуе. М Иртәнсәк ҡош-ҡортона ем һибеп, мал-тыуарына ашарға һалып ингәс, Иркәбикә инәй мендәренә башын терәп ятып торҙо. Ф. Рәхимғолова. [Байморат] хәҙер ун йылдан ашыу пенсияла. Мал, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта менән мәж килә. Ф. Янышев. [Талиптың] ҡураһында малы, ҡош-ҡорто ишәйҙе. М. Кәрим. Хужаны тышта эш-көшө көтә: мал-тыуарын, ҡош-ҡортон ҡарайһы, барын барлайһы бар. F. Хөсәйенов. Кәзә-һарыҡ тәзелдәшкән, һыйырҙар баҡырышҡан, аттар кешнәшкән, ҡош-ҡорт ҡытҡылдашҡан тауыштар, исмаһам, саҡ ҡынала баҫылмай. Н. Мусин.
3. Төрлө ҡырағай йыртҡыс йәнлек, эт-ҡош. □ Хищники. Кош-ҡортҡа һуғылыу. Кош-ҡортҡа осрау. ■ [Һолтанбай — Хә-кимйәнгә:] Барайым әле, көтөугә ҡош-ҡорт һуғылманымы икән, тим. Н. Мусин. Кара-ғөлөмбәт был балаларҙы эҙләп тә таба алмағас, ҡош-ҡортҡа тап булып, һәләк булғандарҙыр, тип ҡуйҙы. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҠОШЛАУ (ҡошла-) (Р: дружить; И.: befriend, be friend with smb', T.: arkadaş olmak) ҡ. диал.
Егет (ҡыҙ) менән дуҫлашыу; йөрөү. □ Дружить. Егет курше ауыл ҡыҙы менән ҡошлап йөрөй.
ҠОШМАҠ (ҡошмағы) и. диал. ҡар. кәшмәк. Кошмаҡ бәйләу. Кошмаҡ ағыҙыу. ■ Таҡтанан яһалған, икешәр-өсәр кошмаҡ өҫтөнә ултыртылған ағаслыҡтар яр буйында теҙелеп торалар. Ғ. Ғүмәр.
ҠОШ ӨЛӨШӨ (Р: птичья доля; И.: unharvested spot; T.: alanın bir kenarında biçilmemiş ekin) и.
Баҫыу ситендә урылмай ҡалдырылған иген. □ Птичья доля (в поле). Ҡош өлөшөн сабыу. Сабылмай ҡалдырылған ҡош өлөшө.
ҠОШ СИЛСӘҺЕ (Р: кожная сыпь на лице; И.: skin condition; T.: deri hastalığı) u.
Яҙлы-көҙлө биткә ҡалҡып сыға торған тире ауырыуы. □ Кожная сыпь на лице, появляющаяся весной и осенью. Кош силсәһен дауалау. Ҡош силсәһе сығыу. Битте ҡош силсәһе ҡаплау.
ҠОШСО I (Р: птицевод; И.: poultry farmer; T.: tavukçu) и.
1. Ҡош ҡараусы, ҡош тәрбиәләүсе. □ Птицевод. Ҡошсо хеҙмәте. Ҡошсолар ярышы. Ҡошсолар кәңәшмәһе. Танылған ҡошсолар.
2. Һунар ҡоштары буйынса белгес, ҡош менән һунар итеүсе. □ Охотник с ловчими птицами. Оҫта ҡошсо. Ҡошсолар ярышы.
ҠОШСО II (Р: родовое название северо-восточных башкир; И.: name of a Bashkir tribe; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
520