ҠОШТАРҘЫ БАЛДАҠЛАУ
1. Аш-Һыу өсөн ҡулланылған киң йәйенке ситле, ҙур ағас табаҡ. □ Большая деревянная чаша. Өлкән ҡоштабаҡ. Ҡоштабаҡтағы аш. М Әсәйем .. башына ҡалыныраҡ шәл бәйләне лә: «Аш һалып ебәрәйем әле», — тип, ҡулына ҡоштабаҡ алып, өйҙән сығып китте. Ш. Бикҡол. Фатима һөт аҡҡан көпсәк тәңгәленә ҡоштабаҡ ултыртып өлгөрҙө һәм ҡаймаҡ көпсәге аҫтына таш туҫтаҡ ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев. [Оло йәштәге эсә] кибеттән алып ҡайтҡан ризыҡты «бисмилла» әйтеп ҡоштабаҡҡа һалғас,.. самауырын ҡайнатырға ҡуйҙы. Я. Хамматов. Батшаны ла саҡырып килтерәләр, ул иң турҙә ултыра. Ҡуй ите ашалып бөткәс, һәр ун кешегә берәр ҡоштабаҡ һурпа килтерәләр. Әкиәттән.
2. диал. Аш, ит һоҫа торған ҙур табаҡ. □ Большая чаша для подачи супа, мяса. ■ Ҡунаҡтар тамаҡ төбөн ҡытыҡлай торған оса майын йотҡанда, ҡоштабаҡтың ситенә рәтләп теҙеп һалынған тоҙға бармаҡтарын манып ялап ултырҙылар. Ғ. Дәүләтшин. Туйҙа ҡатнашыусылар ашанылар, эстеләр. Услап-услап, ҡоштабаҡтан иттең иң һимеҙен һоҫтолар. Я. Хамматов. Беҙ, ҡоштабаҡты тирәләй тубыҡланып ултырҙыҡ та, ашыҡмай ғына услап, борсаҡты ауыҙҙарға ташырға керештек. М. Кәрим.
3. диал. ҡар. тәрилкә. Ҡом ҡоштабаҡ. Тимер ҡоштабаҡ. Ваҡ ҡоштабаҡ. Ҙур ҡоштабаҡ.
4. миф. Муллыҡ символы. □ Символ изобилия.
ҠОШТАРҘЫ БАЛДАҠЛАУ (ҡоштарҙы балдаҡла-) (Р.: окольцевать; И.: ring birds; T.: halka takmak) ҡ.
1. a. х. Тоҡом тауыҡтарының һанын иҫәпкә алыу өсөн уларҙың аяҡтарына тамға һалынған металл беркетеү. □ Окольцевать. Иҫәпкә алыу маҡсатында ҡоштарҙы балдаҡланылар.
2. Күсмә ҡоштарҙың осоу маршрутын белеү өсөн аяҡтарына тамға һалынған металл беркетеү. □ Окольцевать. Орнитолог
ҡоштарҙы балдаҡлай. Көнъяҡҡа осорҙан алда ҡоштарҙы балдаҡланылар.
ҠОШ ТЕЛЕ (Р.: блюдо из теста, замешанного на яйце, разрезанное треугольниками и сваренное в кипящем масле; H.rpastry straws, twiglets; T: bir çeşit hamur tatlısı) u. этн. кул.
1. Йомортҡаға баҫып, йоҡа итеп йәйеп, ҡыйыҡлап ҡырҡып майға бешергән ҡамыр аҙыҡ. □ Блюдо из теста, замешанного на яйце, разрезанное треугольниками и сваренное в кипящем масле. Ҡош теле бешереу. Ҡош теле ҡамыры. ■ Шул тиклем аш-һыу әҙерләп, бәлештәр, билмәндәр, ҡош теле, бауырһаҡтар бешереп көтөп тор ҙа, имеш, хәҙер килеп бушҡа ғына булып ҡалһын. Ә. Чаныш. Ҡош теле тиҙәр, йомортҡаға баҫып, өсмөйөшләп бешергән бауырһаҡты. Шуны кеше һайын өләшеп ашаталар. Башҡорт мифологияһынан.
2. һөйл. һыуыҡтан, ҡурҡыуҙан, тулҡынланыуҙан тәнгә сыҡҡан ваҡ ҡына сабыртма; ҡош тәне. □ Мурашки. Ҡош теле сығыу.
ҠОШ ТУБЫ (Р: стая птиц; И.: flock of birds; T.: bir sürü kuş) и.
Күмәк булып бергә йыйылған ҡоштар төркөмө. □ Стая птиц. Ҡош тубы тауышы. Ҡош тубының ҡайтыуы. ■ Миләшһеҙ йәйҙе ҡош тубы аңлайҙыр тәрәнерәк. М. Һибәт. Йырҙарым ҡош тубы менән китәләр йылы эҙләп. С. Әбүзәров. Унан теҙелешеп кенә ҡоштар тубы ҡайта ине. Бәлки, олатайымдың йәне лә ҡош булып ҡайтып киләлер. Картотека фондынан. Ҡош тубы шул саҡ һылыу ҡыҙҙарға әуерелә. Әкиәттән.
ҠОШ ТӘНЕ ҠАЛҠЫУ (ҡош тәне ҡалҡ-) (Р: появляться (о мурашках на теле)', И.: have gooseflesh; T.: tüyleri diken diken olmak) ҡ.
Өшөгәндә йәки башҡа сәбәптән һибелеп сыҡҡан бөрсөктәр менән ҡапланыу (тәнгә ҡарата). □ Появляться (о мурашках на теле). Һыуыҡтан ҡош тәне ҡалҡыу. Ҡурҡыуҙан ҡош тәне ҡалҡыу. • Емеш өшөп, ҡош
522