ҠОШТАБАҠ
Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ырыу атамаһы. □ Кошсы (родовое название северо-восточных башкир). Ҡошсолар ырыуы. Ҡошсо атамаһы. Ҡошсо этнонимы. Ҡошсолар тарихы. Ҡошсо ауылдары.
ҠОШСОҠ (ҡошсоғо) (Р.: птичка, пташка; И.: birdie; tick; T: kuşçuk) и. кес.
1. Ҡош балаһы. □ Птичка, пташка. Һикергеләп йөрөусе ҡошсоҡ. Бәләкәй генә ҡошсоҡ. Тауышы яңғырауыҡлы ҡошсоҡ. ■ [Ғәбит] әсир хәлендәге ҡошто улына тотторҙо. Сабый ҡошсоҡто курәләтә хәуефкә дусар итеп булмай. Ә. Әминев. Оя ҡороу, бала сығарыу, бәләкәс ҡошсоҡтарҙы һаҡлап уҫте-реу, ҡанаттары нығына төшкәс, осорға өйрәтеү — бына ниндәй борсоулы ла, ҡыуаныслы ла мәшәҡәттәр саҡыра кейек ҡоштарҙы. Ә. Хәкимов. Әйтерһең дә, шул саҡ һин осаһың ҡанат сыҡҡан ҡошсоҡ шикелле. Р. Ғарипов. Ағасына осоп етә алмаған хыялый бер ҡошсоҡ хәлендәмен. Г. Ҡотоева. Сәскәләр шат ҡына ҡояшҡа талпына. Йылмая ысыҡтар, гөр килә ҡошсоҡтар. Р. Назаров.
2. Ҡоштарға (йышыраҡ һайраусы ҡоштарға) ҡарата иркәләтеп, кесерәйтеп өндәшеү формаһы. □ Птичка (уменьш.-ласк. по отношению к певчим птицам). Ағастағы ҡошсоҡ. М [Амантаев] сыйырсыҡты эҙләргә тотондо. Ҡошсоҡ рация антеннаһына ҡунған. Р. Солтангәрәев. Ер өҫтөнә эңер төшкәйне инде. Баш осонда ниндәйҙер ҡошсоҡтар сырҡылдашып осоп утте. Д. Бүләков. Ишмырҙа киң кукрәген ҡайҡайта төштө, һайраған һайын тауышы асыла барған ҡошсоҡ шикелле, тағы ла көслөрәк, моңлораҡ дауам итте. Н. Мусин. Япраҡтар араһына йәшеренгән бәләкәй генә ҡошсоҡ, ҡайын төбөндә ятҡан кешеләргә иғтибар итмәйенсә, һыҙғырған тауыш сығарҙы. Я. Хамматов.
3. Балаға, ҡатын-ҡыҙға иркәләтеп, кесерәйтеп әйтеү. □ Птичка (уменыи.-ласк. по отношению к ребёнку, женщине). Минең ҡошсоҡтарым. Әсәһенең ҡошсоҡтары.
■ Зәйтунә менән Нажиәгә мин ҡарсыҡтың һуҙе-нәсихәте генә етмәй инде, уларға, ҡошсоҡтарыма, заман тәрбиәһе кәрәк... Ә. Хәкимов.
4. ҡар. йән 1. ■ Күкрәгендә ниндәйҙер иләмһеҙ ҡошсоҡ талпына, уҙенең ҡайҙан, ҡайҙа табан барыуын да абайламай. Н. Мусин.
ҠОШСОЛОҠ (ҡошсолоғо) (Р: птицеводство; И.: poultry keeping / farming; T.: kümes hayvancılığı) u.
Ауыл хужалығының ҡош үрсетеү менән шөғөлләнгән тармағы. □ Птицеводство. Ҡошсолоҡ фермаһы. Ҡошсолоҡ тармағы. Ҡошсолоҡ сәнәғәте. Йомортҡа етештереү йүнәлешендәге ҡошсолоҡ. Ит етештереү йүнәлешендәге ҡошсолоҡ. Ҡошсолоҡ комплексы. Тоҡомло ҡошсолоҡ.
ҠОШ СӨЙӨҮ (ҡош сой-) (Р: охотиться с ловчими птицами; И.: hunt with hunting birds; T.: kuş avı) ҡ. этн.
Өйрәтелгән йыртҡыс ҡош менән һунар итеү. □ Охотиться с ловчими птицами. Төлкөгә ҡош сөйөү. Ҡош сөйөп ярышыу. ■ Көндәр үткән. Таңатар һунарға йөрөгән, ҡурай тартҡан, ҡыҙ күҙләгән, көрәштәрҙә ҡатнашҡан, ҡобайыр әйтешкән. Ә. Вахитов. Борон-борон заманда Күсәр менән Күсмәҫ тигән ике хан йәшәгән, ти. Улар икеһе бик дуҫ булып, бер-береһенә ҡунаҡҡа барышыр, ҡош сөйөп, төлкө алдырып, бергә һунарға йөрөшөр булғандар. Халыҡ ижадынан. • Ябалаҡ аҫрап ҡош сөйгән — ауға сығып ҡотаймаҫ, ат аяғын ҡыҙғанған — яуҙан ҡасып ҡотолмаҫ. Әйтем.
ҠОШ СӨЙӨҮСЕ (Р.: ОХОТНИК с ловчими птицами; И.: kite-hunter; T.: kuşçu) и.
Һунар ҡошо (бөркөт, шоңҡар һ. б.) менән аулаусы. □ Охотник с ловчими птицами. Ҡош сөйөүсе ҡулындағы бөркөт. Ҡош сөйөүселәр ойошмаһы. Ҡош сөйөүсе һәнәренә өйрәнеү.
ҠОШТАБАҠ (ҡоштабағы) (Р.: большая деревянная чаша; И.: large wooden bowl; T.: tahta tabak) и. этн.
521