Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 524 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЯШ АПАЙ
буйы етһә лә, һинең уға буйың етмәҫ. Әйтем. Ҡояш янында — йылылыҡ, әсә янында — изгелек. Әйтем. Себерҙә лә шул ҡояш, Семберҙә лә шул ҡояш. Әйтем. Сыҡмаған ҡояшҡа ҡыҙынма. Әйтем.
2. Шул есемдән килә торған яҡтылыҡ, нур, эҫелек. □ Свет, луч. Тәҙрәнән ҡояш төшөу. ■ Булмә ғәжәп яҡты. Стенаға урам яҡ тәҙрәнән ҡояш төшә. Д. Юлтый. Бына ҡояш ҡыҙҙырыр, ылымыҡтар ҡороп, ергә ҡойолор, ямғыр яуыр — тал һынына һырышҡан мәтеләр, ылымыҡтар йыуылып төшөр. 3. Биишева. Урман артында тауҙар хасил була, уларҙың меңәр йылдар буйы ел шымартҡан остары ҡояшта емелдәй. Ш. Хажиәхмәтов.
3. кусм. Кеше тормошон күркәм иткән бәхет, шатлыҡ сығанағы. □ Источник счастья, благополучия. Бәхет ҡояшы. Дан ҡояшы. Бәхет ҡояшы яҡтырта. ■ Бәхет ҡояшы яҡтырҙы Ирәндек буйҙарында. 3. Биишева. Григорийҙы ниндәйҙер моңһоу тойғолар баҫты, куңелендә бушлыҡ хасил булды, .. әйтерһең, кемдер уның ғумер буйы уҙе сукегән бәхет ҡояшын тартып алды. Н. Мусин. [Уҡытыусы:] Әйтәм бит, һәр кешенең бәхет ҡояшы уҙе менән. Берәуҙец бәхетен берәу урлай ҙа, тартып та ала алмай. Л. Якшыбаева. Ауырлыҡтарҙы һәр ваҡыт ҡыуаныслы көндәр алмаштыра. Гөлгөнә апайҙың кугендә лә бәхет ҡояшы йылмая. «Торатау», 9 октябрь 2012.
4. ҡар. алиһә. Мәшһур «Урал батыр» эпосында Ҡояш — ҡоштар батшаһы Сам-рауҙың ҡатыны, алиһә Һомайҙың әсәһе. ■ Ҡояш — кук тәңреһе. Тәңреләрҙең иң олоһо, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ай ҙа ҡояш булыу һәр саҡ көлөп, йылмайып ҡына тороу. □ ирон. Угождать, доел. Быть кому-л. солнцем и луной. Ай күрҙе, ҡояш алды ҡапыл күҙ алдынан ниҙер йәки кемдер юҡ булғанда әйтелә. □ Тут же исчезнуть с глаз (из вида), доел. Луна увидела, солнце взяло. Ҡояш йөҙөн күрмәйем нимәгәлер ышандырырға тырышып, ант
иткәндә әйтелә. □ Слово клятвы. Ҡояш тиҫкәре яҡтан сығыр (сыҡмаһа ярар ине) ғәҙәтендә булмаған, тәбиғәте өсөн ят нәмә эшләгән кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Когда рак на горе свистнет. М [Ҡотлояр:] Ныязғол да улай иреп киткәс .. ҡояш кире яҡтан сыҡмаһа ярар ине. Һ. Дәүләтшина. Ҡояшы байыу кемдеңдер даны һүнеү, көнө бөтөү. □ Закатилось (погасло) его (ее) солнце. М Валлаһи, тип әйтәйем, Өйрәнсектең көршәктәре Һөнәрсенекенән кубе-рәк! — тип тә ебәргән. — Былай булғас, Һөнәрсенең дан ҡояшы байыны! — тип лаф орған [ҡайһы берәуҙәр]. 3. Биишева. Ҡояш һөңгө буйы күтәрелгәс ҡояш һөңгө буйы оҙонлоғонда горизонттан күтәрелгән ваҡыт (һөңгөнөң уртаса оҙонлоғо 3—4 метр).
□ Когда солнце на расстоянии длины копья (длина копья от 3 до 4 метров). Сыҡмаған ҡояшҡа йылыныу (ҡыҙыныу) булыр-булмаҫ нәмәгә өмөт итеү. □ Надеяться зря, иметь пустую надежду.
ҠОЯШ АПАЙ (Р.: солнышко; И.: Mother Sun; T.: Gün Ana) и.
1. ирк. Ҡояшты йәнләндереп, иркәләтеп әйтеү һүҙе. □ Солнышко. V Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ! Халыҡ ижадынан.
2. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа II. Ҡояш апайҙың дурт меңдән ашыу төрө бар. Ете төртөклө ҡояш апай. ■ Ҡояш апай, ос, ос! Халыҡ ижадынан.
ҠОЯШ АУЫРЫУ(Ы) и. диал. ҡар. ҡояш тотолоу II. Ҡояш ауырыуы ҡыҙыҡлы куренеш. Ҡояш ауырыуы мәлендә. Ҡояш ауырыуын куҙәтеу.
ҠОЯШ АШАУ (ҡояш аша-) (Р: загореть, выгореть; И.: fade (in the sun); T.: solmak) ҡ.
1. Ҡояш нурына тән ҡарайыу, яныу.
□ Загореть. ■ Ап-аҡ итеп кершән яҡһаң, битең ҡояш ашамаҫ. Халыҡ йырынан.
2. Ҡояш нурына ағарыу, уңыу. □ Выгореть, выцветать. Яулыҡты ҡояш ашаған.
524