Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 526 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЯШ КАЛЕНДАРЫ
ҠОЯШ КАЛЕНДАРЫ (Р: солнечный календарь; И.: solar calendar; T.: güneş takvimi) и.
Ай һәм йыл оҙонлоғон Ҡояш хәрәкәтенән сығып иҫәпләгән календарь. □ Солнечный календарь. Ҡояш календары буйынса иҫәп алып барыу.
ҠОЯШ КӘРТӘЛӘНЕҮ (ҡояш кәртәлән-) (Р.: появление ореола вокруг солнца; И.: halo; T. güneş çevresinde ayla oluşmak) ҡ.
Ҡояш тирәһендә нурлы ҡуласа барлыҡҡа килеү. □ Появление ореола вокруг солнца. Ҡояш кәртәләнеү күренеше. • Ҡояш кәртәләнһә, буран була. һынамыш.
ҠОЯШ ҠАЛҠЫУ (ҡояш ҡалҡ) (Р: взойти (о солнце); И.: sunrise; T.: güneşin doğuşu) ҡ.
Көнсығыш горизонттан ҡояштың күре-неүе. □ Взойти (о солнце). // Восход солнца. Ҡояш ҡалҡҡан ваҡыт. Баҙлап ҡояш ҡалҡыу. ■ Линара менән Рафиҡ .. ҡояш ҡалҡыр алдынан палатканан сығып, ысыҡлы үләндәрҙе кисеп йөрөнөләр. Л. Якшыбаева. Тып-тын ғына торған ялан, ҡояш ҡалҡыуға һис күрелмәгән ҡар буранына әйләнде. Әкиәттән.
ҠОЯШҠА ҺЫҒЫНЫУ (Р: моление солнцу; И.: prayer to the Sun; T.: güneşe yalvarış) и. миф.
Ҡояшҡа йөҙ ороу, табыныу. □ Моление солнцу. Яҡты донъяла йәшәгән өсөн ҡояшҡа һығыныу. Йылытҡан өсөн ҡояшҡа һығыныу. Мәцге ҡояшҡа һығыныу. Ҡояшҡа һығыныу мөнәжәте.
ҠОЯШ ҠОЛАҠЛАНЫУ (ҡояш ҡолаҡлан-) ҡ. ҡар. ҡояш кәртәләнеү. Ҡояш ҡолаҡланған көн. Ш Хәлимәнең әсәһе ишек алдына сыҡты ла, ҡулын маңлайына ҡуйып, күккә ҡараны. «Ҡайһылай һыуыҡ! Ҡояш ҡолаҡланған дабаһа», — тине. Ф. Иҫәнғолов. Ҡояш ҡолаҡланһа, һыуыҡ була. һынамыш.
ҠОЯШЛАУ (ҡояшла-) (Р: освещаться, озаряться солнцем; И.: light up; sunbathe; T.: güneşlenmek) ҡ.
1. Ҡояшта ҡыҙыныу. □ Освещаться, озаряться солнцем; загорать. Ҡояшлап ятыу. ■ Аждаһа күлдән сығып, ҡояшлап ятҡан, ти. Әкиәттән.
2. ҡар. сыуаҡлау. Көн ҡояшлап китте.
ҠОЯШЛЫ (Р.: солнечный; И.: sunny; T.: güneşli) с.
1. Ҡояш яҡтыртып торған; аяҙ. □ Солнечный. Ҡояшлы көндәр. Сағыу ҡояшлы. М Далала хатта ҡояшлы көндәрҙә лә әйтеп ацлата алмаҫлыҡ яҡты һағыш, һине йөрәкһеткән моц ята. А. Абдуллин. Тыштан бөркөлгән ҡояшлы көн яҡтыһы күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы ла кемдәр килеп ингәнен шунда уҡ күрергә ҡамасауланы. Б. Рафиҡов. Бөгөн ҡояшлы көн, һыу инәһе бындай мәлдә йылы, аулаҡ күләгәлә йоҡлай. Ш. Хажиәхмәтов.
2. күсм. Шатлыҡлы, бәхетле. □ Счастливый. Ҡояшлы тормош. М Уның [Биби-нурҙыц] матур йөҙө үтә моңһоу ине, бая йүгереп ҡыуып еткәндә генә ҡояшлы кәлтә осҡон һирпкән күҙҙәренә хәсрәт тулғайны. Д. Бүләков.
ҠОЯШ МЕНӘН (Р: вместе с солнцем; И.: very early; T.: çok erken) p.
Ҡояш сыҡҡан йәки батҡан ваҡытта (ятыу, тороу). □ Вместе с солнцем (ложиться с заходом солнца, вставать с рассветом ). Ҡояш менән тороу. Н Ҡояш менән ятҡан малайҙар әтәс менән бергә торалар. Ғ. Амантай.
ҠОЯШ НУРЫ (Р: солнечные лучи; И.: sunbeams; T.: güneş ışığı) и.
1. Ҡояштан һирпелгән яҡты, асыҡ сатҡы. □ Солнечные лучи. Ҡояш нурына мансылыу. Ҡояш нурында йымылдай. Ҡояш нурҙары уйнай. Ҡояш нуры төшә. ■ Ергә ҡойолған ҡылау инде юғары уҡ күтәрелгән ҡояш нурында гәүһәр бөртөктәре төҫлө йылҡылдап ята. Н. Мусин. Алтын алҡаларын ҡояш нурына мансып, наҙланып үҫкән көнбағыш шикелле сағыу, һары толомло, нәфис аҡ йөҙлө был ҡыҙҙы Закир, әлбиттә, һалдаттан ҡайтҡаны бирле йыш күрә.
3. Биишева. Ямғыр тамсылары .. ҡояш ну
526