ҡояш
тәне ҡалҡҡан беләктәрен һыпырғылап, тағы бер aş тупһала тапанып mopşo. 3. Биишева. Әле уйҙары менән шул көндәргә кире ҡайтһа, берсә ҡош тәне ҡалҡып, берсә уттай янып, ултырған урынынан сыҙамай тороп китә Рәзинә. «Йәшлек», 27 октябрь 2009.
ҠОШ ФЕРМАҺЫ (Р.: птицеферма; И.: poultry farm; T.: tavuk çiftliği) и.
Ауыл хужалығында ҡошсолоҡ менән шөғөлләнгән махсус тармаҡ. □ Птицеферма. Ҡош фермаһы төҙөлөшө. Ҡош фермаһы мөдире.
ҠОШЪЯРЫМТЫҠ (ҡошъярымтығы) (Р.: мифическая птица в облике филина; И.: kind of a mythic bird; T.: mitolojik kuş) u. миф.
Ябалаҡ ҡиәфәтендәге мифик ҡош. □ Мифическая птица в облике филина, в Ҡошъ-ярымтыҡ ҡысҡыра, тип әйтә торғандар ине. Мин былай ишетмәнем уны. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОШ ЮЛЫ (Р: Млечный путь; И.: Milky way; T.: Samanyolu) и. астр.
(баш хәреф менән) Күк йөҙөндә аҡ юлаҡ булып күренгән алыҫ йондоҙҙар төркөмө. □ Млечный путь. Ҡош юлы буйлап барыу. Ҡош юлындағы йондоҙҙар. ■ Ҡош юлдары буйлап төндәрҙә ҡаңғылдашып ҡаҙҙар осалар. Ғ. Амантай. Малайҙарҙың баш осонан ғына, айырса ҡойроҡло көмөш йылан кеуек булып, Ҡош юлы утә. 3. Биишева. Дөм ҡараңғы төнө августың, юҡ йондоҙҙар һәм Ҡош юлы. Ғ. Рамазанов. Ҡош юлдары ҡалҡһа кук йөҙөндә кейек ҡоштар осор төньяҡҡа. Халыҡ йырынан. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, һаҡмар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Әкиәттән.
ҠОЯҠ (ҡояғы) (Р: латы; И.: armour; T.: zırh) и. тар.
Буҫтауға ҡабырсаҡлап, ҡатландырып тимер баҫҡан хәрби кейем. □ Латы. Ҡөмөш ҡояҡ. ■ Ҡама бурек, уҡ-һаҙаҡлы кукрәктә
көмөш ҡояҡ. Төньяҡ амурҙары елә Сена ярҙары буйлап. Т. Ғәниева.
ҠОЯҢҠЫ (Р: жалкий; И.: miserable; T.: acınacak) с. һөйл.
1. Төҫө, килбәте меҫкен; ҡойто. □ Жалкий, бедняга. Ҡояңҡы йылмайыу. Ҡояңкы йөҙ.
2. Һатлыҡ, принципһыҙ. □ Продажный, беспринципный. Илен һатҡан ҡояңҡы кеше.
3. Әрләгәндә ҡулланыла. □ Бранное слово. Ҡояңҡы малай. ■ Балалар йортона барып ингәс, иң тәуҙә уның [Шәһәрзаданың] куҙенә ҡояңҡы ғына малай ташланды. .. Уның таҙалығы юҡ ине. Картотека фондынан. Хөсәйене аумаҡай, уҙе сырым куп йоҡлай, ҡойолдороҡ ҡояңҡыһы бер атлай ҙа биш туҡтай. Халыҡ ижадынан.
ҠОЯСЫЛ и. диал. ҡар. ғәйбәтсе. Ҡоя-сылдың хәбәре. Ҡоясыл ҡатын. Ҡоясылдың ауыҙын ябыу.
ҠОЯШ (Р: солнце; И.: (the) sun; T: güneş) и.
1. астр. Ҡайнар газдан торған гигант шар формаһындағы, үҙендәге термоядро реакция иҫәбенә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ сығанағы булған, Галактика системаһында төп күк есеме. □ Солнце. / Солнечный. Ҡояш ҡалҡыу. Йәйге ҡояш. ■ Өсөнсө тапҡыр урап килгәндә, яҙғы ҡояш дилбегә оҙонлоғо кутәрелгәйне инде. Б. Рафиҡов. Ә иртән ҡояш яланғас ботаҡлы ағастар .. араһынан ҡалҡып сығыу менән,.. тубәләрҙән тамсылар суп-суп ҡойолдо, урамдарҙа тәуге куләу ектәр эркелде. 3. Ураҡсин. Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр куктә уйнап туймаған йәйге ҡояштың бай-ыуына арҡалыҡ буйы ара ҡалғайны. Р. ҠолДәүләт. Ҡояш, ялҡыны бөткән ағас ҡуҙы кеуек тамам һурелеп, тау артына төшөп бара. Т. Ғирфанов. Умарталыҡ эсенә ингәндә, ҡояш бейек ағастар араһынан, Шәйхи ҡарттың ҡарама ҡабығынан ҡорошторолған соланлы бәләкәй тәпәш йортона ҡарай. Ғ. Хәйри. • Алыҫтағы ҡояш йылы була. Әйтем. Дөрөҫлөк ҡояштан яҡшыраҡ. Әйтем. Ҡайҙа барһаң да бер ҡояш. Әйтем. Ҡояштың һиңә
523